Үләнде (рус. Улянды) — Башкортостан Республикаһының Әбйәлил районындағы күл. Үләнде күленең көнсығыш яры тәбиғәт ҡомартҡыһы булып тора (1997)[1] (Ҙур биологик төрлөлөклө һәм экологик әһәмиәтле һыу-һаҙлыҡ комплексы).
Атауҙы күле Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил районының Северный ауылынан 2,5 км көнсығыштараҡ урынлашҡан.
Характеристика
Майҙаны — 1,9 кв. км, оҙонлоғо 2 км, уртаса киңлеге 1,9 км.
Күл тектоник сығышлы, һуңғы девон тоҡомдарында (андезит-базальт порфирит, базальт, туффит, ҡомташ һәм балсыҡлы һәүерташ) барлыҡҡа килгән.
Күлдең төбө йәйпәк, ҡомло-ташлы ләмле, ярҙары һөҙәк, һаҙланған.
Тымыҡ күл, атмосфера яуым-төшөмдәре һәм грунт һыуҙары менән туҡлана. Һыу тоҙло, гидрокарбонатлы-натрийлы.
Эвтрофлы, тонсой торған күл. Күлдә балыҡтар бар (табан балыҡ, ҡарабалыҡ һәм алабалыҡ), ҡаҙ, өйрәк, көйөлдө, бүрекле ҡара өйрәк, сүрәгәй өйрәк, керелдәк сөрәгәй һәм башҡалар йәшәй.
Ландшафт — дала, буш ятҡан көтөүлектәр.
Топонимика
Күл исеме башҡорт телендәге «Үләнде» — үләнле, үлән баҫҡан һүҙенән килеп сыҡҡан.
Һылтанмалар
Иҫкәрмәләр
|
---|
|
|
---|
Һаҙлыҡтар | |
---|
Шарлауыҡтар | |
---|
Тауҙар | |
---|
Дендропарктар | |
---|
Сығанаҡтар | |
---|
Яланғаслыҡтар | |
---|
Йырындар | |
---|
Күлдәр | |
---|
Мәмерйәләр | |
---|
Киҫелештәр | |
---|
Йылғалар | |
---|
Ҡаялар | |
---|
Төбәктәр һәм урмандар | |
---|
|
|
|