РәсәйРәсәй
Башҡортостан
Ғафури районы
Сәйетбаба ауыл Советы (Ғафури районы)
54°09′00″ с. ш. 56°36′33″ в. д.HGЯO
1928
Имәннек
↘98[1] кеше (2010)
башҡорттар
UTC+6
453064
02, 102
80 221 828 002
80 621 428 106
Имәнлек (рус. Имянник) — Башҡортостандың Ғафури районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 98 кеше[2]. Почта индексы — 453064, ОКАТО коды — 80221828002.
Имәнлек (Имәннек) Сәйетбаба ауыл Советы биләмәһенә инә. Район үҙәгенән төньяҡ-көнсығышта 42 саҡрым һәм Аҡкүл тимер юл станцияһынан 61 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан.
Ауылға 1928 йылда Стәрлетамаҡ кантоны Уҫман ауыл кешеләре нигеҙ һала. Ауыл урынлашҡан урын Ғәйфулла Вәлиевтың «Имәнлек» очергында түбәндәгесә тасуирлана:
Ауыл кешеләре тәүҙә «Үрнәк» ер эшкәртеү берекмәһе ойошмаһында, аҙаҡ «Ҡыҙыл партизан» колхозында эшләй. Игенселек, малсылыҡ, умартасылҡ, йәшелсә үҫтереү менән шөғөлләнгәндәр. Тәүге колхоз рәйестәре: Лоҡман Баймурзин, Хәмит Вәлиев. Ғәфүр Ғәйфуллиндың өйөндә башланғыс мәктәп асыла, тәүге уҡытыусы — Рәхим Ғүмәров. 1967 йылда мәктәп ябыла, балалар Йөҙимәнгә йөрөп уҡый башлай, ә мәктәп бинаһы медпункт итеп үҙгәртелә. Бөйөк Ватан һуғышына ауылдан 45 ир-ат китә, шуларҙың 19 ғына кире әйләнеп ҡайта.
1951 йылда өс ауыл: Имәнлек, Йөҙимән, Уҫман ауылдары ҡушылып «Урожай» колхозы ойошторола. 1953 йылда сусҡа фермаһы төҙөлөп, эшләй башлай. Был ферма Имәнлектең данын республикала танытҡан эш урынына әйләнә. Сусҡа ҡараусы Сәлимгәрәй Суфиянов артым алыуҙа районда беренселектән ҡалмай, колхозсыларҙың IV Бөтә Союз съезы делегаты итеп һайлана. Тырыш хеҙмәттәре өсөн Мәхиән Дәүләтовҡа — Ленин ордены, сөгөлдөрсө Әхмәтгәрәй Әбделмәнов ВДНХ-ның көмөш миҙалы тапшырыла. Фәйзулла Мөхәмәтшин Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденына, Хәтмулла Суфиянов III дәрәжә «Хеҙмәт даны» миҙалына лайыҡ була [3].
1953 йылда ҡасаба булараҡ теркәлгән, 2005 йылдан хәҙерге статусын ала. Халҡы: 1939 йылда — 190 кеше; 1959 йылда—226 кеше; 1989 йылда—155 кеше; 2002 йылда—125 кеше; 2010 йылда — 98 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Административ үҙәк: Красноусол Tораҡ пункттар: Абдулла | Антоновка | Архангел | Аҡ Таш | Аҡкүл | Аҡташ | Байымбәт | Баҡраҡ | Баҙыҡ | Белоозеровка | Берёзовка | Борон |Бурлы | Бәләкәй Үтәш | Войновка | Героевка | Дарьино | Дмитриевка | Дмитриевка | Ерек | Ерекле | Еҙем-Ҡаран | Заречье | Ибраһим | Ивановка | Игенселәр |Иҡтисад | Имәндәш | Имәнлек | Инйылға | Йөҙимән | Красноусол | Кузьма - Александровка | Курорт | Ҡаранйылға | Ҡарағай | Ҡарлы | Ҡауарҙы | Ҡолҡан | Ҡормантау | Ҡотлоғужа | Ҡурғашлы | Ҡыҙыл Дубровка | Ҡыҙыл Октябрь | Ҡыҙылъяр | Луговая | Михайловка | Мораҙ | Мораҡ | Мәндем | Некрасовка | Ноябревка | Оло Үтәш | Павловка | Петропавловка | Победа | Родина | Софья | Суходол | Сәйетбаба | Табын | Тайыш | Татар Һаҫыҡкүле | Ташаҫты | Ташлы | Талпар | Туғай | Туғай | Түбәнге Ташбүкән | Уваровка | Умартасылыҡ совхозы | Урал | Урта Үтәш | Урыҫ Һаҫыҡкүле | Уҫман | Үзбәк | Үрге Ташбүкән | Үтәк | Һабай | Цапаловка | Әхмәт | Юлыҡ | Юрмаш | Яугилде | Яҡтыкүл | Яңы Бурлы | Яңы Ерек | Яңы Заһит | Яңы Семеновка | Яңы Тайыш | Яңы Троевка | Яңы Ҡарамыш | Яңы Ҡауарҙы | Яңы Әлдәшле | Яңғыҙҡайын