Аджа́рия, рәсми исеме Аджария Автономиялы Республикаһы (грузинса აჭარა, Ač'ara; აჭარის ავტონომიური რესპუბლიკა, Ač'aris Avtonomiuri Respublika) — Грузия составындағы автономиялы республика, илдең көньяҡ-көнбайышында урынлашҡан. Аджарияның баш ҡалаһы Батуми, Грузияның төп порты булып һанала. 1920 йылдан башлап, Аджар Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы тип аталған, хәҙерге исемде 1990 йылда бирәләр.
Аджариянын төп халҡы — аджарҙар, грузин халҡының этнографик төркөмө. Урта быуаттарҙа аджарҙар ислам динен ҡабул итә.