Электроника

Электроника
Рәсем
Кана әлифбаһында исеме でんしこうがく
Ҡайҙа өйрәнелә инженерлыҡ эше
Код MCN 9032.89.11
Берекмәләре исемлекте ҡарағыҙ[d]
 Электроника Викимилектә
Электрон компоненттар

Электро́ника (грек. Ηλεκτρόνιο — электрон) — электрондарҙың электромагнит яландары менән тәьҫир итешеүе, шулай уҡ электрон приборҙар һәм электромагнит энергияһын үҙгәртеү ҡоролмалары (башлыса мәғлүмәт ҡабул итеү, тапшырыу, эшкәртеү һәм һаҡлау өсөн ҡулланылыусы) тураһындағы фән[1].

Йәнә электрон аппаратураһы ла ҡыҫҡаса электроника тип йөрөтөлә.

Тарихы

Электроникаға тиклем башта радио уйлап табыла. Радиотапшырғыстар тиҙ арала ҡулланылыш таба (тәү сиратта караптарҙа һәм хәрби эшмәкәрлектә), әммә бының өсөн элементтар базаһы кәрәк була. Электроника шул базаны булдырыуға һәм өйрәнеүгә тотона ла инде. Беренсе быуын элементтар базаһы электрон лампаларға нигеҙләнә. Ул вакуумлы электроника тигән атама ала. Телевидение һәм радарҙарҙы уйлап табыу уның үҫешенә булышлыҡ итә. Был яңылыҡтар Икенсе донъя һуғышы барғанда киң ҡулланыла.

Ләкин электрон лампаларҙың етешһеҙлектәре күп була. Улар ҙур, ҡеүәтте күп тотона. Шул арҡала ҡаты есемле электроника үҫтерелә башлай. Элементтар базаһы сифатында диодтар һәм транзисторҙар ҡулланыла.

Электрониканың артабанғы үҫеше компьютерҙар менән бәйле. Транзисторлы компьютерҙар бик ҙур була һәм ҡеүәтте күп тотона, деталдәре үтә күп булғанлыҡтан тиҙ боҙолоп бара. Был мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн микросхемалар ҡулланыла башлай. Микросхемаларҙағы элементтар һаны күбәйтелә барып, микропроцессорҙар барлыҡҡа килә. Әлеге ваҡытта электроника үҫеше кәрәҙле элемтә, шулай уҡ сымһыҙ ҡулайламалар, навигаторҙар, коммуникаторҙар, планшеттар һәм башҡалар барлыҡҡа килеү менән бәйле.

Электроника үҫешендәге төп ваҡиғалар:

  • А. С. Поповтың радио уйлап табыуы (1895 йылдың 7 майы), радиоалғыстар ҡуллана башлау;
  • Ли де Форесттың тәүге көсәйткес элемент булған лампа триодын уйлап табыуы;
  • электр сигналдарын көсәйтеү һәм эшләп сығарыу өсөн О. В. Лосевтың ярымүткәргес элемент файҙаланыуы;
  • ҡаты есемле электроника үҫеше;
  • үткәргес һәм ярымүткәргес элементтар файҙаланыу (А. Ф. Иоффе, В. Шоттки эштәре);
  • 1947 йылда транзистор уйлап табыу (Уильям Шокли, Джон Бардин һәм Уолтер Браттейн);
  • интеграль микросхема уйлап табыу һәм хәҙерге заман электроникаһының төп өлкәһе булараҡ микроэлектрониканың үҫеше.

Электроника өлкәләре

Электрониканың түбәндәге өлкәләре бар:

  • физика (микродонъя физикаһы, ярымүткәргестәр, электромагнит тулҡындар, магнетизм, электр тогы физикалары һ.б.) — фәндең зарядланған киҫәксәләр ҡатнашлығында барған процестарҙы өйрәнеүсе тармағы;
  • көнкүреш электроникаһы — электр көсөргәнеше, электр тогы, электр яланы йә электромагнит тулҡындар ҡулланылған көнкүреш электрон приборҙары һәм ҡулайламалары (мәҫәлән, телевизор, кеҫә телефоны, үтек, лампочка, электр плитәһе һ. б.).
  • Энергетика — электр энергияһы эшләп сығарыу, транспортлау һәм ҡулланыу, юғары ҡеүәтле электр приборҙары (мәҫәлән, электр двигателе, электр лампаһы, электр станцияһы), электр менән йылытыу селтәре, электр тапшырыу линияһы.
  • Микроэлектроника — әүҙем элементтар сифатында микросхемалар ҡулланылған электрон ҡулайламалар:
    • оптик электроника — электр тогы һәм фотон ағымдары ҡулланылған ҡулайламалар,
    • аудио-видеотехника — тауышты һәм видеоны көсәйтеү һәм үҙгәртеү ҡулайламалары,
    • цифрлы микроэлектроника — микропроцессорҙарҙа йә логик микросхемаларҙа эшләүсе ҡулайламалар (мәҫәлән, электрон калькулятор, компьютер, цифрлы телевизор, кеҫә телефоны, принтер, робот, сәнәғәт ҡоролмаларына, транспорт сараларына идара итеү панелдәре һәм башҡа көнкүреш һәм сәнәғәт ҡулайламалары).

Электрон ҡулайлама электр сигналы төрлө физик процестар ҡатнашлығында эшкәртелгән төрлө-төрлө материалдарҙы һәм мөхиттәрҙе солғай ала. Әммә һәр ҡулайламала мотлаҡ электр сынйыры була.

Ҡаты есемле электроника

Ҡаты есемле электроника тарихы

Ҡаты есемле электроника термины әҙәбиәттә XX быуат уртаһында ҙур күләмле һәм түбән һөҙөмтәле радиолампаларға алмашҡа килгән транзистор, ярымүткәргесле диод кеүек ярымүткәргесле элемент базаһындағы ҡулайламаларҙы атау өсөн барлыҡҡа килә. Терминдың «ҡаты есем» тигән өлөшө шуға бәйле: электр тогына идара итеү процесы, радиолампалағы вакуумдан айырмалы, ярымүткәргестең ҡаты есемендә бара. XX быуат аҙағында был термин ҡулланылмай башлай, сөнки беҙҙең цивилизациялағы бөтә электроника былай ҙа тик ярымүткәргесле ҡаты есемле әүҙем элемент базаһын ғына файҙаланғанлыҡтан, атамаһында ҡаты есемле тигән төшөнсәне һыҙыҡ өҫтөнә алыуҙың хәжәте ҡалмай.

Ҡулайламаларҙың кесерәйеүе

Ҡаты есемле электроника барлыҡҡа килеү менән электрон приборҙарҙың кесерәйеүе башлана. Бер нисә тиҫтә йыл эсендә әүҙем элементтар ун миллиард тапҡырға бәләкәсләнә — бер нисә сантиметрлы электрон радиолампанан ярымүткәргесле чипҡа ҡушылған бер нисә нанометрлы транзисторға тиклем үҙгәрә.

Элементтарҙы алыу технологияһы

Ҡаты есемле электроникалағы әүҙем һәм һүлпән элементтар ярумүткәргестең (йышыраҡ кремнийҙың) бер генә төрлө үтә саф кристалында эшләнә; бының өсөн инжекция ысулы йә кристалдың тәғәйен координаталарына башҡа химик элементтарҙың атомдарын, ҡатмарлыраҡ (шул иҫәптән органик) матдәләрҙең молекулаларын өрҙөрөү ысулы ҡулланыла. Инжекция ысулы инжекцияланған (легирланған) урында ярымүткәргестең үҙенсәлектәрен үҙгәртә һәм диод йәки транзистор йәки һүлпән элемент (резистор, үткәргес, конденсатор йә индуктивлыҡ кәтүге, изолятор һәм башҡалар) хасил итә.

Сафлығы бер нисә нанометрлы элементтар эшләргә мөмкинлек биргән ярымүткәргес кристалдарҙы алыу технологияһын — нанотехнология, ә электрониканың бүлеген микроэлектроника тип йөрөтәләр.

1970-се йылдарҙа ҡаты есемле электрониканың кесерәйеүе барышында ул аналоглыға һәм цифрлыға бүленә башлай. Элементтар базаһы баҙарында цифрлы электроника етештереүселәр еңеп сыға. XXI быуатта аналоглы электроника етештереү һәм уның эволюцияһы туҡтай. Әммә микроэлектроника ҡулланыусылар электрониканан цифрлы түгел, ә өҙлөкһөҙ аналоглы сигналдар һәм ғәмәлдәр талап иткәнлектән, цифрлы ҡулайламалар инеү һәм сығыу урындарында ЦАП-тар (цифр-аналог үҙгәрткесе) менән йыһазландырыла.

Электрон схемаларҙың кесерәйеүе ҡулайламаларҙың етеҙлеге үҫеү менән бергә бара.

XXI быуат башында ҡаты есемле электрониканың элементтарҙы кесерәйтеү йүнәлешендәге үҫеше туҡтап ҡала, сөнки транзисторҙар, үткәргестәр һәм ярымүткәргес кристалындағы башҡа элементтар башҡаса кесерәйә алмай. Был элементтар нанометрҙар менән үлсәнә, шунлыҡтан микрочиптар эшләү технологияһы нанотехнология тип йөрөтөлә.

Электроника эволюцияһында сираттағы баҫҡысты, бәлки, оптик электроника биләр һәм фотон төп элементҡа әйләнер.

Ҡаты есемле төп приборҙар

Электрон ҡулайламаларҙа киң файҙаланылған ҡаты есемле әүҙем приборҙарҙың ҡайһы берҙәре:

  • Диод;
  • Биполяр транзисторҙар;
  • Ялан транзисторы;
  • Идара ителеүсе үткәреүсәнлекле диодтар, динисторҙар һәм тиристорҙар, светодиодтар һәм фотодиодтар;
  • Интеграль микросхема.

Аналоглы һәм цифрлы электроника араһындағы төп айырмалар

Аналоглы һәм цифрлы схемаларҙа мәғлүмәт төрлөсә кодлаштырыла, уларҙың сигналды эшкәртеү барышы ла төрлө. Шуны ла билдәләргә кәрәк: аналоглы сигнал менән башҡарыла алған бөтә операциялар (атап әйткәндә, көсәйтеү, фильтрлау, диапазонды сикләү һ.б.) цифрлы электроника һәм микропроцессорҙарҙағы программалы моделләштереү ысулдары менән дә башҡарыла ала.

Аналоглы электрониканың цифрлынан төп айырмаһын мәғлүмәт кодлаштырыу ысулдарында табырға була.

Аналоглы электроника был ысулдарҙың иң ябайын — нисбәтле бер үлсәмле кодлаштырыуҙы ҡуллана, уның асылы мәғлүмәт сығанағының физик параметрҙарын электр яланының йәки көсөргәнештең аналогик физик параметрҙарына сағылдырыуҙан (амплитудаларҙы амплитудаларға, йышлыҡтарҙы йышлыҡтарға, фазаларҙы фазаларға һ.б.) ғибәрәт.

Цифрлы электроника бирелмәләр сығанағының физик параметрҙарын n-үлсәмле кодлауҙы файҙалана. Цифрлы электроникала кәм тигәндә ике үлсәмле кодлау ҡулланыла: көсөргәнеш (ток) һәм ваҡыт киҫектәре. Ҡатмарлыраҡ цифрлы схемаларҙа мәғлүмәтте программалы микропроцессорҙа эшкәртеү ысулдары ҡулланыла.

Физик мәғәнәлә иһә теләһә ҡайһы цифрлы электрон схемаһының һәм тотош ҡулайламаның тәртибе аналоглы электрон ҡоролма йә схема тәртибенән бер ни менән дә айырылмай һәм аналоглы электрон ҡоролмаларҙың эшләүен тасуирлаған теория һәм ҡағиҙәләр менән һүрәтләнә ала.

Яһауҙың ҡатмарлылығы

Аналоглы схемаларҙы яһау уларға торошло цифрлы схемаларҙы яһауға ҡарағанда ҡатмарлыраҡ; нәҡ шул арҡала цифрлы системалар киңерәк таралыу тапҡан. Аналоглы схема ҡулдан яһала, был эштә автоматлаштырыу мөмкинлектәре сикләнгән.

Схемалар типологияһы

Электрон схемалар һәм уларҙың өлөштәре, функцияларының дөйөм принциптарынан сығып, ике төп типҡа бүленә ала: аналоглылар (өҙлөкһөҙҙәр) һәм цифрлылар (дискретлылар). Бер үк ҡулайлама бер генә типҡа ҡараған схемаларҙан да, ике типтың төрлө нисбәтле ҡатнашмаһынан да торорға мөмкин.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

  1. Электроника // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.

Әҙәбиәт

  • Малютин А. Е., Филиппов И. В. История электроники(недоступная ссылка) М.: Электронный учебник — РГРТА, 2006.
  • Титце У., Шенк К. Полупроводниковая схемотехника. — М.: Мир, 1982
  • Гейтс Э. Д. Введение в электронику — 1998
  • Горбачёв Г. Н. Чаплыгин Е. Е. Промышленная электроника / Под ред. проф. В. А. Лабунцова. — М.: Энергоатомиздат, 1988.
  • Грабовски Б. Краткий справочник по электронике — 2004.
  • Жеребцов И. П. Основы электроники. — 1989

Read other articles:

American politician Portrait of Florida House Representative Elmer B. Elliott - Pahokee, Florida Former House Speaker Elmer B. Elliott addressing the legislature - Tallahassee, Florida Elmer B. Elliott (March 13, 1902 - September 22, 1960) was Speaker of the Florida House in 1951 and 1952.[1] and served in the Florida House of Representatives for 10 years from 1945 until 1955.[1] He was born in Belfalls, Texas, on March 13, 1902, and moved to Florida in 1921.[2][1&...

 

Juliana Blasius und ihr Sohn Franz Wilhelm, Gemälde von Karl Matthias Ernst (1803) Juliana Blasius (auch: Bläsius; Julchen; französisch Julie Blaesius) (* 22. August 1781 in Weierbach (heute zu Idar-Oberstein); † 3. Juli 1851 ebenda) war die letzte Räuberbraut des als Schinderhannes bekannt gewordenen Johannes Bückler, mit dem sie drei Jahre zusammen lebte und von dem sie ein Kind bekam. Inhaltsverzeichnis 1 Leben 2 Wirkungsgeschichte 3 Literatur 4 Weblinks 5 Einzelnachweise ...

 

Athletics at the1995 Summer UniversiadeTrack events100 mmenwomen200 mmenwomen400 mmenwomen800 mmenwomen1500 mmenwomen5000 mmenwomen10,000 mmenwomen100 m hurdleswomen110 m hurdlesmen400 m hurdlesmenwomen3000 msteeplechasemen4×100 m relaymenwomen4×400 m relaymenwomenRoad eventsMarathonmenwomen10 km walkwomen20 km walkmenField eventsHigh jumpmenwomenPole vaultmenLong jumpmenwomenTriple jumpmenwomenShot putmenwomenDiscus throwmenwomenHammer throwmenJavelin throwmenwomenCombined eventsHeptathlon...

Діаграма Герцшпрунга — Рассела Спектральний клас Коричневі карлики Білі карлики Червоні карлики Субкарлики Головна послідовність(«карлики») Субгіганти Гіганти Яскраві гіганти Надгіганти Гіпергіганти Абсолютна зоряна величина (MV) Помаранчевий карлик або зоря голов

 

Mata KetigaAlbum studio karya Rieka RoslanDirilis5 Mei 2005Genrejazz, fusion, soulLabel(independen)Kronologi Rieka Roslan -String Module Error: Match not foundString Module Error: Match not found Mata Ketiga (2005) Bercerita (2006)String Module Error: Match not foundString Module Error: Match not found Mata Ketiga merupakan sebuah album musik solo perdana karya penyanyi Indonesia sekaligus vokalis utama The Groove, Rieka Roslan. Album ini dirilis pada tahun 2005, dengan lagu “Matahari...

 

Ini adalah nama Batak Toba, marganya adalah Aritonang. Arios Tiopan AritonangKomandan Kodiklat TNIMasa jabatan26 April 2021 – 13 September 2021PendahuluSudirmanPenggantiMadsuniAsisten Operasi Panglima TNIMasa jabatan9 Januari 2020 – 26 April 2021PendahuluGanip WarsitoPenggantiSyafruddinPanglima Komando Daerah Militer XIII/MerdekaMasa jabatan13 Juli 2018 – 9 Januari 2020PendahuluMadsuniPenggantiSantos Gunawan Matondang Informasi pribadiLahir16 November 1963 (um...

Nagykanizsa BenderaLambangNegaraHungariaCountyZalaPemerintahan • Wali kotaSándor Dénes (FIDESZ-KDNP)Luas • Total148,40 km2 (5,730 sq mi)Populasi (2005) • Total51.102 • Kepadatan334,35/km2 (86,600/sq mi)Zona waktuUTC+1 (CET) • Musim panas (DST)UTC+2 (CEST)Situs webnagykanizsa.hu Nagykanizsa (bahasa Kroasia: Kaniža, bahasa Bulgaria: Надканижа, Jerman: Großkirchen, Groß-Kanizsa, Turki&#...

 

Figure skating at the Olympics Men's singles figure skatingat the Games of the IV OlympiadDates28–29 OctoberCompetitors9 from 5 nationsMedalists Ulrich Salchow  Sweden Richard Johansson  Sweden Per Thorén  Sweden1920 → Figure skating at the1908 Summer OlympicsSinglesmenladiesSpecial figuresmenPairsmixedvte The men's singles was one of four events in figure skating at the 1908 Summer Olympics. Each nation could enter up to 3 skaters.[1] Sweden's U...

 

Serbian footballer and manager Veljko Paunović Paunović managing Chicago Fire in 2017Personal informationFull name Veljko Paunović[1]Date of birth (1977-08-21) 21 August 1977 (age 46)[1]Place of birth Strumica, SFR Yugoslavia[1]Height 1.84 m (6 ft 0 in)[1]Position(s) Attacking midfielder, strikerTeam informationCurrent team Guadalajara (manager)Youth career1983–1994 PartizanSenior career*Years Team Apps (Gls)1994–1995 Partizan 13 (1)1...

2007 video game 2007 video gameFootball Manager 2008Developer(s)Sports InteractivePublisher(s)SegaSeriesFootball ManagerPlatform(s) Microsoft Windows Mac OS X Xbox 360 PlayStation Portable ReleaseWindows, Mac OS XEU: 18 October 2007[1]NA/AU: 25 October 2007Xbox 360:March 2008Genre(s)Sports managementMode(s)Single-player, Multiplayer Football Manager 2008 (also known as Worldwide Soccer Manager 2008 in North America, and Fútbol Manager 2008 in South America) is the principal title of ...

 

Historic doctrinal standard of the Lutheran Church Not to be confused with Formula of Concord. The Book of Concord Title page from the 1580 German editionAuthorJakob Andreae and Martin Chemnitz (compilers)CountryGermanyLanguageGermanSubjectLutheranismDoctrine of the Lutheran ChurchPublished1580 Part of a series onLutheranism Background Christianity Start of the Reformation Reformation Protestantism Doctrine and theology Bible Old Testament New Testament Creeds Apostles' Creed Nicene Creed Ath...

 

Pre-eminent basketball league in Europe for women's basketball clubs Basketball leagueFIBA EuroLeague WomenOrganising bodyFIBA EuropeFirst season1958RegionEuropeNumber of teams16 (group stage)Level on pyramidTop women's league in EuropeRelated competitionsEuroCup WomenCurrent champions Fenerbahçe(1st title)Most championships Daugava Riga(18 titles)WebsiteFIBA.Basketball/EuroLeagueWomen 2023–24 EuroLeague Women The EuroLeague Women (officially known as the FIBA EuroLeague Women) is the pre-...

Pen name of Japanese manga writing duo Hiroshi Fujimoto redirects here. For the baseball player, see Hiroshi Fujimoto (baseball). In this Japanese name, the surname is Fujiko. This article needs additional citations for verification. Please help improve this article by adding citations to reliable sources. Unsourced material may be challenged and removed.Find sources: Fujiko Fujio – news · newspapers · books · scholar · JSTOR (April 2022) (Learn how an...

 

Benedikt Höwedes Informasi pribadiNama lengkap Benedikt HöwedesTanggal lahir 29 Februari 1988 (umur 35)Tempat lahir Haltern, Jerman BaratTinggi 1,87 m (6 ft 1+1⁄2 in)Posisi bermain Pemain bertahanKarier junior1994–2000 TuS Haltern2000–2001 SG Herten-Langenbochum2001–2007 Schalke 04Karier senior*Tahun Tim Tampil (Gol)2007–2008 Schalke 04 II 15 (0)2007–2018 Schalke 04 240 (12)2017–2018 → Juventus (pinjaman) 3 (1)2018–2020 Lokomotiv Moscow 35 (3)Tim na...

 

Gerard van SwietenPatung Gerard van Swieten di monumen peringatan untuk Maria Theresa, WinaLahir7 Mei 1700LeidenMeninggal18 Juni 1772WinaTempat tinggalAustriaKebangsaanBelandaDikenal atasMenyanggah keberadaan hantu dan vampirKarier ilmiahBidangDokter Gerard van Swieten (7 Mei 1700 – 18 Juni 1772) adalah dokter Austria--Belanda. Van Swieten lahir di Leiden. Dia adalah murid Hermann Boerhaave dan pada tahun 1745 menjadi dokter pribadi kaisar Austria Maria Theresa. Dia melakukan ...

Damned Doubleday coverAuthorChuck PalahniukCover artistRodrigo CorralCountryUnited StatesLanguageEnglishPublisherJonathan CapePublication dateSeptember 1, 2011Media typePrint (hardcover)Pages247ISBN978-0-224-09115-2Preceded byTell All Followed byInvisible Monsters Remix  Damned is a 2011 novel by Chuck Palahniuk. A sequel to the novel, Doomed, was released in 2013. Plot The novel opens with 13-year-old Madison Maddy Spencer waking in Hell, unsure of the details s...

 

A rare Gem-brand sewing machine produced by the White Sewing Machine Company, circa 1887 A sewing machine is a machine used to stitch fabric and other materials together with thread.[1] Sewing machines were invented during the first Industrial Revolution to decrease the amount of manual sewing work performed in clothing companies.[2] Active The Bernina International model 105 was the company's first sewing machine, and was manufactured from 1932 to 1945. An 1851 Singer sewing ...

 

The TablePoster rilis teatrikalNama lainHangul더 테이블 Alih Aksara yang DisempurnakanDeo Teibeul Sutradara Kim Jong-kwan Produser Jenna Ku Ditulis oleh Kim Jong-kwan PemeranJung Yu-miHan Ye-riJung Eun-chaeIm Soo-jungPenata musikNaraeSinematograferKim Ji-yongLee Seung-hunPenyuntingWon Chang-jaePerusahaanproduksiVol Media KTanggal rilis 07 Oktober 2016 (2016-10-07) (BIFF) 24 Agustus 2017 (2017-08-24) (Korea Selatan) Durasi70 minutesNegara Korea Selatan Bahasa ...

British 9F 92024 with Crosti boiler, showing secondary smokebox door and side-mounted chimney Schematic diagram of a Franco–Crosti boiler with single feedwater heater The Franco–Crosti boiler is a type of boiler used for steam locomotives. It was designed in the 1930s by Attilio Franco and Dr Piero Crosti.[1] The main difference between it and conventional feedwater heaters widely used on the continent is that the Franco-Crosti boiler uses both exhaust steam and exhaust gases from...

 

Вільям Генрі КрейнWilliam Henry Crane ЗображенняІм'я при народженні англ. William Henry CraneНародився 30 квітня 1845(1845-04-30)Лестер, Массачусетс, СШАПомер 7 березня 1928(1928-03-07) (82 роки)Голлівуд, Каліфорнія, СШАПоховання Голлівуд-ФореверГромадянство  СШАДіяльність акторРоки діяльності 1911 — 19...

 

Strategi Solo vs Squad di Free Fire: Cara Menang Mudah!