Неймеген (нидерл. Nijmegen, МФА: [ˈnɛi̯ˌmeːɣə(n)], элегерәк Нимвеген (нем. Nimwegen) — Нидерландтың көнсығыш өлөшөндәге ҡала, провинцияһы Гелдерланд провинцияһында, Ваал йылғаһы (Рейндың дельта тармаҡтарының береһе) буйында урынлашҡан. Халыҡ һаны — 165,1 мең кеше (2012). Майҙаны — 57,53 км².
Нидерландтың боронғо ҡалаһы, рим осоронда Batavodurum булараҡ билдәле, һуңыраҡ Noviomagus тип йөрөтөлә Беренсе тапҡыр Рейн йылғаһы һәм Ваал йылғалары үҙәнендә ҡәлғә төҙөү менән бәйле б. э. тиклемге I быуатта телгә алына. Ҡәлғә эргәһендә ҡәлғә исеме аҫтында ҙур булмаған Oppidum Batavorum ауылы барлыҡҡа килә. Артабан шул ауыл ҙурая һәм ҡалаға әйләнә.
Неймегенда Медицина университеты (1923 йыл), (1923), ыласын ихатаһы музейы һәм ҡала музейы эшләй, театр, концерт залы бар.
Неймегендағы иң боронғо бина — 16-ҡырлы баптистерий (изгеләндерелгән 799 йылда) һәм XII быуат сиркәүе емереклектәре. Был Бөйөк Карл резеденцияһынан Бөркөт ихатаһын (Valkhof) күрергә мөмкин. Император резиденцияһы булған бина викингтар тарфынан емерелә, уны яңынан Фридрих Барбаросса төҙөтә (1155 йылда). Француз революционерҙары 1796 йылда уны тулыһынса юҡҡа сығара.
Ҡала үҙәгендәге иң ҙур биналар — Изге Стефан ҙур сиркәүе (Kerk Grote) һәм ренессанс ратушаһы (1554) — улар Икенсе донъя һуғышынан һуң тергеҙелә. Иғтибарға лайыҡ башҡа биналар: латин мәктәбе(1544-45), үлсәм һәм үлсәүҙәр йорто (1612), хәҙерге заман кешеһе хаҡына урындағы сиркәү — изге Петр Канизий сиркәүе (1960).
Ҡала һәр йыл һайын үткәрелә торған Халыҡ-ара дүрт көнлөк йәйәү маршҡа старт биреү урыны булып тора(июлдең һәр өсөнсө шишәмбе көнөндә старт бирелә).
Ҡалала профессиональ футбол клубы «НЕК» төпләнгән, был клуб Нидерланд чемпионаттарының юғары дивизионында сығыш яһай.
Неймегендең туғанлашҡан ҡалалары: