Аҫҡын боҙ мәмерйәһе — Көньяҡ Уралдағы иң ҙур боҙ майҙаны һәм боҙ сталагмиттары менән айырылып торған мәмерйә. Был мәмерйә Архангел районының Аҫҡын ауылынан 3 км алыҫлыҡта Бәләкәй Аҫҡын йылғаһының үрендә, йылға тамағынан 70 м бейеклектә Олотауҙың көнсығыш битләүендә урынлашҡан.
Тасуирламаһы
Мәмерйәгә инеү урыны бейек эзбиз ҡаяның 5 м тәрәнлегендә 15 м киңлегендәге соҡоронда урынлашҡан. Аҫҡа табан 20 м оҙонлоғондағы боҙло шырғалаҡ ауышлыҡ алып төшә.
Мәмерйәнең оҙонлоғо 104 м, киңлеге 40-60 м һәм 12-26 м бейеклегендә көмбәҙ түбәле залы бар. Иҙәне боронғо боҙ ҡатламы менән ҡапланған. Иҙәнендә йыл һайын 7-10 эре һәм хасапһыҙ ваҡ боҙ сталагмиттары үҫеп сыға. Мәмерйәлә ҡайтауаз яңғырап тора.
Был мәмерйәне беренсе булып 1902 йылда геолог Л. Конюшевский тасуирлап яҙған. 1924—1926 йылдарҙа Г. В. Вахрушев һәм В. Петров ентекләберәк тикшерә.
Социаль йүнәлеше
Ростуризмдың эске туризмды һәм ситтән килеүселәр туризмын үҫтереүгә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән гранттар конкурсында Аҫҡын мәмерйәһен инвалид һәм хәрәкәт итеү мөмкинлеге сикләнгән категория граждандарға инеү өсөн яраҡлаштырыу проекты еңеү яуланы. Аҫҡын мәмерйәһе — республикала беренсе билдәле социаль төркөмгә яраҡлаштырылған беренсе тәбиғи объект буласаҡ[1].
Мәмерйә тураһында
- Шакиров А. Төбәктә Аҫҡын боҙ мәмерйәһе Рус география йәмғиәтенә ҡуртымға тапшырыла. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 29 февраль[2].
- Колоколова Е. В Башкирии «плачет» Аскинская ледяная пещера. Общественная электронная газета. 2016, 15 февраль[3].
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
|
---|
|
|
---|
Һаҙлыҡтар | |
---|
Шарлауыҡтар | |
---|
Тауҙар | |
---|
Дендропарктар | |
---|
Сығанаҡтар | |
---|
Яланғаслыҡтар | |
---|
Йырындар | |
---|
Күлдәр | |
---|
Мәмерйәләр | |
---|
Киҫелештәр | |
---|
Йылғалар | |
---|
Ҡаялар | |
---|
Төбәктәр һәм урмандар | |
---|
|
|
|