Ве́ллингтон , Уэ́ллингтон (ингл. Wellington ) — Яңы Зеландияның баш ҡалаһы, илдең ҡалалары араһында халыҡ һаны буйынса икенсе урында. Океания баш ҡалалары араһында иң ҙурыһы һәм донъяла иң көньяҡта урынлашҡан баш ҡала[ 1] . Ҡала шул уҡ исемдәге Веллингтон төбәгендә, Төньяҡ утрауының көньяҡ өлөшөндә урынлашҡан. Веллингтондың маориса атамаһы — Те Фанауи-а-Тара (маори Te Whanganui-a-Tara ).
Атама
Веллингтон ҡалаһы Британия империяһының күренекле ғәскәри етәксеһе, Бөйөк Британияның премьер-министры Артур Уэлсли Веллингтонға бағышлап, ҡаланың киләсәген метрополия менән мөнәсәбәттәрен мәңгеләштереү маҡсатында һәм ҡаланы нигеҙләүсе Уильям Уэйкфилдтың колонизацион планы принциптарын герцог Веллингтон яҡлап сыҡҡаны өсөн рәхмәт белдереү булараҡ атала[ 2] .
Яңы Зеландияның ерле халҡы — маори араһында ҡала өс атама аҫтында билдәле:
беренсеһе — Те Фанга-нуи-а-Тара (маори Te Whanga-nui-a-Tara , «бөйөк Тара ҡултығы» тип тәржемә ителә)[ 3] ;
икенсеһе — Понеке (маори Pōneke );
өсөнсөһө — Те Упоко-о-те-Ика-а-Мауи (маори Te Upoko-o-te-Ika-a-Māui , «Мауи балығының башы» һымаҡ тәржемә ителә)[ 4] .
Быларҙан башҡа Веллингтондың бер нисә ҡушаматы бар: «Баш ҡала-бухта» (ингл. The Harbour Capital ), «Велливуд» (ингл. Wellywood = Wellington + Hollywood )[ 5] һәм «Елдәр ҡалаһы» (ингл. Windy City ).
2012 йылдың ноябрь айының бер аҙна дауамында Веллингтон рәсми рәүештә Миддл-оф-Миддл-эф (Middle of Middle-earth, йәғни «Урта Ерҙәр урталығы») тип атала[ 6] .
Тәбиғәт шарттары
Веллингтон Төньяҡ утрауының көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә, Кук боғаҙының бер өлөшө булып торған Веллингтон бухтаһы яр буйында урынлашҡан. Аяҙ көндәрҙә ҡаланан Көньяҡ утрауындағы Каикоура тауҙары күренә. Ҡаланан төньяҡтараҡ Капити яр буйының пляждары, ә көнсығышта — Римутака тауҙары урынлашҡан.
Веллингтон йыш ҡына көслө дауыллы елдәргә дусар була. Климаты — диңгеҙле субтропик. Ғинуарҙың уртаса температураһы +16°С, ә июлдә — яҡынса +8°С. Йылына уртаса 1445 мм яуым-төшөм башлыса ямғыр булараҡ яуа. Ҡар тик бейек тауҙарҙа ғына яуа. Ҡала сейсмик яҡтан хәүефле тип танылған. Тәбиғи флораһы мәңге йәшел төрҙәре өҫтөнлөк иткән ағастар һәм ҡыуаҡтар менән күрһәтелгән.
Ҡалала 102 парк, ял итеү һәм күңел асыу урындары бар. Веллингтондың майҙаны 289,9 км² тәшкил итә[ 7] .
Ҡала климаты
Күрһәткес
Ғин
Фев
Мар
Апр
Май
Июн
Июл
Авг
Сен
Окт
Ноя
Дек
Йыл
Уртаса максимум, °C
20,4
20,5
19,2
16,6
13,9
11,9
11,2
11,8
13,5
15,2
16,8
18,8
15,8
Уртаса температура, °C
16,9
17,0
15,9
13,7
11,2
9,3
8,5
9,1
10,5
12,0
13,5
15,5
12,7
Уртаса минимум, °C
13,4
13,4
12,6
10,7
8,5
6,7
5,9
6,4
7,5
8,9
10,3
12,2
9,7
Яуым-төшөм нормаһы, мм
78
60
95
106
120
138
142
134
103
98
94
90
1258
Сығанаҡ: World Climate
Халҡы
2007 йылғы мәғлүмәттәр буйынса Веллингтон ҡала зонаһының халыҡ һаны яҡынса 460 мең кеше, ә эш үҙәгенең (ингл. Wellington City ) — 190,5 мең кеше иҫәпләнгән[ 7] . Ҡала һыҙығына яҡын булған тораҡ пункттарҙа тағы ла 182 мең кеше йәшәгән, уларҙы шартлы рәүештә «Оло Веллингтон»ға индерелгән. Халыҡтың артымы йылына уртаса 3,5 % тәшкил итә.
Халыҡ һанының яҡынса 19%-ын 15 йәштән кәм булған балалар һәм яҡынса 9%-ын 65 йәште уҙған кешеләр тәшкил иткән. Этник төркөмдәре араһында европалылар өҫтөнлөк итә, улар дөйөм ҡала халҡының яҡынса 70,2%-ын тәшкил итә. Икенсе ҙур этник төркөм — маори — яҡынса 7,8%-ын тәшкил иткән[ 8] . Халыҡтың ҡалған өлөшө — башлыса төрлө Азия һәм Полинезия илдәре халыҡтарының вәкилдәре булып тора.
Өҫтөнлөк иткән тел булып инглиз теле булып тора, француз , маори, самоа, немец һәм ҡытай телдәре лә йыш ҡына аралашыу өсөн ҡулланыла.
Веллингтондың күпселек халҡы христиан динен тота. Ислам , иудаизм һәм буддизм диндарҙары ла ҡалала йәшәй.
Тарих
Веллингтон. Парламент бинаһы («Умарта»).
XIX быуат башында маори ерҙәрен европалылар менән тартып алыуҙар процессы башлана. 1839 йылда Яңы Зеландия компанияһында хеҙмәт итеүсе полковник Уильям Уэйкфилд ҡалаға нигеҙ һала. Веллингтон ҡалаһы Британия империяһының күренекле ғәскәри етәксеһе, Бөйөк Британияның премьер-министры Артур Уэлсли Веллингтонға бағышлап, ҡаланың киләсәген метрополия менән мөнәсәбәттәрен мәңгеләштереү маҡсатында атала[ 9] .
1848 йылда булған ер тетрәүе ҡалала ҙур емереүҙәр тыуҙыра, ә 1854 йылда шул уҡ сәбәб арҡаһында ҡалала йәшәүселәрҙең күптәре һәләк була.
1865 йылда Веллингтон Яңы Зеландияның баш ҡалаһы булып китә һәм был статусты һаманда һаҡлап килә.
Мәҙәниәт
Веллингтонда күп һанлы күперҙәр, виадуктар, тоннелдәр, парктар һәм скверҙар бар.
XIX—ХХ быуаттың берене яртыһына ҡараған биналар хәҙерге заман биналары яралаштырылған. Улар араһында парламент бинаһы айырылып тора, уны ҡала кешеләре «Умарта» тип исемләйҙәр. Парламент ҡаршыһында ҙурлығы буйынса ағас ҡаралтылар араһында донъяла икенсе урында булған хөкүмәт һарайы урынлашҡан.
Кино
Ҡалала кино өсөн эффекттар буйынса Weta Digital студияһы урынлашҡан.
Туғандаш-ҡалалар
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Официальный сайт Веллингтона
Вебкамеры Веллингтона
"Wellington" , «New Zealand Handbook» (14th ed.), London: E. Stanford, 1879
"Wellington and its Surroundings" , «Pictorial New Zealand» , London: Cassell and Co., 1895, OCLC 8587586 , <http://archive.org/stream/pictorialnewzeal00perciala#page/32/mode/2up >
"Wellington" , «New Zealand as a Tourist and Health Resort» , Auckland: Thomas Cook & Son, 1902, OCLC 18158487 , <http://www.archive.org/stream/newzealandastour00thomiala#page/60/mode/2up >
"Wellington" , «The Encyclopaedia Britannica» (11th ed.), New York: Encyclopaedia Britannica, 1910, OCLC 14782424
C. N. Baeyertz (1912), "Wellington" , «Guide to New Zealand» , Wellington: New Zealand Times Co., OCLC 5747830 , <http://www.archive.org/stream/guidetonewzealan00baeyrich#page/66/mode/2up >
"Wellington City Annual Economic Profile 2013" , by Infometrics for Grow Wellington Ltd.
Бойондороҡһоҙ дәүләттәр баш ҡалалары Бойондороҡло территорияларҙың баш ҡалалары