Смоленск дәүләт сәнғәт институты (рус. Смоленский государственный институт искусств СГИИ) — музыка, хореография, театр, һынлы сәнғәт, халыҡ ижады, музей эше, социаль-мәҙәни һәм мәғлүмәт-библиография өлкәһендә белем биреү эшмәкәрлеген тормошҡа ашырға юғары уҡыу йорто[2].
Тарихы
1961 йылда Смоленскиҙа мәҙәни-мәғрифәт мәктәбе асыла, уның бурысы ауыл мәҙәниәт учреждениелары һәм художество үҙешмәкәрлеге өсөн етәкселәр әҙерләү була. Шул уҡ йылда ул мәҙәни-мәғрифәт училищеһы статусын ала, унда китапхана бүлеге барлыҡҡа килә, ә 1964 йылда — хореография[3][4].
1990 йылда Смоленск мәҙәни-мәғрифәт училищеһы М. В. Исаковский исемендәге мәҙәниәт училищеһы тип үҙгәртелә[5]. Һуңыраҡ, 1991 йылда, Смоленск юғары профессиональ мәҙәниәт һәм сәнғәт училище-колледжы ойошторола, ул Мәскәү дәүләт мәҙәниәт институты менән тығыҙ хеҙмәттәшлектә эшләй һәм урта звено өсөн бғары кимәлле белгестәр әҙерләй[3][4].
Смоленск дәүләт сәнғәт институты 1996 йылдың 12 авгусында Смоленск юғары профессиональ мәҙәниәт һәм сәнғәт училище-колледжы базаһында ойошторола, әммә вуз структураһында урта һөнәри звено (колледж) һаҡланып ҡала[5][6]. Институттың беренсе ректоры Е. А. Сергеев була. 2001 йылда көндөҙгө бүлектә уҡыған белгестәрҙең беренсе сығарылышы була, 2002 йылда — ситтән тороп уҡыу бүлегенеке[3][4].
Дөйөм мәғлүмәттәр
Смоленск дәүләт сәнғәт институты урта һөнәри, юғары һөнәри һәм өҫтәмә белем биреү эшмәкәрлеге программаларын тормошҡа ашырыу лицензияһына эйә. СДСИ составында өс факультет бар: сәнғәт һәм мәҙәниәт ғилеме, өҫтәмә профессиональ белем биреү һәм ситтән тороп уҡыу. Шулай уҡ уныъ ҡарамағында балалар сәнғәт мәктәбе һәм сәнғәт колледжы эшләй[5]. Юғары уҡыу йортоноң үҙенсәлектәренең береһе — белем биреүҙеъ ошо өс баҫҡысы араһындағы күсәгилешлек[7][3]. Көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәре бар; «Социаль-мәҙәни эшмәкәрлек теорияһы, методикаһы һәм ойоштороу» һөнәре буйынса аспирантура эшләй [6]. Институт ҡарамағында китапхана һәм ял үҙәге бар; студенттар ижади коллективтар, шул иҫәптән халыҡ йыры һәм бейеүе театры һәм джаз-оркестр коллективтары булдыра; 2006 йылдан опера студияһы эшләй[6][3]. Көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлегендә 500-ҙән ашыу кеше уҡый[8].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1,0 1,1 1,2 (unspecified title) — 2017-05-22 — 2017. — doi:10.6084/M9.FIGSHARE.5032286
- ↑ Смоленский государственный институт искусств (билдәһеҙ). 2021 йыл 13 май архивланған.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Смоленская газета, 2011
- ↑ 4,0 4,1 4,2 Сведения об образовательной организации (билдәһеҙ).
- ↑ 5,0 5,1 5,2 Областное государственное образовательное бюджетное учреждение ВПО “Смоленский государственный институт искусств” (билдәһеҙ). 2021 йыл 21 май архивланған.
- ↑ 6,0 6,1 6,2 Библиотечная энциклопедия, 2007
- ↑ Смоленский государственный институт искусств отметил юбилей (билдәһеҙ).
- ↑ Смоленский институт искусств реформируют (билдәһеҙ).
Әҙәбиәт