Яковлев Николай Дмитриевич (31 декабрь 1898 йыл — 9 май 1972 йыл) — совет хәрби начальнигы, Артиллерия маршалы. Илдең Һауа һөжүменә ҡаршы оборона ғәскәрҙәре баш командующийы (1955—1960). СССР-ҙың 2-се саҡырылыш (1946—1950) Юғары Советы депутаты.
Рәсәй император армияһындағы хеҙмәте
Николай Дмитриевич Яковлев хәҙерге Новгород өлкәһенең Старая Русса ҡалаһында тыуа. Мещан. Урыҫ. Рәсәй армияһына 1916 йылда саҡырыла. 1917 йылда уҡыу командаһын таммалай, Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша, 35-се армия корпусының 67-се пехота дивизияһы 268-се Пошехон полкының кесе унтер-офицеры.
Граждандар һуғышы
Ҡыҙыл Армияла 1918 йылдан. Граждандар һуғышында штабта эш башҡарыусы була, артабан взвод һәм рота менән командалыҡ итә. 1920 йылда 2-се Петроград артиллерия курстарын тамамлай.
Һуғыштар араһындағы осор
1921 йылдың майында 32-се гаубица артдивизионы адъютанты итеп тәғәйенләнә, шул уҡ йылдың июнендә — 28-се йыйылма ауыр гаубица артдивизионының, шул уҡ йылдың декабрендә — 28-се Царицын уҡсылар дивизияһының, 1922 йылдың апреленән — 28-се тау уҡсылар дивизияһының. Шул уҡ йылдың июненән — 28-се тау уҡсылар дивизияһының айырым гаубица батареяһы командиры ярҙамсыһы. 1923 йылдың сентябренән — 28-се артиллерия дивизионының начальник урынбаҫары. 1923 йылдан ВКП(б) ағзаһы.
Иҫкәрмәләр