Диа́спора (грек. διασπορά) - тарихи тыуған иленән ситтә йәшәгән һәм тел уртаҡлылығын һаҡларға социаль институты булған этностың өлөшө.
Баштараҡ диаспора тип баҫып алынған территорияларҙа колонизация һәм ассимиляция сәйәсәте менән төҙөлгән боронғо грек ҡала-дәүләттәрен атағандар. Ошоға оҡшаш йәшәү арауығын киңәйтеү ҡайһы бер боронғо семит халыҡтарына хас булған. Финикиҙар, йәһүдтәр, гректар, римлылар ҙур булмаған дәүләт төҙөп, бик ҙур биләмәләрҙе баҫып алыуға өлгәшкәндәр.