Ҙур сове́т энциклопе́дияһы (сығанаҡ белешмәләрҙә — Ҙур Совет Энциклопедияһы ; рус. Большая советская энциклопедия , ҡыҫҡартмаһы БСЭ ) — иң билдәле һәм тулы совет универсаль энциклопедияһы . 1926 йылдан (беренсе сығарылыштың беренсе томы) 1990 йылға тиклем (һуңғы йыллыҡ том) «Советская энциклопедия» нәшриәте (хәҙер — «Большая Российская энциклопедия» нәшриәте) тарафынан сығарыла.
Өс сығарылышы була:
беренсе сығарылыш (1926—1947) 65 томдан һәм «СССР» тигән номерһыҙ өҫтәмә томдан тора;
икенсе сығарылыш (1949—1958) 49 томдан, «СССР» тигән 50-се томдан, өҫтәлгән 51-се томдан һәм номерһыҙ «Алфавит күрһәткесе» тигән ике китаплы томдан тора (1960);
өсөнсө сығарылышта (1969—1978) 30 том (24-се том ике китаптан тора: икенсе өҫтәмә китап — «СССР») һәм номерһыҙ «Алфавит буйынса исемле күрһәткес» тигән өҫтәмә томдан тора (1981).
Сығарылыштары
Беренсе сығарылыш
1923 йылда Госиздатта "Ҙур совет энциклопедияһы"н (БСЭ) нәшер итеү фекере тыуа, уның инициаторы академик Отто Юльевич Шмидт була. Отто Шмидт 1921—1924 йылдарҙа мөхәрририәт рәйесе вазифаһын башҡара. БСЭ-ны әҙерләү төркөмөнә марксист тарихсы М.Н. Покровский, тәнҡитсе һәм публицист Н. Л. Мещеряков, шағир В. Я. Брюсов, профессор В. Ф. Каган, К. С. Кузьминский һәм башҡалар инә. Политбюроның энциклопедия сығарыу тураһындағы 1924 йылдың 17 апреле ҡарары менән О. Ю. Шмидт баш мөхәррир итеп тәғәйенләнә.
«Советская энциклопедия» ҡатнаш акционерҙар йәмғиәтенең СССР Госбанкы исеменә бирелгән 1000 һумлыҡ акцияһы. Мәскәү , 1928 йыл
1925 йылда ВКП(б) Үҙәк Комитеты һәм СССР Үҙәк Башҡарма комитеты Президиумы ҡарары менән Коммунистик Академия ҡарамағында «Большая Советская Энциклопедия“ дәүләт ғилми баҫмаһы» ҡатнаш акционерҙар йәмғиәте төҙөлә, уға энциклопедия сығарыу йөкмәтелә[ 1] .
Беренсе том 1926 йылда донъя күрә. Әммә энциклопедияның тулы сығарылышын (65 том һәм тулыһынса СССР -ға арналған бер өҫтәмә том) әҙерләүгә 21 йыл китә, эш 1947 йылда ғына тамамлана. «Советская энциклопедия» акционерҙар йәмғиәте 1930 йылда Дәүләт һүҙлек-энциклопедия нәшриәтенә, ә 1937 йылда «Советская энциклопедия» дәүләт ғилми институтына үҙгәртелә.
Энциклопедияның беренсе сығарылышына йәмғеһе 65 мең статья, 12 мең иллюстрация һәм 1 меңдән ашыу карта инә. Дөйөм күләме 4,3 мең автор баҫма табағы тәшкил итә. Һәр томға уртаса 8—10 төҫлө географик карта һәм 20-ләп иллюстрация (төҫлөләре лә бар) ингән, улар айырым биттәрҙә бирелгән. Һалынма биттәрҙән тыш текст эсендә лә һүрәттәр һәм карталар күп. Иллюстрацияларҙың күпселеге билдәле совет рәссамдары тарафынан ағас гравюрала эшләнгән. Томдар алтын менән баҫып төшөрөлгән биҙәкле ледерин тышлыҡ һәм ярымкүн төп менән тышланған. Һәр том 50—80 мең дана траж менән сығарылған.
1924—1941 йылдарҙа академик Отто Юльевич Шмидт баҫманың баш мөхәррире була. Энциклопедия редакцияһы Мәскәүҙә Петровка менән Кузнецкий Мост урамдары сатындағы Анненковтар йортон биләй. Бүлектәрҙең мөхәррирҙәре һәм эре статьяларҙың авторҙары араһында — күренекле совет ғалимдары һәм дәүләт эшмәкәрҙәре: Н. Н. Баранский, А. Н. Бах, Г. И. Бройдо, А. С. Бубнов, Н. Н. Бурденко, Н. И. Бухарин , В. Р. Вильямс, К. Е. Ворошилов , И. М. Губкин, И. Э. Грабарь, Г. М. Кржижановский, Л. Н. Крицман, В. В. Куйбышев , Н. Я. Кун, Ю. Ларин, А. В. Луначарский, Н. Л. Мещеряков, В. П. Милютин, М. Ф. Нестурх, Н. М. Никольский, В. А. Обручев, Н. Осинский, М. Н. Покровский, Е. А. Преображенский , К. Радек, Н. А. Семашко, И. И. Степанов-Скворцов, В. Г. Фесенков, П. А. Флоренский, М. В. Фрунзе һәм башҡалар.
63-сө том ике вариантта сығарыла: 1933 йылда (тиражы 31 000 дана) 776 бағана менән, 1935 йылда (тиражы 20 200 дана) 768 бағана менән (2 табаҡҡа күберәк); ҡайһы бер статьяларҙың йөкмәткеһе төрлө була.
Томдар йөкмәткеһе
Том
Атама
Сыҡҡан йылы
Биттәр һаны
1
А — Аколла
1926
416
2
Аконит — Анри
1926
400
3
Анрио — Атоксил
1926, 1930
400
4
Атоллы — Барщина
1926, 1930
386
5
Барыково — Бессалько
1927
404
6
Бессарабия — Больм
1927
416
7
Больница — Буковина
1927
416
8
Буковые — Варле
1927
408
9
Варлен — Венглейн
1928
426
10
Венгрия — Вильно
1928
407
11
Вильом — Водемон
1930
416
12
Воден — Волховстрой
1928
416
13
Волчанка — Высшая
1929
403
14
Высшее — Гейлинкс
1929
430
15
Гейльброн — Германия
1929
414
16
Германия — Гимн
1929
432
17
Гимназия — Горовицы
1930
406
18
Город — Грац
1930
432
19
Грациадеи — Гурьев
1930
422
20
Гурьевка — Дейки
1930
439
21
Дейли — Джут
1931
424
22
Джуца — Договор торговый
1935
420
23
Доде — Евразия
1931
415
24
Евреи — Железняков
1932
400
25
Железо — Зазор
1932
400
26
Зазубные — Зерновые
1933
408
27
Зерновые — Империализм
1933
480
28
Империалистическая война — Интерполяция
1937
402
29
Интерполяция — Историческое языковедение
1935
383
30
История — Камбиформ
1937
400
31
Камбоджа — Кауфмана пик
1937
404
32
Каучук — Классон
1936
432
33
Классы — Конкуренция
1938
480
34
Конкурс — Крестьянская война
1937
384
35
«Крестьянская газета» — Ларсон
1937
384
36
Ларте — Лилло
1938
416
37
Лилль — Маммалогия
1938
420
38
Маммилярия — Мера стоимости
1938
416
39
Мерави — Момоты
1938
376
40
Монада — Нага
1938
392
41
Наган — Нидерландское искусство
1939
432
42
Нидерланды — Оклахома
1939
416
43
Окладное страхование — Палиашвили
1939
416
44
Пализа — Перемычка
1939
416
45
Перемышль — Пол
1940
440
46
Пола — Призмы оптические
1940
408
47
Признаки делимости — Равенстон
1940
448
48
Рави — Роббиа
1941
440
49
Робер — Ручная граната
1941
456
50
Ручное огнестрельное оружие — Серицит
1944
440
51
Серна — Созерцание
1945
424
52
Сознание — Стратегия
1947
472
53
Стратиграфия — Телец
1946
392
54
Телецкое озеро — Трихофития
1946
416
55
Трихоцисты — Украинское искусство
1947
986
56
Украинцев — Фаянс
1936
718
57
Феаки — Флор
1936
363
58
Флора — Франция
1936
400
59
Францоз — Хокусаи
1935
432
60
Холангит — Цянь
1934
400
61
Ч — Шахт
1934
448
62
Шахта — Ь
1933
416
63
Э — Электрофон
1933, 1935
776, 768
64
Электрофон — Эфедрин
1933
400
65
Эфемериды — Яя
1931
455
Номерһыҙ
Союз Советских Социалистических Республик
1947
487
Икенсе сығарылыш
Икенсе сығарылыш
Икенсе сығарылыш СССР Министарҙар Советы ҡарарына ярашлы[ 2] (1949 йылдың 20 феврале) әҙерләнә һәм «Большая советская энциклопедия» дәүләт ғилми нәшриәте тарафынан 1950—1958 йылдарҙа нәшер ителә. Сығарылыш 51 томдан тора (49 томда статьялар, 50-се том — «СССР», 51-се том — өҫтәмә), ә 1960 йылда 2 китаплыҡ предмет исемдәренең алфавит буйынса төҙөлгән күрһәткесе менән тулыландырыла.
Икенсе сығарылышта йәмғеһе 100 мең статья, 40 852 иллюстрация һәм 2362 карта була. Дөйөм күләме — 4,9 мең автор табағы. Тышлығы рельефлы. Һәр томдың тиражы 250—300 мең дана була.
Файл:BSE-2-Edition-Vol-5-page21-replacement.png Биттәрҙе алмаштырыу тураһында үтенес
Социаль, сәйәси темаларға һәм ғәмәлдәге дәүләт эшмәкәрҙәре тураһындағы мәҡәләләр совет идеологияһына ярашлы әҙерләнә. Ҡайһы берҙә илдәге үҙгәрештәргә бәйле темларҙы яҡтыртыу ҙа үҙгәрә. Мәҫәлән, 1953 йылда СССР эске эштәр министры Л. П. Берияны эштән алғас, энциклопедияға яҙылыусыларға уның тураһындағы статья урынына «Берингово море» статьяһының киңәйтеп яҙылған яңы варианты ебәрелә һәм был кеше тураһындағы статьяны алып ташларға тәҡдим ителә. Шул уҡ ваҡытта иллюстрациялар исемлегендә Л. П. Берия портреты телгә алына.
Сығарылыштың баш мөхәррирҙәре — академиктар Сергей Иванович Вавилов (1—7-се томдар, 1949—1951) һәм Борис Алексеевич Введенский (8—51-се томдар, 1951—1958), баш мөхәррир урынбаҫарҙары — А. А. Зворыкин һәм Л. С. Шаумян. Бүлек мөхәррирҙәре һәм статьяларҙың авторҙары араһында — шул замандың күренекле совет ғалимдары һәм фән эшмәкәрҙәре: Н. Н. Аничков, И. П. Бардин, А. А. Благонравов, В. В. Виноградов, Б. М. Вул, А. А. Григорьев, Е. М. Жуков, Б. В. Иогансон, А. Н. Колмогоров, Ф. В. Константинов, О. Б. Лепешинская, Т. Д. Лысенко, А. А. Михайлов, А. И. Опарин, К. В. Островитянов, Н. М. Страхов, С. П. Толстов, Е. А. Чудаков һәм башҡалар.
Томдарҙың йөкмәткеһе
Том
Атама
Сыҡҡан йылы
Биттәр һаны
1
А — Актуализм
1949
633
2
Акты — Ариетта
1950
652
3
Аризона — Аяччо
1950
626
4
Б — Березко
1950
640
5
Березна — Ботокуды
1950
644
6
Ботошани — Вариолит
1951
643
7
Вариолоид — Вибратор
1951
643
8
Вибрафон — Волово
1951
645
9
Вологда — Газели
1951
619
10
Газель — Германий
1952
615
11
Германик — Голубь
1952
642
12
Голубянки — Гродовка
1952
630
13
Гроза — Демос
1952
669
14
Демосфен — Докембрий
1952
655
15
Докеры — Железняков
1952
651
16
Железо — Земли
1952
671
17
Земля — Индейцы
1952
631
18
Индекс — Истон
1953
619
19
Историзм — Канди
1953
606
20
Кандидат — Кинескоп
1953
643
21
Кинестезия — Коллизия
1953
627
22
Коллиматор — Коржины
1953
627
23
Корзинка — Кукунор
1953
635
24
Кукуруза — Лесничество
1953
618
25
Лесничий — Магнит
1954
629
26
Магнитка — Медуза
1954
651
27
Медузы — Многоножка
1954
661
28
Многоножки — Мятлик
1954
660
29
Н — Николаев
1954
627
30
Николай — Олонки
1954
653
31
Олонхо — Панино
1955
645
32
Панипат — Печура
1955
646
33
Печь — Польцин
1955
669
34
Польша — Прокамбий
1955
653
35
Прокат — Раковины
1955
670
36
Раковник — «Ромэн»
1955
670
37
Рона — Самойлович
1955
666
38
Самойловка — Сигиллярии
1955
665
39
Сигишоара — Соки
1956
661
40
Сокирки — Стилоспоры
1957
645
41
Стилтон — Татартуп
1956
657
42
Татары — Топрик
1956
665
43
Топсель — Уженье
1956
669
44
Ужи — Фидель
1956
661
45
Фидер — Фурьеризм
1956
670
46
Фусе — Цуруга
1957
669
47
Цуруока — Шербот
1957
669
48
Шербрук — Элодея
1957
669
49
Элоквенция — Яя
1957
678
50
Союз Советских Социалистических Республик
1957
764
51
А — Я (дополнения)
1958
460
Өсөнсө сығарылыш
Өсөнсө сығарылыш КПСС Үҙәк Комитетының 1967 йыл 2 февраль ҡарарына ярашлы әҙерләнә һәм «Советская энциклопедия» нәшриәте тарафынан 1969—1978 йылдарҙа баҫыла. Сығарылыш 30 томда 31 китаптан тора (24-се том ике китаплы итеп әҙерләнә — тулыландырылған икенсеһе СССР-ға арнала). Өсөнсө сығарылыш өсөн 7-се кегле булған яңы шрифт — «Кудряшевская энциклопедическая гарнитура» ҡулланыла[ 3] . Өсөнсө сығарылыштың тиражы 630 мең дана тәшкил итә. 1981 йылда алфавитлы атама күрһәткесе менән тулыландырыла, ул 50 мең дана тираж менән баҫтырыла. Сығарылышты әҙерләүҙә 10 мең белгес ҡатнаша. Консультанттарҙың күбеһе ғилми дәрәжәле була[ 4] . Өсөнсө сығарылыштың төп принциптарының береһе — фәнде популярлаштырыу.
Сығарылышта йәмғеһе 95 279 статья, 29 120 иллюстрация, 3701 портрет һәм 524 төҫлө карта бар. 14-се томда «Ленин Владимир Ильич» статьяһына уның телмәрҙәре яҙылған һығылмалы грампластинка беркетелә. Сығарылыштың дөйөм күләме 3800 авторлыҡ табағы тәшкил итә[ 4] . Сығарылыш энциклопедияның статьяларына һылтанмалар системаһы менән айырылып тора[ 3] .
Академик Александр Михайлович Прохоров (1969—1978) баш мөхәррир була.
Өсөнсө сығарылыш инглиз теленә тәржемә ителә һәм «Macmillan Publishers»[ 4] нәшриәте тарафынан АҠШ -та 1973—1982 йылдарҙа 31 томда баҫтырып сығарыла[ 5] . Айырым илдәрҙә (ГДР , Бөйөк Британия һәм башҡалар) «СССР» тигән бер томлыҡ тәржемәләнеп нәшер ителә.
Шулай уҡ өсөнсө сығарылыш герк теленә тәржемә ителә һәм «Акадимос» (греч. Ακάδημος)[ 4] нәшриәте тарафынан 1977—1989 йылдарҙа 34 төп һәм 1 өҫтәмә том итеп баҫтырыла[ 6] .
Томдарҙың йөкмәткеһе
Том
Атама
Сыҡҡан йылы
1
А — Ангоб
1969
2
Ангола — Барзас
1970
3
Бари — Браслет
1970
4
Брасос — Веш
1971
5
Вешин — Газли
1971
6
Газлифт — Гоголево
1971
7
Гоголь — Дебит
1972
8
Дебитор — Евкалипт
1972
9
Евклид — Ибсен
1972
10
Ива — Италики
1972
11
Италия — Кваркуш
1973
12
Кварнер — Конгур
1973
13
Конда — Кун
1973
14
Куна — Ломами
1973
15
Ломбард — Мезитол
1974
16
Мезия — Моршанск
1974
17
Моршин — Никиш
1974
18
Никко — Отолиты
1974
19
Отоми — Пластырь
1975
20
Плата — Проб
1975
21
Проба — Ременсы
1975
22
Ремень — Сафи
1975
23
Сафлор — Соан
1976
24 (кн. 1)
Собаки — Струна
1976
24 (кн. 2)
Союз Советских Социалистических Республик
1977
25
Струнино — Тихорецк
1976
26
Тихоходки — Ульяново
1977
27
Ульяновск — Франкфорт
1977
28
Франкфурт — Чага
1978
29
Чаган — Экс-ле-Бен
1978
30
Экслибрис — Яя
1978
Электрон версия
1998 йылда «Аутопан» ЯАЙ-һы («Студия Multimedia.ru»), «Гласнет» ЯАЙ-һы һәм «Лукойл-Информ» ЯАЙ-һы («Большая Российская энциклопедия» нәшриәте менән хеҙмәттәшлектә) БСЭ-ның өсөнсө сығарылышын цифрлаштырыу проектын башлай. 2001 йылға текстарҙың һәм иллюстрацияларҙың төп корпусы сканлана, таныла һәм тикшерелә. Интернет-сығарылышҡа хоҡуҡты «Russ Portal Company Ltd.» компанияһы һатып ала, ул 2001 йылдың апрелендә «Рубрикон» энциклопедия онлайн-проектын башлай. 2002 йылда Мәскәүҙәге Халыҡ-ара китап күргәҙмә-йәрминкәһендә өс компакт-дискҡа яҙҙырылған энциклопедия күрһәтелә. Электрон версияның нәшерсеһе һәм дистрибьюторы сифатында «Новый диск» ЯАЙ-һы компанияһы сығыш яһай; энциклопедия «Рәсәй энциклопедияларының алтын фонды» серияһы сиктәрендә нәшерләнә.
Беренсе һәм икенсе сығарылыштарҙың электрон версиялары «„Электронные и традиционные словари“ һүҙлек нәшриәте» ЯСЙ-һы тарафынан 2010 һәм 2012 йылдарҙа сығарыла. CD/DVD-дисктарға яҙҙырып таратыусы һәм һатыусы — «БукаСофт» ЯАЙ-һы[ 7] .
Иҫкәрмәләр
↑ История издательства (билдәһеҙ) . 2011 йыл 4 сентябрь архивланған .
↑ Документ № 107. Постановление Политбюро ЦК ВКП(б) о втором издании Большой Советской Энциклопедии. 10.02.1949 (билдәһеҙ) . // Архив Александра Н. Яковлева.
↑ 3,0 3,1 Пухначев Ю. Наша новая энциклопедия (рус.) // Наука и жизнь . — 1979. — № 2. — С. 40—46.
↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 Прохоров А. М. Вселенная в алфавитном порядке (рус.) // Наука и жизнь . — 1979. — № 2. — С. 40.
↑ The Great Soviet Encyclopedia: A Translation of the Third Edition of the Bol'shaya Sovetskaya Entsiklopediya. — New York , London : Macmillan, Collier-Macmillan, 1973—1982. — Т. 1—31, index.
↑ Μεγάλη Σοβιετική Εγκυκλοπαίδεια. — Αθήνα : Ακάδημος, 1978—1989. — Т. I—XXXIV, συμπληρωματικός τόμος Α.
↑ Первое издание «Большой советской энциклопедии» вышло на DVD (билдәһеҙ) (21 ноябрь 2010).
Әҙәбиәт
Һылтанмалар