Аҡ диңгеҙ (карел. Vienanmeri, нен.Сэрако ямʼ, XVII быуатҡа тиклем — Ыҙғыр, Соловецк, Төньяҡ, Аҡ ҡултыҡ[1]) — Рәсәйҙең Европа өлөшөнөң төньяғындағы эске диңгеҙ. Төньяҡ Боҙло океанға ҡарай.
Скандинав мифологияһында был диңгеҙ «Гандвик» һәм шулай уҡ «Йыландар ҡултығы» («Bäy of Serpents») атамалары менән билдәле[2].
Майҙаны — 90 мең км², күләме — 4,4 мең км³. Диңгеҙҙең максималь оҙонлоғо (Канин Нос морононан Кемь ҡалаһына тиклем) 600 км тәшкил итә.
Максималь тәрәнлеге 343 м, уртаса тәрәнлеге — 67 м.
Изге Нос (рус. Святой Нос) морононан Канин Нос моронона тиклем шартлы рәүештә үткәрелгән һыҙыҡ Аҡ һәм Баренц диңгеҙҙәренең сиге тип иҫәпләнә[3].
Аҡ диңгеҙгә ҡойоусы эре йылғалар — Кемь, Мезень, Онега, Поной, Төньяҡ Двина.
Төп порттары: Архангельск, Беломорск, Кандалакша, Кемь, Мезень, Онега, Северодвинск.
Аҡ диңгеҙ — Балтика каналы Аҡ диңгеҙҙе Балтик диңгеҙе һәм Волга — Балтика һыу юлы менән тоташтыра.
Аҡ диңгеҙ тулыһынса Рәсәй Федерацияһының эске һыуҙары тип иҫәпләнә.
Диңгеҙҙең өҫкө ҡатламында һыу температураһы уның төрлө өлөштәрендә миҙгел буйынса үҙгәрә. Йәйен ҡултыҡтар һәм диңгеҙҙең үҙәк өлөшөндә өҫкө ҡатлам һыуҙары +15 — 16 °C-ҡа тиклем йылына, шул уҡ ваҡытта Онега ҡултығында һәм Горлала +9 °C-тан юғары күтәрелмәй. Ҡышын диңгеҙҙең үҙәк һәм төньяҡ өлөшөндә өҫкө ҡатлам һыуҙарының температураһы —1,3…—1,7 °C-ҡа тиклем, ә ҡултыҡтарҙа —0,5…—0,7 °C-ҡа тиклем төшә.
Диңгеҙ һыуының тоҙлолоғо 26 промилле һәм унан кәмерәк тәшкил итә.