РәсәйРәсәй
Башкортостан
Ауырғазы
Төрөмбәт
54°00′39″ с. ш. 55°31′23″ в. д.HGЯO
↘559[1] кеше (2010)
башҡорттар
UTC+6
453497
02, 102
80 205 858 001
80 605 458 101
0519189
Төрөмбәт (рус. Турумбет) — Башҡортостандың Ауырғазы районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 620 кеше[2]. Почта индексы — 453497, ОКАТО коды — 80205858001.
Өршәк йылғаһы буйында урынлашҡан.
Төрөмбәт ауылы Меркет-Мең улусы сотнигы Төрөмбәт Ырыҫҡоловтың исемен йөрөтә. Сотник XVIII быуаттың 60-сы йылдарындағы сығанаҡтар буйынса билдәле. 1811 йылда VI ревизия ауыл халҡын милли ҡатнаш (Биштәк, Көҙәк, Этекәй ауылдарынан килгән 211 аҫаба башҡорт, 48 керҙәш башҡорт, 88 типтәр) күрһәтә. Әммә халыҡ һаны ике ауыл — Иҫке- һәм Яңы Төрөмбәт буйынса бирелә. Һуңғыһы 1784 йылда айырылып сыға. VII ревизия ваҡытында иҫке ауылда 13 йортта йәшәгән 77 кешене иҫәпкә ала, яңы ауылда 38 йортта 211 кеше теркәлә. ХIХ быуат уртаһында беренсеһендә — 124, икенсеһендә 373 кеше иҫәпләнгән. Яңы Төрөмбәттә ауылға нигеҙ һалыусының улдары йәшәй. Былар балалары менән йорт сотнигы Абдулкәрим, Абдрахман, Яңыбәк Төрөмбәтовтар. Малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ, сана яһау менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, һыу тирмәне булған. 1906 йылда мәсет, бакалея кибете иҫәпкә алынған. 30‑сы йылдарҙан алып 1‑се Төрөмбәт (443 кеше) һәм 2‑се Төрөмбәт (296 кеше) ауылдары булараҡ теркәлгән, һуңынан улар хәҙерге исем менән бергә иҫәпкә алынған[3].
Төрөмбәт ауылы — административ үҙәк. Төп мәктәп (Степановка урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (“Йыйын” башҡ. халыҡ фольклор ансамбле), китапхана, мәсет бар.
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт - башҡорттар (99 %)[4].
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
1850 йылда Төрөмбәт ауылында ла ла рәүиз (ревизия) үткәрелә һәм уның материалдары Башҡортостандың Милли архивында һаҡлана[5].
Ауылдың исеме антропонимдан. Төрөмбәт ауылы унда төпләнеүсе Меркет-Мең улусы сотнигы Төрөмбәт Ырыҫҡолов исеме менән атала.
Йылғалар
Район үҙәге: Талбазы ауылы Tораҡ пункттар: Абдрахман | Абдулла | Александровка | Алексеевка(Семенкин ауыл советы) | Алексеевка (Талбазы ауыл советы) | Андреевка | Арыҫлан | Аҫаубаш | Байкал | Байыш | Балыҡлыкүл | Баҡай | Белогорский ауыл | Белогорский утар | Берёзовка | Берлек | Бишҡайын | Болотин | Борисовка | Бәләкәй Ивановка | Веселовка | Волков | Вязовка | Ғүмәр | Дадановка | Дарьевка | Дарьин | Добровольный | Дубровка | Дүртөйлө | Ермолаевка | Журавлевка | Зәйет | Ибрай | Ивановка | Игенсе | Исмәғил | Ишле | Иҫке Ибрай | Иҫке Ивановка | Иҫке Күҙәк | Иҫке Ҡарамалы | Иҫке Маҡар | Иҫке Тимешкә | Иҫке Әпсәләм | Иҫке Әтекәй | Каменка | Кесе Ибрай | Кесе Нуғаҙаҡ | Кешәнне | Князевка | Красный Восток | Кузьминовка | Культура | Кәбәс | Кәлсер-Буран | Көйәҙебаш | Ҡорманай | Ҡушкүл | Макаров | Марс | Марьяновка | Михайловка | Миңнебай | Мораҙым | Мостафа | Мәнеү | Мәҫәле | Мөҡсин | Надеждин | Наумкин | Николаевка | Никольск | Никольский | Нуғаҙаҡ | Нәжметдин | Өсбәлеш | Покровка | Поташевка | Пушкин | Сәмән | Ситдиҡ-Мулла | Собханғол | Солтанморат | Сосновка | Степановка | Сулпан (Талбазы ауыл советы) | Сулпан (Өршәк ауыл советы) | Сыбайтал | Сыуаш-Ҡарамалы | Сәлих | Сөләймән | Сыуаш Нуғаҙағы | Талбазы | Тальник | Татар Нуғаҙағы | Ташлыкүл | Таштамаҡ | Терешковка | Терәпә | Толмачевка | Трудовка | Туҡай | Түбәнге Бәгәнәш | Түбәнге Ләкәнде | Түрһәгәҙе | Төбәк | Төрөмбәт | Утаркүл | Уҡҫынны | Уҫман (Таштамаҡ ауыл Советы) | Уҫман (Төрөмбәт ауыл советы) | Үрге Бәгәнәш | Үрге Ләкәнде | Үтәймулла | Хәсән | Һабансы | Шеверле | Шишмә (Балыҡлыкүл ауыл советы) | Шишмә (Солтанморат ауыл советы) | Шланлы | Әмзә | Әхмәр | Әхмәт | Юламан | Юлдаш | Яңы Атйетәр | Яңы Гуровка | Яңы Кәлсер | Яңы Ҡарамалы | Яңы Мостафа | Яңы Сылатҡан | Яңы Тимешкә | Яңы Троицкий | Яңы Федоровка | Яңы Әтекәй | Яҡты Юл