Юлдыбай (Йылайыр районы)
Юлдыбай (рус. Юлдыбаево ; икенсе атамаһы Ғүмәр ) — Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 1650 кеше булған[ 4] .
Почта индексы — 453684, ОКАТО коды — 80227836001.
Халыҡ һаны
Халыҡ иҫәбе 2002[ 5] 2009[ 5] 2010[ 6] 1910 ↘ 1730↘ 1650
Милли составы
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса башҡорттар 95 % тәшкил итә[ 5] .
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө
Бөтә халыҡ
Ир-егеттәр
Ҡатын-ҡыҙҙар
Ир-егеттәр өлөшө (%)
Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
607
321
286
52,9
47,1
1959 йыл 15 ғинуар
2032
1078
954
53,1
46,9
1970 йыл 15 ғинуар
2057
1101
956
53,5
46,5
1979 йыл 17 ғинуар
1896
951
945
50,2
49,8
1989 йыл 12 ғинуар
1730
851
879
49,2
50,8
2002 йыл 9 октябрь
1910
946
964
49,5
50,5
2010 йыл 14 октябрь
1650
822
828
49,8
50,2
Халыҡ һаны буйынса аңлатма
төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989 , 2002 , 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Халыҡ һаны буйынса сығанаҡтар
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897 , 1920 , 1939 , 1959 , 1970 , 1979 , 1989 , 2002 , 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865 , 1879 , 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
Район үҙәгенә тиклем (Йылайыр ): 40 км
Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 95 км
Урамдары
Тау урамы (рус. Горная (улица) )
Дуҫлыҡ урамы (рус. Дружбы (улица) )
З. Вәлиди урамы (рус. З. Валиди (улица) )
Йылға аръяғы урамы (рус. Заречная (улица) )
И. Дилмөхәмәтов урамы (рус. И. Дильмухаметова (улица) )
Колхоз урамы (рус. Колхозная (улица) )
Кооператив урамы (рус. Кооперативная (улица) )
Тыныслыҡ урам (рус. Мира (улица) )
Йәштәр урамы (рус. Молодежная (улица) )
Октябрь урамы (рус. Октябрьская (улица) )
С. Юлаев урамы (рус. С. Юлаева (улица) )
Совет урамы (рус. Советская (улица) )
Т. Морат урамы (рус. Т. Мурата (улица) )
Ф. Юлдашбаева урамы (рус. Ф. Юлдашбаевой (улица) )
Х. Атанғолов урамы (рус. Х. Атангулова (улица) )
Хоҙайбирҙин урамы (рус. Худайбердина (улица) )
Электр урамы (рус. Электрическая (улица) )
1 Май урамы (рус. 1 Мая (улица) )[ 7]
Тарихы
Ауылға 18-се быуат уртаһында Нуғай даруғаһы Түңгәүер улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Шулай уҡ Юлдыбай, Юлыбай, Ҡабарбаш исемдәре менән теркәлгән. 1866 йылда 80 йортта 515 кеше йәшәгән. Малсылыҡ , игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 йылда мәҙрәсә теркәлгән. Юлдыбай 4-се башҡорт кантонының үҙәге булған (1855 йылға). 1938—1956 йылдарҙа Матрай районының административ үҙәге. 50-се йылдарҙа 18 быуаттың 2-се яртыһында нигеҙләнгән Ғүмәр ауылы менән ҡушыла[ 8] .
Шулай уҡ уҡығыҙ[ 9] .
Инфраструктура
Башҡорттар йәшәй (2002). Халҡы «Һаҡмар совхозы» МУАХП-нда эшләй. Һөнәрселек лицейы, Юлдыбай урта мәктәбе , балалар баҡсаһы, физкультура-һауыҡтырыу комплексы, амбулатория, мәҙәниәт йорто (башҡорт халыҡ театры, халыҡ ҡурайсылар ансамбле, халыҡ вокаль ансамбле) бар. «Азамат», «Сатҡылар» халыҡ бейеүҙәре ансамбле, китапхана, мәсете бар[ 10] .
Билдәле шәхестәре
Айытҡолов Азат Миңлеғәле улы (27.01.1956) — ҡурайсы, педагог, Рәсәйҙең атҡаҙанған (1998), Башҡортостандың халыҡ артисы (1991), Ғәлимов Сәләм исемендәге премия (1990) һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (2000) лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры (2021).
Солтанов Юнир Йонос улы (6 октябрь 1954 йыл ), дәүләт һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһе эшмәкәре. 1998—2005 йылдарҙа Мәсетле районындағы «Ҡарағай» шифаханаһының баш табибы һәм директоры, 2005—2011 йылдарҙа Мәсетле район хакимиәте башлығы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы[ 11] .
Хисмәтуллин Әхмәт Әхәт улы (19 ғинуар 1952 йыл ), дәүләт хеҙмәте ветераны. 1986—1994 йылдарҙа Башҡортостандың Үҙәк дәүләт тарихи архивы директоры; 1998—2013 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Архив эштәре идаралығы начальнигы, 2014—2021 йылдарҙа идаралыҡ ҡарамағындағы Йәмәғәт советы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2010), Рәсәй Федерацияһының почётлы архивсыһы (2007).
Әбсәләмов Мөслим Бәхтейәр улы (12 июнь 1932 йыл — 5 июль 2009 йыл ) — уҡытыусы, прозаик һәм публицист.
Буканова Роза Ғафар ҡыҙы (29 ғинуар 1950 йыл ) — ғалим-тарихсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Тарих фәндәре докторы (1998), профессор (1999). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фəн эшмəкəре (2000).
Буканова Роза Ғафар ҡыҙы. Тарих фәндәре докторы, профессор.
Матбуғатта
Килен булып төшкән ер[ 13]
Йыр-моңға бай Юлдыбай[ 14]
Йылайыр районы Юлдыбай ауылы халҡы-урындағы башланғыстар өсөн[ 15]
Видеояҙмалар
Фото
Йылайыр районының Юлдыбай ауылы[ 17]
Ер-һыу атамалары
Йылайыр районы Юлдыбай ауылының ер-һыу атамлары[ 18]
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар