Кожай-Семёновка (рус. Кожай-Семёновка) — Башҡортостандың Миәкә районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 590 кеше[1].
Почта индексы — 452087, ОКАТО коды — 80244835001.
Халыҡ һаны
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө
|
Бөтә халыҡ
|
Ир-егеттәр
|
Ҡатын-ҡыҙҙар
|
Ир-егеттәр өлөшө (%)
|
Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
|
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) |
|
|
|
|
|
1920 йыл 26 август |
|
|
|
|
|
1926 йыл 17 декабрь |
|
|
|
|
|
1939 йыл 17 ғинуар |
|
|
|
|
|
1959 йыл 15 ғинуар |
|
|
|
|
|
1970 йыл 15 ғинуар |
|
|
|
|
|
1979 йыл 17 ғинуар |
|
|
|
|
|
1989 йыл 12 ғинуар |
|
|
|
|
|
2002 йыл 9 октябрь |
|
|
|
|
|
2010 йыл 14 октябрь |
590 |
289 |
301 |
49,0 |
51,0
|
Халыҡ һаны буйынса аңлатма
төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Халыҡ һаны буйынса сығанаҡтар
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
Ауыл тарихы
- Ауылға Бәләбәй өйәҙе Илекәй-Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә, 1795 йылда, керҙәшлек килешеүе буйынса, сыуаштар нигеҙ һала.[2]
Улар хәҙерге Бишбүләк районының Киҫтәнле-Боғҙан ауылынан Богдан һәм Семен исемле кешеләр була.XVII быуаттың аҙағында "Каркылмас" тигән урынға төпләнгәндәр. Уларға башҡа урындарҙан да сыуаштар ҡушыла. Һуңынан ер үлсәүселәр уларға урынды Кожай йылғаһының башы булған ерҙән, көньяҡ-көнбайыштан 2-3 саҡрым алыҫлыҡта бүлә. Йылғаның исеме һәм яңы торамаға нигеҙ һалыусының исеме менән уны "Кожаевой Семенова" тип атағандар. Бейеклектә уңайлыҡтар бик булмай. Ер биләмәләре лә уңдырышһыҙ була.Семен һәм башҡалар, йәшәү урынын ("Кожай-Тамаҡ") алмаштырып, ниһайәт, Тимәш йылғаһы буйында туҡтала. Торама "Кожай Семеновка" тип атала башлай.
• Халҡы игенселек, малсылыҡ, һөнәрселек, баҡыр мәғдәне сығарыу менән шөғөлләнә.
• 1893 йылда 56 ихата,унда 145 ир-егет, 164 ҡатын-ҡыҙ; 1905 йылда 112 ихатала 322 ир, 320 ҡатын-ҡыҙ йәшәүе теркәлгән. Сиркәү-мәхәллә мәктәбе була.
• XIX быуат аҙағында бер класлы училищелар - дини ведомство мәктәптәре араһында Кожай-Семеновская иҫәптә була. 1918 йылдың 21 ғинуарында "Сиркәүҙе дәүләт һәм мәктәптән айырыу тураһында"ғы декретҡа ҡул ҡуйыла.
• Берҙәм хеҙмәт совет мәктәбе ойошторола. Ете йыллыҡ уҡытыу индерелә.Тәүге сығарылышы- 1943 йылда була.
• 1961-1962 уҡыу йылында һигеҙ йыллыҡ мәктәп асыла.
• 1975 йылда һигеҙ йыллыҡ мәктәп урта мәктәп тип үҙгәртелә. Мәғлүмәт Никитин Вадим Вячеславович тарафынан бирелгән, Бәләбәй ҡалаһы.
Сығанаҡтар
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Кожай-Семёновка // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.