Александровка (рус. Александровка) — Башҡортостандың Дәүләкән районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 233 кеше[2].
Почта индексы — 453410, ОКАТО коды — 80222804007.
Халыҡ һаны
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө
|
Бөтә халыҡ
|
Ир-егеттәр
|
Ҡатын-ҡыҙҙар
|
Ир-егеттәр өлөшө (%)
|
Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
|
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) |
|
|
|
|
|
1920 йыл 26 август |
|
|
|
|
|
1926 йыл 17 декабрь |
|
|
|
|
|
1939 йыл 17 ғинуар |
|
|
|
|
|
1959 йыл 15 ғинуар |
|
|
|
|
|
1970 йыл 15 ғинуар |
|
|
|
|
|
1979 йыл 17 ғинуар |
|
|
|
|
|
1989 йыл 12 ғинуар |
|
|
|
|
|
2002 йыл 9 октябрь |
|
|
|
|
|
2010 йыл 14 октябрь |
233 |
112 |
121 |
48,1 |
51,9
|
Халыҡ һаны буйынса аңлатма
төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Халыҡ һаны буйынса сығанаҡтар
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
- Район үҙәгенә тиклем (Дәүләкән): 21 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Дәүләкән): 21 км
Тарихы
Алға ауыл Советына инә. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 21 км алыҫлыҡта Кесе Өйҙөрәк йылғаһы буйында урынлашҡан. Ауылға Яңы Александровка булараҡ 1885 йылда нигеҙ һалына. Курск губернаһы Шигровский өйәҙе Николай улусы помещиктарының элекке крәҫтиәндәре 4040 дисәтинә ер һатып алып төпләнә. 2045 дисәтинә дворян Н. А. Баумгартендан, 1995 дисәтинә башҡа ер биләүселәрҙән һатып алына. 1903 йылда крәҫтиәндәр немец Г. Г. Нейфельдтан һәм Я. Я. Вибенан 600 дисәтинә ер һатып алалар. 1889 йылда ауылға Өфө һәм Минзәлә епископы Дионисий килә, буласаҡ сиркәү урыны билдәләнә.1890 йылда Александро-Невский сиркәүенең беренсе священнигы Афанасий Румянцев була.1892 йылда земский башланғыс училище асыла. 1902 йылда янғындан 12 йорт зыян күрә. 1919 йылдың 26 майында ауыл аҡтарҙан азат ителә. 1929 йылда дөйөм ер майҙаны — 1684,5 га. 1929—1960 йылдарҙа ауыл халҡы «Парижская коммуна», 1960—1991 йылдарҙа «Россия» колхозында, һуңынан МУП «Дәүләкән АРЗ»,СКХ «Александровка» хужалыҡтарында эшләй. 1936 йылда почта бүлексәһе асыла. 1960 йылда административ реформа һөҙөмтәһенә ярашлы яҡын торған Покровка ауылы Александровка менән берләшә. 1960 йылдың 25 июнендә Александровка ауыл Советы тарафынан сиркәүҙе ябыу ҡарары сығарыла. 1984 йылға тиклем ветеринария бүлексәһе эшләй.1989 йылда 132 урынлыҡ мәктәп төҙөү ҡарары сығарыла, 1997 йылда 108 урынлыҡ мәктәп төҙөлә. 2022 йылда балалар баҡсаһы асыла.
Халҡы: 1896 йылда 773 кеше, 1917 йылда 711 кеше, 1920 йылда — 692 кеше, 1926 йылда — 648 кеше, 1939—670 кеше. 1959 йылда —281 кеше,1969 йылда — 352 кеше, 1989 йылда —241 кеше, 1999 йылда — 247 кеше, 2002 кеше —228 кеше, 2010—233 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Мәҙәниәт йорто, китапхана бар[3][4].
Урамдары
Исемдәре:[5]
Йылға аръяғы урамы (рус. Заречная (улица))
Үҙәк урамы (рус. Центральная (улица))
Крәҫтиән урамы (рус. Крестьянская (улица))
Билдәле шәхестәре
Тәбиғәт ҡомартҡылары
Ауыл эргәһендәге ултыртылған ағастар комплексы — тәбиғәт ҡомартҡыһы.
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар