РәсәйРәсәй
Башҡортостан
Баҡалы
Ҡуштирәк ауыл Советы
55°01′08″ с. ш. 53°24′42″ в. д.HGЯO
↘345[1] кеше (2010)
UTC+6
452663
02, 102
80 207 831 001
80 607 431 101
0522409
Ҡуштирәк (рус. Куштиряково) — Башҡортостан Республикаһының Баҡалы районындағы ауыл. Ҡуштирәк ауыл Советының административ үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 345 кеше булған[2]. Почта индексы — 452663, ОКАТО коды — 80207831001.
Ҡуштирәк ауылы Кама йылғаһы ҡушылдығы Ыҡ йылғаһы буйында район үҙәге Баҡалы ауылынан көньяҡ-көнбайышҡа 40 километр һәм Туймазы тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнбайышҡа 85 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].
Б. э. т. II меңйыллыҡта, бронза осоронда Урта Волга районынан Көньяҡ Уралға малсылыҡ йәки бура мәҙәниәте ҡәбиләләре күсеп инә. Уларҙың үҙенсәлекле ерләү йолаһынан — вафат булған ырыуҙаштарын ҡурған аҫтында ағас бураларҙа ерләүҙәренән бура мәҙәниәте исемен алған. Баҡалы районында ла улар ҡалдырған ҡәберлектәр һәм ауылдар билдәле. Ҡуштирәк ауылында көслө ямғырҙан һуң юл буйындағы бура мәҙәниәте осоро ҡәберендә өс балсыҡ көршәк һәм кеше һөйәктәре табыла. Унан алыҫ түгел икенсе ҡәберҙә 60 см тәрәнлектә башы менән төньяҡ-көнбайышҡа ҡаратылып, терһәктән бөгөлгән ҡулдары баш һөйәге янына һалынған, аяҡтары бөгөлгән һәм һул ҡабырғаһында ятҡан бала һөлдәһе табыла. Баш һөйәгенең һул яғында тешле биҙәкле төбө яҫы бәләкәй көршәк ятҡан була. Бындай ҡәберҙәр ауылдан алыҫ түгел, көнсығышҡа табан 400-500 метрҙа урынлашҡан. Был урында ярым ер өйө рәүешендәге бик ҙур торлаҡ тикшерелгән. Торамала күп һанда балсыҡ һауыт ҡалдыҡтары табылған. Ҡуштирәк ауылы уртаһындағы зыяратҡа күмелгән кешеләр үҙҙәренең эш һәм һунар ҡоралдарын бронза һәм һөйәктән эшләгән[4].
Ҡуштирәктә тағы ике ҡәбер тикшерелгән. Һөлдәләре, ҡулдары һәм аяҡтары һуҙылған килеш, салҡан, башы менән көнбайышҡа ҡаратып һалынған. Башын көнбайышҡа бороп б. э. т. мең йыллығы аҙағында Көньяҡ Урал буйына пәйҙә булған төрки күскенселәре үҙҙәренең мәрхүмдәрен шулай ерләгән. Б. э. II мең йыллығы башында улар мәрхүмдәрҙе әйберҙәре менән ерләүҙе тыйған мосолман динен ҡабул иткән. Тикшерелгән ҡәберҙәр Көньяҡ Урал халҡы араһында мосолман дине киң таралған осорға ҡарай[5].
1921 һәм 1924 йылдар араһында Бәләбәй кантоны территорияһында Ҡуштирәк ауылына нигеҙ һалынған.
1925 йылда 73 хужалыҡ иҫәпләнгән[6].
Ҡуштирәк ауылында башҡорттар, татарҙар йәшәй.
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Ҡуштирәк ауылы – М. Г. Хәсәнов исемендәге Ауыл хужалығы етештереү кооперативының үҙәк усадьбаһы. Ауылда урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушер пункты, Мәҙәниәт йорто, китапхана бар[7][8].
.
Ер-һыу атамалары
Тауҙар:
Йылғалар:
Шишмәләр:
Ялан-бесәнлектәр:
Таусыҡтар, түбәләр:
Башҡа урын-ер атамалары:
Район үҙәге: Баҡалы Tораҡ пункттар: Александровка | Ахман | Балсыҡлы | Батрак | Баҡалы | Бозор | Буденновсы | Буғабаш | Веселая Поляна | Ворсинка | Георгиевка | Гүрҙебаш | Ғәлиулла | Дияш | Дубровка | Емеш-еләк | Ерекле | Ивановка | Иҫке Балыҡлы | Иҫке Гусев | Иҫке Илек | Иҫке Кәстәй | Иҫке Ҡатай | Иҫке Ҡорос | Иҫке Ҡуян | Иҫке Маты | Иҫке Шәрәшле | Иҫке Әзмей | Камай | Карповка | Килкабыҙ | Киләй | Красная Горка | Күрсәй | Ҡаҙансы | Ҡамай| Ҡамышлытамаҡ | Ҡандалаҡбаш | Ҡорос-Ҡаран | Ҡуштирәк | Ҡыҙыл Бүләк | Мирзаһит | Михайловка (Дияш ауыл советы) | Михайловка (Михайловка ауыл советы) | Мостафа | Мулланур | Мунсайылға | Мөслим | Наратйылға | Наратсоҡор | Николаевка | Нуғайбәк | Орловка | Пальчиков | Пенькозавод | Петровка (Иҫке Маты ауыл советы) | Петровка (Яңы Урсай ауыл советы) | Покровка | Сазоновка | Саҡат | Сосновка | Сүмәлә | Таллыһыҙа | Туҡбирҙе | Туҡтағол | Түбәнге Яңы Кәстәй | Урман | Урманай | Утар | Үмәр | Үрге Троицкий | Үҫтем | Фёдоровка | Холодный Ключ | Һөйөндөк | Әхмәр | Юлтимер | Юрмый | Яңы Балыҡлы | Яңы Гусев | Яңы Илек | Яңы Кәстәй | Яңы Ҡатай | Яңы Ҡорос | Яңы Маты | Яңы Останков | Яңы Троицкий | Яңы Тымытыҡ |Яңы Урсай | Яңы Уҫы| Яңы Һаҫыҡкүл | Яңы Шыуған | Яңы Шәрәшле | Яңы Әғбәз | Яңы Әзмей | Яңы Әлмәт