Ҡарамалы — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Аҙнаҡай районындағы ауыл. Ҡарамалы ауыл биләмәһенең административ үҙәге.
Географик урыны
Ауыл Стәрле йылғаһы буйында (Сарсаз бассейны), Аҙнаҡай ҡалаһынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 11 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].
Тарихы
Ҡарамалы (Ҡарамалыйылға) — юрмый ырыуы башҡорттарының ауылы. XIX быуат башында Әсей ауылы кешеләре тарафынан нигеҙләнә[2]. 12-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Бөгөлмә өйәҙенең Юрмый улусына ҡарай. 1850 йылда Бөгөлмә өйәҙе Һамар губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Стәрлетамаҡ (аҙаҡ Сумараҡ) улусы составына керә.
1889 йылда мәсет, 2 һыу тирмәне; ХХ быуат башында 2 бакалея кибете, 2 мәсет, 2 мәктәп теркәлгән[2][1].
1920 йылда ауыл Татар АССР-ының Бөгөлмә кантоны, 1930 йылдан —Тымытыҡ районы, 1931 йылдан — Аҙнаҡай районы, 1963 йылдан — Әлмәт районы, 1965 йылдан — Аҙнаҡай районы составына керә[1].
Халҡы
1816 йылда ир енесле 67 йән башҡорт; 1834 йылда — 222 башҡорт йәшәй[2].
Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [1])
1859 | 1889 | 1897 | 1908 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 |
321 | 810 | 1045 | 1084 | 1394 | 1317 | 1127 | 844 | 807 | 743 | 543 | 485 | 528 |
Инфраструктура
Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Ауылда урта мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[1].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Татарская энциклопедия.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 564. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.