Анархи́зм (от бор. грек. ἀναρχία — «власть юҡ», «түрәләр юҡ», от ἀν- — «юҡ» һәм ἀρχή — «баш; начальство; власть») — бер нисә кеше иркенә нигеҙләнгән, мәжбүри идара итеү һәм кешенең кеше өҫтөнән власын инҡар итеүсе ҡараштар төрө системаһы[2][3].
Анархизмда төрлө йүнәлештәр бар, улар ҡайһы бер мәсьәләләрҙә тап килмәй: бик мөһим булмағандарынан алып, төп мәсьәләргә тиклем (мәҫәлән, шәхси милек, баҙар мөнәсәбәттәре, милли мәсьәләләрҙә).
Анархистар үҙидаралыҡ, граждандарҙың бойондороҡһоҙ йыйылыштары системаһы яҡлы. Граждандар эш урынында, йәшәгән ерендә үҙ тормошо һәм хеҙмәте менән үҙаллы идара итергә тейеш һ.б. Анархистар йәмғиәте — шундай йыйылыштарҙың ирекле конфедерацияһы.
Анархистар ҡайһы бер кешеләрҙең икенсе кешеләрҙе иҙеү файҙаһын, ижтимағи процестарҙа ҡатнашыусы ҡайһы берәүҙәрҙең башҡаларҙан өҫтөнлөгөн инҡар итә. Улар дәүләттең теләһә ниндәй мәжбүр итеү механизмын индивидтарҙың ирекле хеҙмәттәшлеге менән алыштырыу яҡлы. Анархистар фекеренсә, ижтимағи мөнәсәбәттәр (общественные отношения) шәхси ҡыҙыҡһыныу, ирекле килешеү һәм һәр бер ҡатнашыусының яуаплылығына нигеҙләнергә тейеш.
Анархистарҙың мәжбүри власть төрҙәрен юҡ итеүгә ҡараштары төрлө йүнәлештә төрлөсә.Ҡайһы бер анархистар мәжбүри власть тип сәйәси мәжбүриләүҙе генә түгел, ә яллау-ялланыу (түләүле хеҙмәт, әжер) мөнсәбәттәрен, никах мөнәсәбәттәрен, йәки малсылыҡты ла ҡарай[4]. Ҡалғандар, тәү сиратта, тик дәүләт мәжбүриләүенә генә ҡаршы сыға.
Башҡорт теле һүҙлектәрендәге билдәләмәләр: Анархи́зм (бор. грек. αναρχω: ἀν, «ан», — «юҡ» һәм ἄρχή, «архэ», — «власть») — һәр төрлө дәүләт власын инҡар итеүсе, сикләнмәгән шәхси азатлыҡ идеяһын алға һөрөүсе ижтимағи-сәйәси ағым[5]; дәүләт власын инҡар итеү, уға ҡаршы сығыу, башбаштаҡлыҡҡа саҡырыу[6]. Анархизм — кешене иҙеү һәм мәжбүр итеүҙе юҡҡа сығарыуҙы маҡсат итеп ҡуйған, азатлыҡҡа нигеҙләнгән сәйәси философия.
Анархизм теорияһындағы төп принциптар:
таҡмай. Был иерархия һәм вәкәләтле демократия, авторитар идара юҡлыҡты аңлата. Анархизм ниндәй ҙә булһа тоталитар типтағы йәмғиәт төҙөүгә саҡырыуҙарҙы инҡар итә, сөнки унда бөтә кешеләр ҙә тоталь контроль аҫтында була, ә кеше тормошоноң бөтә яҡтары ла бер төрлө итеп стандартлаштырыла. Анархизм айырым шәхесте мөмкин тиклем нығыраҡ үҫтерергә һәм әгәр быға мөмкинлек булһа, айырым кешеләрҙең ихтыяждарын һәм проблемаларын айырып ҡарарға саҡыра[7].
Анархистар мәжбүри власть урынына ысын мәғәнәһендә түбәндән килгән башланғыс принцибы индерелергә тейеш тип иҫәпләйҙәр. Ул саҡта кешеләр үҙҙәре йәмәғәт (ижтимағи) мәсьәләләрен бергәләшеп һәм шәхси эштәрен айырым (башҡаларға зыян итмәй генә) хәл итә аласаҡ.
Тотош йәмғиәткә ҡағылышлы барлыҡ мәсьәләләрҙе хәл итер һәм киң йәмәғәтселеккә ҡағылған проекттарҙы тормошҡа ашырыр өсөн, башланғыс түбәндән юғарыға табан йүнәлтелергә тейеш, ә хәҙерге ваҡыттағы кеүек юғарынан түбәнгә табан түгел[10]. Әгәр ҙур ойошмалар кәрәк булһа, мәҫәлән, сүп-сарҙы йыйыу һәм эшкәртеү,компьютер технологияларын үҫтереү, тәбиғәт ресуртарын файҙаланыу, сәнәғәт производствоһын ойоштороу, энергия менән тәьмин итеү һәм тағы берәй нәмәгә кәрәк булһа, анархистар федератив берләшмәләр булдырырға тәҡдим итә. Улар түбәндән юғарыға табан, бөтә донъя кимәленә тиклем, йәки конфедерация башланғысында булдырылырға тейеш, һәм улар араһында киң горизонталь бәйләнештәр булдырыла[11]. Федералистик берләшмәләрҙе анархистар делегаттар системаһы аша булдырырға тәҡдим итә, императив мандат принцибына нигеҙләнгән делегаттарҙы кисекмәҫтән кире ҡайтарыу хоҡуғы булырға тейеш. Федерациялар шул уҡ принциптарҙа нигеҙләнә, тик улар коллективтарҙың вәкилдәре аша эшләй. Был делегаттар уларҙы һайлаған кешеләр урынына ҡарар ҡабул итергә тейеш түгел, ә үҙҙәренә йөкмәтелгән бурысты үтәргә тейеш (императив мандат принцибы)[12]. Ҡалған ике принцип бер-береһенә бәйләнгән:
Кеше тормошо күп төрлөлөккә нигеҙләнһә, кешеләр араһында бер-береһе менән аралашыу аралашсыһыҙ, тәбиғи була. Бынан тыш, күп төрлөлөк арҡаһында айырым кешеләрҙе контролдә тотоу ауырлаша[16]. Икенсе яҡтан ҡарағанда, «күп төрлөлөк» төшөнсәһен идеалләштереү ҙә кәрәкмәй, сөнки ул капиталистик йәмғиәттә лә була (Элвин Тоффлер ҡараған вариантта ғына түгел), был яманаты сыҡҡан «ҡулланыусылар йәмғиәтен» булдыра («общество потребления»). Бындай йәмғиәт киреһенсә, дәүләт һәм капитализмдың власын тормошҡа ашырыуҙы еңеләйтә,бынын тыш тәбиғи байлыҡтарҙың тиҙерәк юҡҡа сығыуына килтерә[17].
Анархизм «арауыҡ билдәһеҙлеге» («пространственной неопределённости») шарттарында ғына, йәки «юғарынан» контроль булмаған осраҡта ғына йәшәй ала. Хәҙерге заман технологиялары был контролде арттыра ғына, был анархизм ҡоролошо булдырыуға бер ниндәй ҙә өмөт ҡалдырмай кеүек[18]. Ирекле технологиялар берләшмәһендә башҡа төр билдәһеҙлеккә урын бар: заказ биреүсе менән тауарҙы ҡулланыусы араһында. Был мәғәнәлә анархизм ижтимағи ҡоролош булараҡ хәҙерге осорҙа йәшәй ала.
Тәүге анархизм идеялары боронғо грек һәм боронғо Ҡытай философия мәктәптәрендә үк барлыҡҡа килә (протоанархизм башҡа илдәрҙә, мәҫәлән, Мысырҙа ла осрай)[20]. Боронғо грек протоанархистар тип ғәҙәттә софистар (Антифонт — б.э.т. 450/444 й.тирәһе — б.э.т. 365/360 йылдар тирәһе) һәм киниктарҙы (Диоген Синопский — б.э.т. 330—320 йылдар тирәһендә үлгән), [21] боронғо Ҡытайҙағы Лао-цзы ( б.э.т.VI—V быуаттар) һәм Чжуан-цзыны (б.э.т. 369—286 йылдар) атайҙар [22][23]. Хәҙерге анархизм Мәғрифәтселек дәүеренең донъяуи һәм дини фекер йүнәлештәренән, мәҫәлән, Жан-Жак Руссоның ирек һәм мораль тураһындағы дәлилдәренән, килеп сыҡҡан[24].
Бынан тыш хәҙерге анархизмдың башланғысын иртә христиандарҙа, бик күп дини ситкә тайпылыуҙарҙа (ересь), мәҫәлән например, анабаптистар хәрәкәтендә табырға була[25].
Хәҙерге заман анархизмының теоретигы— Уильям Годвин (1756—1836). Ул хәҙерге заман анархизмы нигеҙендә ятҡан идеяларҙы ул үҫтерә башлай («анархизм» төшөнсәһен ул ҡулланмаған)[26]:
«(…) Англияла, 1793 йылда уҡ Годвин килеп сыға, ул ысын мәғәнәһендә шәп „Исследование политической справедливости и её влияния на общественную нравственность“ (Enquiry concerning Political Justice and its influence on general virtue and happiness) тигән хеҙмәтен баҫтыра, ул тәүге хөкүмәтһеҙ социализм теоретигы, йәғни анархизм теоретигы була (…)»[27].
Тәүге үҙен асыҡтан-асыҡ анархист тип атаған либертар теоретик— Пьер Жозеф Прудон, ул ысынында хәҙерге анархизм традицияларына нигеҙ һалыусы (Годвиндан айырмалы уның юлынан барыусылар була һәм ул үҙен асыҡтан-асыҡ анархист тип атай)[28]. Ул «үҙенән-үҙе була торған тәртип» (спотанный порядок) идеяһы менән сығыш яһай (иҡтисадтағы координация системаһы, унда бойондороҡһоҙ ҡатнашыусылар тик үҙ ихтыяждарынан сығып, үҙаллы алған мәғлүмәткә таянып ҡына эшләй), уны ул үҙәкләштереү идеяһына ҡапма-ҡаршы ҡуя. Прудон «ыңғай анархия» тәртибен тәҡдим итә, был осраҡта тәртип бар кеше үҙе теләгәнде генә эшләгәнгә барлыҡҡа килә, система тәбиғи тәртипкә килеп, тигеҙләшә[29],бында «тик эшлекле операциялар ғына ижтимағи ҡоролош булдыра»[30]. Шул уҡ ваҡытта Годвин кеүек үк, Прудон йәмғиәтте революция юлы менән үҙгәртеүгә ҡаршы була, анархияны ул түбәндәгесә күҙ алдына килтерә:
«… тәртип һаҡларға һәм бөтә төр иректе тәьмин итергә көсө еткән, фән һәм закон үҫеше арҡаһында ижтимағи, йәки шәхси аң аша булдырылған хөкүмәт төрө йәки конституция. Был осраҡта, полиция, превентив һәм репрессия ысулдары, бюрократия аппараты, һалым һ.б. бик әҙ генә кәрәк була. Бигерәк тә монархия төрҙәре һәм ныҡ үҙәкләштерелгән формалар юҡҡа сыға, улар федералистик учреждениелар һәм коммунаға нигеҙләнгән йәшәү рәүеше менән алмаштырыла»[31].
«Коммуна» тип Прудон урындағы үҙидаралыҡты атай. Уның идеялары XIX—XX быуатта анархизмға бик күп кешене йәлеп итә[32].
Анархизм яҡлылар «анархизм» һәм «анархия» төшөнсәләре йәмәғәтселек тарафынан дөрөҫ аңланмай һәм «хаос» йәки «тәртипһеҙлек» мәғәнәһендә ҡулланыла — анархистар йәмғиәттә хаос һәм « джунгли закондарын» тергеҙеүҙе теләй, шулай итеп, Гоббсстың «бөтәһенең бөтәһенә ҡаршы» тигән фекере яҡлы имеш тиҙәр.
Быға яуап итеп анархистар грек телендәге αν- «αναρχία» һүҙендә «юҡ», йәки власть юҡ тигәнде аңлата,ә «ҡапма-ҡаршы тороу» йәки «ҡапма-ҡаршылыҡ» (мәжбүри власть) түгел ти:
Шулай итеп, анархия һүҙе үҙенең тәүге, ғәҙәти һәм дөйөм ҡабул ителгән мәғәнәһенә ҡайта ( 1816 йылда нисектер инглиз философы Иеремия Бентам яҙып киткәнсә): «Берәй насар законды үҙгәртергә теләгән философ, — тип яҙа ул, — ул законға ҡаршы баш күтәрергә саҡырмай.Анархистың булмышы икенсе. Анархист закондың үҙен инҡар итә, уның беҙгә бойороу хоҡуғынан баш тарта, кешеләрҙе законға һалынған үтәлергә тейешле бойроҡто танымаҫҡа өндәй һәм законды үтәүгә ҡаршы баш күтәрергә саҡыра ».Хәҙерге заманда был һүҙҙең мәғәнәһе тағы ла нығыраҡ киңәйҙе: анархист булған закондарҙы ғына түгел, хатта бөтә булдырылған власты инҡар итә; ул ниндәй формала булдырылһа ла, бөтә төр власҡа ҡаршы сыға [33].
Индивидуалистик анархизм, йәки анархо-индивидуализмдың бер нисә [34] йүнәлеше бар, уларҙың төп идеяһы:
«индивидуаль намыҫ һәм шәхси мәнфәғәтте ҡайғыртыу бер ниндәй ҙә коллектив йәки дәүләт власы тарафынан сикләнергә тейеш түгел [35].
Индивидуалистик анархизм шәхси милек идеяһын яҡлай. Был индивидуалистарҙы социалистар/коллективистар/коммунистар/коммунитаристарҙан айыра, сөнки улар шәхси милеккә ҡаршы, коллектив милек яҡлы булып сығыш яһай.уларҙың ҡай береһе «бөтә нәмә лә бөтәһенеке» тип иҫәпләй[36]. Анархо-индивидуализм идеяларын таратыусылар: Макс Штирнер, Вордсворт Донисторп, Бенджамен Таккер, Генри Дэвид Торо[37] , Алексей Боровой, Мюррей Ротбард һ.б.[38][39][40].
Анархизм индивидуализмының иң ҡурҡыныс[41]формаһы —иртә индивидуалистарҙың береһе Макс Штирнер уйлап сығарған «эгоизм»[42][43]. Штирнерҙың «Единственный и его собственность» («Der Einzige und sein Eigentum») тигән хеҙмәте 1844 йылда донъя күрә һәм был философия традицияһының төп тексы булып тора.
Штирнер көс ҡулланыу хоҡуғына таяна. уның фекеренсә, йәмғиәт — иллюзия, ул юҡ, ә кешеләр бар. Ул әхлаҡҡа таянып түгел, ә көс ҡулланып, власть ярҙамында булдырылған милекте яҡлай [44].
Штирнер ҡанһыҙлыҡ аша булдырылған «эгоистар союзы» булдырыласаҡ тип фаразлай[45]. Макс Штирнерҙың дәүләткә ҡарашы ҡапма-ҡаршылыҡлы була: бер яҡтан уны законһыҙ, тәбиғәткә ҡаршы ти, тик кешеләр уны юҡ итергә тейеш тип әйтмәй,ул йәшәп килгән дәүләт шәхси мәнфәғәткә ҡапма-ҡаршы булһа ғына уның менән иҫәпләшмәү яғында.Әгәр уларҙың мәнфәғәте тап килә икән, дәүләт менән килешергә була[46].Шул уҡ ваҡытта ул дәүләтте бер кем дә көс ҡулланып юҡ итергә тейеш түгел ти, ул бөтә ерҙә эгоизм таралыу сәбәпле үҙенән-үҙе юҡҡа сығасаҡ тип фаразлай (быға миҫал итеп ул Боронғо Рим кеүек дәүләттәрҙе килтерә)[47].
Рәсәйҙә индивидуализм бик киң таралмай, ул тик артист-рәссам кеүек кешеләр араһында ғына тарала ( Лев Чёрный,бер нисә енәйткә барырға ла әҙер кеше)[48]. Улар теләһә ниндәй ойошмаға ла ҡаршы була[49]. Анархо-феминистка Эмма Гольдман бына шундайҙарҙың береһе була[50]. Штирнер эгоизмы ҡайһы бер анархо-коммунистарға тәьҫир яһаған[51]. [52].
Анархо-индивидуализмдың икенсе төрөнә «Бостон анархистары»[50], Америка индивидуалистары ҡарай. Улар шәхси милек , ирекле баҙар яҡлы була[53]. Улар иректе һәм шәхси ойошмаларҙың милкен яҡлай[54]. Тик Бостон анархистары хеҙмәт яллау, монополиялар һәм риба алыуға (ростовщичество) ҡаршы була, мәҫәлән,Бенджамин Такер.[55] То что одни люди нанимают других, Улар кешенең кешене иҙеүенә ҡаршы сыға:
«производство өсөн кәрәк булған бөтә нәмә лә барыһына ла тигеҙ бирелергә тейеш һәм айырым өҫтөнлөктәр һөҙөмтәһе булған монополиялар закон аша бөтөрөлөргә тейеш»[56].
Улар дәүләт һәм монополия капитализмы хеҙмәткә тулы хаҡ биреүгә ҡамасаулай тип иҫәпләгәндәр.[57]
XIX быуат Америка индивидуалистары араһында ла берҙәмлек булмай [58]. Бенджамин Рикетсон Такер һәм тағы бер нисә кеше тәбиғи хоҡуҡ концепцияһынан баш тартып, Штирнер философияһы рухындағы «эгоизм»ға күсә. l, Liberty] PDF (868 KB). Journal of Libertarian Studies, Vol. 1, No. 4, p. 308</ref>. Ҡайһы бер «Бостон анархистары», мәҫәлән,Такер, үҙҙәрен «социалист» тип атай.Ул саҡта был термин бик аңлайышлы булмай, «эшселәр мәсьәләһен» ҡәтғи иҡтисади реформалар аша хәл итергә теләүселәр ҙә үҙҙәрен шулай атай[59].
Егерменсе быуатта индивидуаль анархизм йоғонтоһо әҙәйә башлай[60], Мюррей Ротбард һәм анархо-капиталистар егерменсе быуат уртаһында уның буйынса хемҙәттәр яҙһа ла, киңерәк ҡолас йәйгән либертиан хәрәкәте уларҙы ҡаплап китә [61].
Мютюэлизм XVIII быуаттағы Англия һәм Франциялағы эшселәр хәрәкәтенән башлана. Прудон [62]), Шарль Дана (Charles A. Dana)[63], Такер кеүек эшмәкәрҙәргә тиклем үк булған хәрәкәт[64].
Мютюэлистик анархизм бер-береңә ярҙам,ассоциациялар ирке, ирекле контракт,федерализм һәм кредит менән аҡса реформаһына нигеҙләнгән.[65].
Мютюэлизмды иҡтисади индивидуализм тип тә ҡарайҙар[66], индивидуализм менән анархизмдың коллективистик формалары араһындағы ағым[67].
Йәшел анархизм — тирә-йүнде һаҡлау мәсьәләрен айырып ҡараусы анархизм. Бөгөн унда социаль экология һәм анархо-примитивизм тигән йүнәлештәр бар. Бынан тыш анархизмдың тағы бер нисә йүнәлеше бар.
Анархизм ижтимағи-сәйәси хәрәкәт булараҡ әүҙемлек һәм һүлпәнлек осорҙарын кисерә. 1860 — 1939 йылдар уның тарихының классик осоро тип иҫәпләнә. Был осорҙа анархистар XIX быуат эшселәр хәрәкәтендә ҡатнаша һәм фашизм менән көрәшә,испан анархистары һәм анархо-синдикалистарының 1936—1939 йылдарҙағы граждандар һуғышында ҡатнаша[68] Бынан тыш анархистар аболиционизм хәрәкәтендә (ҡоллоҡҡа ҡаршы), гражданлыҡ хоҡуҡтары өсөн көрәштә, ҡатын-ҡыҙ азатлығы өсөн көрәштә, һуғышҡа ҡаршы көрәштә, альтерглобализмда һ.б. хәрәкәттәрҙә әүҙемлек күрһәтә
Прудон дәүләткә ҡаршы булмай. Ләкин дәүләттә децентрализация һәм автономия булырға тейеш.
Урыҫ революционер һәм анархист дәүләткә ҡаршы була.