Комсомол (рус. Комсомольский) — Башҡортостандың Дәүләкән районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 259 кеше[2].
Почта индексы — 453414, ОКАТО коды — 80222840003.
Халыҡ һаны
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө
|
Бөтә халыҡ
|
Ир-егеттәр
|
Ҡатын-ҡыҙҙар
|
Ир-егеттәр өлөшө (%)
|
Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
|
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) |
|
|
|
|
|
1920 йыл 26 август |
|
|
|
|
|
1926 йыл 17 декабрь |
|
|
|
|
|
1939 йыл 17 ғинуар |
|
|
|
|
|
1959 йыл 15 ғинуар |
|
|
|
|
|
1970 йыл 15 ғинуар |
|
|
|
|
|
1979 йыл 17 ғинуар |
|
|
|
|
|
1989 йыл 12 ғинуар |
|
|
|
|
|
2002 йыл 9 октябрь |
|
|
|
|
|
2010 йыл 14 октябрь |
259 |
133 |
126 |
51,4 |
48,6
|
Халыҡ һаны буйынса аңлатма
төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Халыҡ һаны буйынса сығанаҡтар
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Тарихы
1920—1921 йылдарҙа ауылға Бәләбәй кантоны элекке помещик Мартенец утарында Возрождение ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнбайыштан 7 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. 1926—1930 йылдарҙа Дәүләкән улусы, 1930 йылдарҙа Дәүләкән районы. 1926—1930 йылдарҙа Поповск, 1930—1965 йылдарҙа Сергиополь,1965 йылдарҙа Рассвет ауыл биләмәһендә. 1960 йылдаа Комсомол Дәүләкән совхоз бүлексәһе Комсомол ҡасабаһына үҙгәртелә. 2005 йылдан ҡасаба ауыл статусы ала. 1920-се йылдарҙың аҙағында 1930 йылдарҙың башында ҡасабала завод запчастары урынлашҡан. 1930 йылдың мартында тәүге колхоз гәзите «Победим»дың эше тураһында фильм төшөрөлә. 1996 йылда балалар баҡсаһы, 2014 йылда башланғыс мәктәп ябыла.
Халҡы: 1926 йылда 129 кеше, 1939 йылда — 239 кеше; 1959—386; 1989—246;1999 йылда 276 йылда ; 2002 йылда —263 кеше; 2010 йылда — 259 кеше. Урыҫтар — 50 % йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты бар.
Комсомол ауылы эргәһендәге паркта ултыртылған күк, йәки сәнскәкле, шыршылар — тәбиғәт ҡомартҡыһы.[3][4].
Урамдары
Исемдәре[5]:
Юл урамы ((рус. Дорожная (улица))
Үҙәк урамы (рус. Центральная (улица))
Бәләкәй соҡор урамы (рус. Маленькая овражная (улица))
Мәктәп урамы (рус. Школьная (улица))
Географик урыны
- Район үҙәгенә тиклем (Дәүләкән): 7 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Рассвет): 7 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Дәүләкән): 7 км
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар