РәсәйРәсәй
Башҡортостан Республикаһы
Туймазы
Сәйрән ауыл Советы
54°34′11″ с. ш. 54°14′08″ в. д.HGЯO
↗209[1] кеше (2010)
UTC+6
452765
02, 102
80 251 845 004
80 651 445 106
0520110
Төпкилде (рус. Тюпкильды) — Башҡортостан Республикаһының Туймазы районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына халыҡ һаны 204 кеше була[2]. Сәйрән ауыл Советы составына инә. Почта индексы — 452765, ОКАТО коды — 80251845004.
Хәҙерге Туймазы районы составына ингән бөтә Ҡаңлы тораҡ пункттары Үрмәкәй түбәһенә ҡараған. Нөгөш йылғаһы эргәһендәге 6 ауыл 12-се башҡорт кантонының 17-се тирмәһен тәшкил итә. Бөтә тораҡ пункттарының да йәшәүселәре — ерһеҙ башҡорттар, улар ҡаңлылар тарафынан керҙәштәр хоҡуғында ҡабул ителгәндәр.
Ауылдарҙың тәүгеһе Төпкилде тип атала. Уны тәүге телгә алыу ҡаңлы-аҫабалар ерһеҙ башҡорттарҙы бында индергәс, 1714 йылға ҡарай. Ауыл тарихын халыҡ ошолай хәтерләй: «Туймазы районының Төпкилде ауылы ултырған тирәгә 1650-се йылдарҙа Бөрйән районы урмандарын ярып аҡҡан Нөгөш йылғаһы буйында тыуып үҫкән Арыҫланбәк исемле башҡорт барып төпләнә. Уны был яҡтағы ер-һыуҙарға хужа булып, нәҫеле менән төпләнеп ҡалһын тип, атаһы күсереп ултырта. Ул нигеҙ һалған ауыл уның исеме менән Арыҫланбәк тип атала, ә ауылы янынан ағып ятҡан йылғаға тыуған яҡ иҫтәлеге итеп Нөгөш тип исем ҡуша. Ә үҙенең улы тыуып ҙурайғас, уға яҡында Төпкилде утары һалып бирә. Бөгөнгө башҡорт ауылы Төпкилде Арыҫланбәк мырҙа улының исеме менән аталған („Ағиҙел“ журналындағы „Собханғол, Арыҫланбәк, Бикмәт“ исемле мәҡәлә. Авторы Мир Мөхәмәтйәнов (йылы яҡынса 1986))»
Ауылдың үҫешен түбәндәге мәғлүмәттәр буйынса күҙәтеп була:
Шуны ла билдәләп китергә кәрәк: 1859 йылда бөтә халыҡты керҙәштәр тип атағандар, был ысынбарлыҡҡа тап килә, 1870 йылда — башҡорттар, башҡа йылдарҙа — типтәрҙәр тип атағандар. Эш шунда: XVIII быуаттың 30-сы йылдарында ҡаңлыларҙың керҙәштәре булып киткән башҡорттар буласаҡ Троицк өйәҙенең Айлы улусынан сыҡҡандар (улустар 1781—1782 йылдарҙа барлыҡҡа килгәндәр).
Шулай итеп, Төпкилде ауылы халҡы — элекке аҫаба-әйлеләр.
1843 йылда 386 башҡортҡа 272 бот ужым һәм 1744 бот ярауай иген, 48 бот картуф ултыртыла[3].
Ауылда башҡорттар йәшәй (2002). Дөйөм ҡеүәте — 2,2 МВт булған ел электр станцияһы эшләй. Фельдшер-акушерлыҡ пункты бар[4].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса күпселек башҡорттар (87 %)[5].
Ауыл Нөгөш йылғаһы буйында, Һамар—Өфө—Силәбе автомобиль юлында урынлашҡан. Яҡында Рәсәйҙә иң эре ел электростанцияларының береһе — ЕЭС Төпкилде урынлашҡан[6][7].
Алыҫлығы:[8]
Урам исеме[9]:
Район үҙәге: Туймазы ҡалаһы Tораҡ пункттар: Аблай | Александровка | Алексеевка | Арҙат | Аҙнағол | Балағаскүл | Балтай | Баҡсаһарай | Беренсе Май | Бикмәт | Бишҡурай | Булат | Бәйрәкәтүбә | Бәләкәй Туҡмаҡ-Ҡаран | Бәтке | Бөресклет хужалығы | Воздвиженка | Горный | Ғәфүр | Дарвин | Дуҫлыҡ | Егетәк | Знаменка | Илсембәт | Иманғол | Имәнкүпер | Исмаил | Иҫке Арыҫланбәк | Иҫке Собханғол | Иҫке Туймазы | Иҫке Ҡандра | Йүкәле Шишмә | Йәрмөхәмәт | Казнаковка | Кендектамак | Кесе Бикмәт | Кожай-Андреев | Константиновка | Кәкребаш | Кәлшәле | Көйөктамаҡ | Ҡайынйылға | Ҡамыштау | Ҡандра-Төмәкәй | Ҡандра-Ҡотой | Ҡандракүл | Ҡандра | Ҡарамалы | Ҡарамалы-Ғөбәй | Ҡаран-Бишенде | Ҡаранйылға | Ҡарат | Ҡараттамаҡ | Ҡыҙылташ | Ҡыҙылбүләк | Ҡыҫҡайылға | Леонидовка | Майский | Мостафа | Мулла-Ҡамыш |Мәтәүтамак | Мәҡсүт | Нескәбуләк | Никитинка | Николаевка | Нур | Нөркәй | Ольховка | Покровка | Раевка | Райман | Самсыҡ | Серафимов | Серафимовка | Собханғол | Соҡаҙыбаш | Соҡаҙытамаҡ | Сыуаш-Олхан | Сәйрән | Татар-Олҡан | Ташкисеү | Тимер | Туҡай | Туҡтағол | Туҡмак-Ҡаран | Түбәнге Бишенде | Түбәнге Сәрҙек | Түбәнге Троицк |Түбәнге Ҡаранйылға | Тәрәнйылға | Төмәнәк | Төпкилде | Уяҙытамаҡ | Үрге Бишенде | Үрге Сәрҙек | Үрге Троицк | Үрмәкәй | Үрнәк | Фрунзе | Һалҡыншишмә | Чапаев | Әгертамак | Әйтәктамаҡ | Әтек | Япрыҡ | Япрыҡ янғын һүндереү депоһы | Ярмунса | Яҡшай | Яңы Арыҫлан | Яңы Арыҫланбәк | Яңы Бишенде | Яңы Нарыш | Яңы Һыуыҡҡул