Һәйкәл
|
Уҡытыусыға һәйкәл (Дондағы Ростов) Уҡытыусыға һәйкәл
|
Ил |
Рәсәй
|
Ҡала |
Дондағы Ростов
|
Скульптор |
Сергей Олешня
|
Бейеклеге |
3,5 метр
|
Материал |
бронза
|
Уҡытыусыға һәйкәл — Дондағы Ростовта Красноармейская урамында, 78-се мәктәп эргәһендә 2012 йылдың 1 сентябрендә — Белем көнөндә ҡуйылған бронза монумент. Проектты тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашыусы скульпторҙарҙың береһе — Сергей Олешня[1].
Тарихы
2012 йылдың 1 сентябрендә Дондағы Ростовта һәр кемдең тормошонда айырым урын алып торған кешегә — беренсе уҡытыусыға бронза скульптура ҡуйыла[2]. Скульпторҙарҙың уйы буйынса мөғәллимә яңғыҙ түгел, ә беренсе синыф уҡыусылары менән бергә һүрәтләнгән. Малай һәм ҡыҙсыҡ үҙҙәренең беренсе дәресенә ашыға.
Уларҙың баш өҫтөндә арка урынлашҡан. Ул педагогтарҙың тормошондағы мөһим ролде символлаштыра — улар мәктәптә балаларҙы беренсе булып ҡаршылай, ә һуңынан иңдәренә яуаплы миссия һалына — ошо сабыйҙарҙы мәктәп диуарҙарынан ситтә булған үҙ аллы тормошҡа әҙерләү. Һәйкәлде эшләү ярты йылға һуҙыла, скульптура авторҙарының береһе — Рәсәй сәнғәт академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы Сергей Олешня[3]. Уның иҫәбендә Дондағы Ростовта ҡуйылған бик күп заманса скульптуралар бар, шул иҫәптән — батшабикә Елизавета Петровна һәм Һыу торбаһына һәйкәл.
Уҡытыусы һәйкәленең бейеклеге 3,5 метр тәшкил итә. Уны асыу тантанаһында Ростов өлкәһе губернаторы Сергей Горбань менән ҡала мэры Михаил Чернышев шәхсән ҡатнаша.
Иҫкәрмәләр