Үрге Әй — Рәсәйҙең Силәбе өлкәһе Һатҡы районы ауылы. Әйле ауыл биләмәһе составына инә.
Топонимикаһы
Силәбе өлкәһе топонимист-ғалимы Шувалов фекеренсә:
Әйле ауылы, Һатҡы районы. 1778 йылда боронғо башҡорт торама-ултырағы урынында урыҫ һәм мордва күскенселәре тарафынан нигеҙләнгән. Башҡорт ҡәбилә берләшмәһе «әйле» атамаһын йөрөтә
Оригинал текст (рус.)
Айлино, село, Саткинский район. Основано на месте башкирского поселения-стойбища в 1778 г. русско-мордовским и переселенцами. Называется по именованию башкирского племенного объединения «айле» [4] т
|
|
Ауылдың атамаһы ла шул Әй йылғаһы исеменән алынған.
Тарихы
Үрге Әй ауылына 1913 йылда Вятка губернаһы күскенселәре нигеҙ һала. Халҡы ауыл хужалығы, һунарсылыҡ, балыҡ тотоу менән шөғөлләнгән. Коллективлаштырыу йылдарында Ленин исемендәге колхоз ойошторола. Хужалыҡта 500 баш эре мал, 60 ат, умарталар була. Сәсеү майҙаны 1200 га ерҙе биләй, уңыш гектарынан 20—25 центнер тәшкил итә. 1957 йылда колхоз «Әйле» йәшелсә-һөтсөлөк совхозының 2-се бүлексәһенә инә. Үрге Әй ауылында малсылыҡ биналары, ағас бысыу цехы төҙөлә, һыу үткәргес һалына, үҙәк урамға асфальт түшәлә. 1992 йылда совхоз ӘЯАО тип үҙгәртелә, 1997 йылда — «Әйле» ЯАО ( 2002 йылда уның базаһында «Магнезит» ярҙамсы хужалығы ойошторола)[5]
Географияһы
Үрге Әй ауылды райондың төньяҡ өлөшөндә, Әй йылғаһының яры буйында (ауылдың исеме лә шунан) урынлашҡан. Рельефы — яҫы таулыҡ (Өфө яйлаһының көньяҡ-көнсығыш өлөшө), иң яҡын бейеклек — 290 м. Ландшафты — тау урмандары зонаһы, ауылдан төньяҡ- көнбайышҡа табан Мәсәғүт урман-дала утрауы урынлашҡан[5].
Ауылдың тирә-яғында тәбиғәт ҡомартҡыһы — Әүеркәй Соҡоро мәмерйәһе бар.
Үрге Әй ауылын күрше тораҡ пункттар менән грунт юлдары бәйләй. Район Үҙәге Һатҡыға тиклем 40 км, ауыл биләмәһе үҙәгенә тиклем (Әй ауылы) — 5 км.
Халҡы
Халыҡ иҫәбе |
---|
2002[6] | 2010[7] |
---|
175 | ↘156 |
Халҡы 175 кеше. (1995 йылда — 284).
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны 2010 йылда ауылда 156 кеше тәшкил иткән (82 ир-ат һәм 74 ҡатын-ҡыҙ).
Урам селтәрҙәре
Ауыл урам селтәре 2 урамдан тора[8].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр