Был терминдың башҡа мәғәнәләре лә бар, ҡарағыҙ:
Ся .
Ся (ҡыт. 夏朝 , пиньинь xià cháo) — боронғо Ҡытайҙа б. э. т. 2070 йылдан б. э. т. 1765 йылға ҡәҙәр хакимлыҡ итеүсе легендар династия. Башҡа версия буйынса, династияның хакимлыҡ итеү осоро б. э. т. 2700 йылға ҡарай. Ҡытай археологтары йыш ҡына Ся династияһын Эрлитоу археологик мәҙәниәте менән бәйләй. Ся менән тура килтерелгән территорияла Көнсығыш Чжоу осоронда Цзинь батшалығы урынлашҡан.
Мифик тәүтарих
Луньшань мәҙәниәте һауыты
Ҡытай мифологик-тарихи традицияһына ярашлы, Ҡытай дәүләтселегенең нигеҙләүсеһе Һары Император — Хуан-ди була, ул беҙҙең эраға тиклем XXVII быуатта ҡатмарлы көрәштән һуң айырым ҡәбиләләрҙең юлбашсыларын үҙенә буйһондора һәм Куньлунь тауҙарында (Хуанхэ йылғаһы бассейынан көнбайышҡа табан) үҙ дәүләтен төҙөй.
Тыныслыҡ урынлаштырып, Хуан-ди илаһтарға ҡорбан килтерә, чиновник-идарасыларҙы тәғәйенләй һәм илдә тәүге ҡанундарҙы индерә. Хуан-диҙың 25 улы була, шуларҙың ун дүрте билдәле ҡытай ҡәбиләләренең башлап ебәреүселәре булып китә. Хуан-динан (б. э. т. 2698 — б. э. т. 2597) тәхет Шао-хаоға, һуңынан — Чжунь-сюйға, шунан Ди-Куға, артабан — Ди-чжиға һәм аҙаҡ Яоға күсә. Император Яо игелекле һәм аҡыллы хакимдың иң юғары миҫалы тиерлек була. Император Яо илде берләштерә һәм уны гармония хәленә еткерә, кешеләр араһында татыулыҡ урынлаштыра, тәртипте һәм йылды дөрөҫ хисаплауҙы күҙәтеү өсөн булдыҡлы ярҙамсыларҙы тәғәйенләй. Яо үҙенең вариҫы итеп игелекле Шунде (б. э. т. 2256 — б. э. т. 2205) һайлай. Император Шунь хакимлыҡ итеү осоронда ил 12 өлкәгә бүленә һәм бөтә урында ул индергән ҡанундар урынлаштырыла.
Бөйөк Юй һәм Ся дәүләтен нигеҙләү
Бөйөк Юй
Шундән власть Хуан-ди нәҫеленә ҡараған Юйға күскән, ул сығышы менән Ся ырыуынан булған. Юй тәүге Ся ҡытай династияһына нигеҙ һалыусы тип иҫәпләнә. Был династияның ун ете хакимы өс ярым быуаттан ашыу хакимлыҡ итә.
Әҙәбиәттә Ся дәүеренең төрлө тасуирламалары осрай, улар араһында иң иртә һәм тулы яҙылған булып «Ши цзи» иҫәпләнә.
Ся хакимдары исемлеге
Хәҙерге тарихсыларҙың ҡайһылары Ся дәүере ваҡиғаларын легендар тип иҫәпләй. Был мәсьәлә хәҙерге заманда ла бәхәсле һәм сиселмәгән булып ҡала. Шулай ҙа был дәүергә ҡараған бер ниндәй ҙә яҙма ҡомартҡылар әлеге ваҡытта табылмаған.
Династия тарихына хәҙерге ҡараштар
Хәҙерге заман ҡытай ғалимдары Хуанхэ ҡушылдығы Лохэ йылғаһы үҙәнендә урынлашҡан (хәҙерге Ҡытайҙың Хэнань провинцияһы территорияһы) һәм беҙҙең эраға тиклем XVII—XVI быуаттарға ҡараған Эрлитоу-3 археологик мәҙәниәтен Ся династияһы менән тап килтереү яҡлы.
Улар Ся-Шан-Чжоу хронологик пректы (ҡыт. 夏商周断代工程 ; 1996-2000) эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә ошондай һығымтаға килә. Был ҡараш барлыҡ белгестәр тарафынан, бигерәктә Ҡытайҙан ситтә йәшәгәндәренән, ҡабул ителмәгән.
География
Хәҙерге Эрлитоу һәм боронғо Ци батшалығы , Ся династияһының вариҫы буларыҡ хәҙерге Хэнань провинцияһы биләмәһендә урынлашҡан булған.
Әҙәбиәт
Сыма Цянь . Исторические записки. Т. 1. (перевод Р. В. Вяткина)
Блюмхен С. И. Становление династии Ся и «Событие 4200ВР» в свете исследований китайских и западных учёных // Общество и государство в Китае: XLII конференция: т. I. М., 2012. — С.70-88. ISSN 2072-5795
Douglas J. KEENAN (2002), «Astro-historiographic chronologies of early China are unfounded », East Asian History , 23: 61-68.
Yun Kuen LEE (2002), «Building the chronology of early Chinese history», Asian Perspectives: the Journal of Archaeology for Asia and the Pacific , 41.1: 15-42.
LI Xueqin (2002), «The Xia-Shang-Zhou Chronology Project», Journal of East Asian Archaeology , 4: 321—333.
Һылтанмалар