Миәкәтамаҡ (рус. Миякитамак) — Башҡортостандың Миәкә районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 675 кеше[1].
Почта индексы — 452084, ОКАТО коды — 80244835006.
Халыҡ һаны
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө
|
Бөтә халыҡ
|
Ир-егеттәр
|
Ҡатын-ҡыҙҙар
|
Ир-егеттәр өлөшө (%)
|
Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
|
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) |
|
|
|
|
|
1920 йыл 26 август |
895 |
|
|
|
|
1926 йыл 17 декабрь |
|
|
|
|
|
1939 йыл 17 ғинуар |
988 |
|
|
|
|
1959 йыл 15 ғинуар |
924 |
|
|
|
|
1970 йыл 15 ғинуар |
|
|
|
|
|
1979 йыл 17 ғинуар |
|
|
|
|
|
1989 йыл 12 ғинуар |
681 |
|
|
|
|
2002 йыл 9 октябрь |
745 |
|
|
|
|
2010 йыл 14 октябрь |
675 |
330 |
345 |
48,9 |
51,1
|
Халыҡ һаны буйынса аңлатма
төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Халыҡ һаны буйынса сығанаҡтар
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
Ауыл тарихы
Миәкәтамаҡ ауылы Миәкә йылғаһы буйында урынлашҡан. Ауылға 1752 йылда, купчий ҡағыҙы буйынса, Р.Уразлин һатып алған Нуғай даруғаһы Илекәй‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә, хеҙмәтле татарҙар нигеҙ һала. Исеме гидронимдан алынған. 1795 йылда 18 йортта 99 кеше йәшәгән, 1865 й. 46 йортта — 299 кеше. Игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 йылда шулай уҡ мөгәзәй теркәлгән.1906 йылда халыҡ һаны 631 кеше булған.
Татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.[2]
Икенсе сығанаҡтан мәғлүмәт: ерҙе файҙаланыу хоҡуғына улар властарға 1752 йылдың 25 сентябрендәге килешеү яҙмаһы,Вәхитов тип аталған документты тапшыра, әммә ул башҡорт Үтәкәевтең үҙенең ерҙәрен тәржемәсе Роман Уразлинға һатыуы тураһында купчий ҡәлғәһе булып сыға. Был документ нисек хеҙмәтле татарҙар ҡулында булған — быға халыҡ үҙе яуап бирә. Ер, баҡтиһәң, уларға мираҫ булып ҡалған, сөнки Ураҙлин уларҙың яҡын туғаны булған.
1795 йылда 18 йортта 99 хеҙмәтле татар иҫәпкә алынған. 1816 йылда — 140, 1834 йылда — 234, 1870 йылда — 299 татар иҫәпләнгән.[3]
Билдәле шәхестәре
Иҫкәрмәләр