РәсәйРәсәй
Башҡортостан
Учалы районы
Кирәбе
54°28′45″ с. ш. 58°58′34″ в. д.HGЯO
UTC+6
02, 102
80 253 840 002
80 653 440 106
Байһаҡал (рус. Байсакалово) — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ йәшәмәй[1]. Почта индексы — 453725, ОКАТО коды — 80253840002.
Байһаҡал ауылы Ҡыуаҡан улусының Златоуст заводтары менән бәхәсле ерендә урынлаша. Уның тарихы ҡатмарлы һәм бик үк асыҡ түгел. Байһаҡаладар бер мәл Ҡаратабын улусы аҫабалары һәм Уй ҡәлғәһе кешеләре менән килешеүе буйынса башҡорт ауылы Лапинола (Силәбе өлкәһе) йәшәгән. Һуңынан ер ҡәлғәгә тапшылырған. Шул саҡта 1808 йылда хәрби губернатор Г. С. Волконский Байһаҡалдың ерһеҙ халҡын Чистоозерский ҡәлғәһенә ҡаҙнаның буш ерҙәренә күсергән. Был ауылда 92 ҡаҙаҡ теркәлгән була. Ҡаҙаҡтарҙың бер өлөшө ҡасып киткәс, бик күптәр башҡа ауылдарға таратыла- Күлбай ауылына 68 кеше, Туғыҙлы ауылына — 5 ғаилә һ.б. Нисек кенә булмаһын, 1834 йылда Ағиҙел яры буйындағы Байһаҡалда 23 хужалыҡта 162 кеше йәшәгән. X рәүиз буйынса унда 174 кеше иҫәпләнгән. 1841 йылда 30 хужалыҡта 60 ат, 48 һыйыр, 250 һарыҡ, 20 баш кәзә булған. Урындар һәм малдар етерлек булмағас, кешеләр йәйләүгә сыҡмай. Шул хужалыҡтарҙа йәшәгән халыҡ 24 бот ужым һәм 352 бот яҙғы иген сәскән. Мал да, икмәк тә сиктән тыш аҙ була. Шуға күрә халыҡтың бер өлөшө ылаусылыҡ менән, башлыса руданы заводтарға ташыу менән шөғөлләнә[2].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
1834 йылда[3] Байһаҡал ауылында ла рәүиз (ревизия) үткәрелә һәм уның материалдары Башҡортостандың Милли архивында һаҡлана.
Ауыл эргәһенән Ағиҙел йылғаһы башлана.
Район үҙәге: Учалы ҡалаһы Tораҡ пункттар:Абдулҡасим | Абҙаҡ | Алтынташ | Амангилде | Ахун | Аҙнаш | Аһылай | Байһаҡал | Балбуҡ | Баттал | Баҙарғол | Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол | Беренсе Май | Буранғол | Бөйҙө | Вознесенка | Ғәлиәхмәр | Ғәҙелша | Илсе | Илсеғол | Илтабан | Ильинка | Иманғол | Ишкен | Ишмәкәй | Иҫке Байрамғол | Йәһүҙә | Кирәбе | Комсомольск | Кәрим | Көбәк | Көсөк | Көсөк-Маяҡ | Ҡәйепҡол | Ҡалуй | Ҡалҡан | Ҡарағужа | Ҡарт Муйнаҡ | Ҡаҙаҡҡол | Ҡобағош | Ҡолош | Ҡорама | Ҡотой | Ҡоҙаш | Ҡужай | Ҡунаҡбай | Ҡыйҙыш | Малай-Муйнаҡ | Мансур | Миндәк | Мишкә | Мулдаш | Мулдаҡай | Муса | Мәҫкәү | Наурыҙ | Октябрьск | Орловка | Оҙонгүл | Өргөн | Поляковка | Рысай | Рәсүл | Сораман | Сәфәр | Танысау | Ташморон | Туңғатар | Тәтлембәт | Урал | Уральск | Ураҙ | Устинов | Учалы | Һәйтәк | Һөйәрғол | Һөйөндөк | Һөләймән | Шартым | Шәрип | Ыҫтамғол | Әбсәләм | Юлдаш | Ялсығол | Яңы Байрамғол | Яңы Оҙонгүл | Яңы Хөсәйен
Бөткән ауылдар: Килмәк | Рафиҡ