РәсәйРәсәй
Башҡортостан
Илеш районы
55°17′47″ с. ш. 54°25′06″ в. д.HGЯO
UTC+6
02, 102
80 230 868 001
80 630 468 101
0520887
Сүлте (рус. Сюльтино) — Башҡортостан Республикаһының Илеш районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 339 кеше булған[1]. Почта индексы — 452269, ОКАТО коды — 80230868001.
Ағиҙелдең һул ҡушылдығы булған Баҙы йылғаһы үҙәнендәге Сүлте ауылын Ҡыр-Йылан улусына ҡараған Йәлдәк ырыуы башҡорттары рөхсәте менән борондан Байлар ырыуының ерһеҙ башҡорттары (припущенниктар йәки керҙәштәр) төйәк итә. Беренсе булып Каманың уң яғында йәшәгән Солтанғәли (Султы — Сүлте) атлы уҙаман ҡустылары Игелек һәм Ҡорбанғәли менән бергә Байлар улусынан килеп төпләнә. Тәүҙә улар бер аҙ ваҡыт хәҙерге Дүртөйлө районының Солтанбәк ауылынан көнбайыштараҡ ятҡан ҡалҡыулыҡҡа урынлаша. Бер аҙҙан Йәлдәк ырыуы аҫабалары яңы урынға күсенеп ултырғандан һуң Байлар ырыуы башҡорттары мәңгелеккә бында төпләнеп ҡала. 1700 йылда Сүлте ауылы Бурлытау тигән биләмәгә ныҡлап төпләнә[2].
Сүлте башҡорттарының ышаныслы кешеһе Әбделвәхит Ейәнғолов XVII быуат аҙағында төҙөлгән килешеүҙән өҙөмтә килтерә: "Байлар улусынан минең олатайым Сүлтенай Багаев иптәштәре менән Йәлдәк улусында йәшәгән ырыуҙаштары ерендә 1691 йылдың 17 мартында бирелгән яҙмаға ярашлы Баттал умарта урманын һәм Баҙы йылғаһы буйындағы сабынлыҡтарҙы Наҙы йылғаһы үҙәненә тиклем ошо яҙмаға ярашы файҙаланырға хоҡуҡлы..."[3].
Архив документтары буйынса ауылға нигеҙ 1693 йылда һалына, ә легенда буйынса — 1700 йылда. 1858 йылда үткәрелгән рәүиз документтарында ауыл халҡы керҙәштәр (припущенниктар) булараҡ теркәлә, ә 1870 йылда улар башҡорттар тип таныла. Керҙәш башҡорттар типтәрҙәр составын тулыландыра[3].
1834 йылда ауылда тирмән, тимерлек эшләй. Типтәрҙәрҙә 120 солоҡ, ә башҡорттарҙа 55 умарта һәм 30 солоҡ булыуы теркәлә. 1843 йылда 270 башҡортҡа 464 бот ужым һәм 776 бот яҙғы иген сәселә. Никахтар буйынса: 1816 йылда 31 ғаиләнең 6-һында күп ҡатынлылыҡ күҙәтелә. Ә 1834 йылда бындай күренеш 50 ғаиләнең 8-ендә күҙәтелә. XIX быуат уртаһында дүрт, өс һәм 2 ҡатын менән йәшәгән 6 ғаилә билдәләнә[3].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Район үҙәге: Үрге Йәркәй ауылы Tораҡ пункттар: Абдулла | Аҡкүҙ | Андреевка | Ашман | Баҙытамаҡ | Баҙы-Ҡуян | Бишҡурай | Буралы | Бүләк (Базытамаҡ ауыл Советы) | Бүләк (Иғмәт ауыл Советы) | Восток | Вотяк Мәнәүезе | Гремучий Ключ | Гремучий Ключ (Ҡужбаҡты ауыл советы) | Груздевка | Дөмәй | Ибраһим | Илеш | Иләкшиҙе | Ирмәш | Исәмәт | Иштирәк | Ишҡар | Иғмәт | Иҫке Айыу | Иҫке Бейектау | Иҫке Күктау | Иҫке Нәдир | Иҫке Татыш | Иҫке Ҡырғыҙ | Иҫәнбай | Йәйләү | Йөннө | Калинин | Кенәзйылға | Кесе Бишҡурай | Кесе Тәжәй | Красный Октябрь | Ҡайынлыҡ | Ҡарабаш | Ҡужбаҡты | Ҡыпсаҡ | Ҡыҙыл Байраҡ | Ҡыҙыл Йондоҙ | Ҡыҙыл Көс | Ҡыҙылъяр | Ҡәҙер | Лаяшты | Лена | Мари-Мәнәүез | Марин | Олоялан | Рсай | Сейәле-Әтәс | Сүлте | Сәйетҡол | Татар Мөнәүезе | Ташкисеү | Ташшишмә | Теләкәй | Теләпән | Туҡайтамаҡ | Турасы | Тыпый | Түбәнге Йәркәй | Түбәнге Сереккүл | Түләгөн | Тәжәй | Уяндыҡ | Үрге Йәркәй | Үрге Маншыр | Үрге Сереккүл | Үрге Юлдаш | Үрмәт | Үрнәк | Һеңрән | Шиҙәле | Шәммәт | Этәй | Әнәс | Ябалак | Янтуған | Яңы Айыу | Яңы Аташ | Яңы Күктау | Яңы Нәдир | Яңы Тормош