Үрге күл (ингл. Lake Superior, франц. lac Supérieur) — Канада һәм АҠШ сигендәге күл, Бөйөк күлдәрҙең береһе.
Майҙаны — 82,7 мең км². Майҙаны буйынса донъялағы иң ҙур сөсө күл[1] Диңгеҙ кимәленән бейеклеге 183 м. Максималь тәрәнлеге — 406 м, күләме — 11,6 мең км³. Яр буйы ныҡ йырғыланған, иң ҙур ҡултыҡтары — Кивино, Уайтфиш. Иң ҙур утрауҙары: Айл-Ройал, Мадлен, Мишипикотен һәм Апосл утрауҙары. Төньяҡта ярҙары бейек (400 метрға тиклем) һәм ҡаялы, ә көньяҡта — башлыса уйһыулы һәм ҡомло[1].
Күл майҙаны менән бергә бассейнының майҙаны 207,2 мең км² тәшкил итә. Күлдең ҙур ҡушылдыҡтары юҡ. Күлдән сыҡҡан Сент-Мэрис йылғаһы аша Гурон менән тоташа. Күлдәге һыу һалҡын һәм үтә күренмәле. Яр буйы зонаһы уртаса декабрь башынан апрель аҙағына ҡәҙәр боҙ менән ҡапланған[2].
Үрге күл АҠШ-тың Миннесота, Висконсин һәм Мичиган штаттарының һәм Канаданың Онтарио провинцияһының яр буйҙарын йыуа.
Төп порттары: Дулут, Сьюпириор, Ашленд (барыһы ла — АҠШ), Тандер-Бей (Канада)[2].
Үрге • Мичиган • Гурон • Эри • Онтарио