Көньяҡ утрау (ингл. South Island, маори Te Wai-pounamu — Те-Ваи-Поунаму) — Яңы Зеландияның иң ҙур утрауы (ҙурлығы буйынса икенсе урында — Төньяҡ утрау).
География
Майҙаны — 150 437 км²[1], ҙурлығы буйынса донъяла 12-се урында.
Төньяҡ утрау менән Кук боғаҙы аша айырыла.
Көнбайыш яр буйҙары буйлап Көньяҡ Альп тауҙар теҙмәһе һуҙылған. Бында ҡар менән ҡапланған Кук тауы — Яңы Зеландияның иң бейек нөктәһе урынлашҡан (3754 м). Утрауҙың 18 сусаҡтарының бейеклеге 3000 метрҙан юғары. Тауҙарҙа 360 боҙлоҡ бар, уларҙан иң ҙурҙары — Тасман, Франц-Иосиф һәм Фокс боҙлоҡтары.
Көньяҡ утрауҙа Яңы Зеландияның иң бейек шарлауыҡтарҙың береһе — Сатерленд (580 м) урынлашҡан.
Халҡы
2010 йылғы мәғлүмәттәргә ярашлы утрауҙа 1 038 600 кеше йәшәй, был Яңы Зеландия халҡының 24 %-ын тәшкил итә. Иң эре ҡалалары — Крайстчерч, Данидин.
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар