Юғары белем биреү федераль дәүләт бюджет белем биреү учреждениеһы «Рәсәй дәүләт социаль университеты» (РДСУ) — юғары уҡыу йорто.
Нигеҙ һалыусы — Рәсәй Фәндәр академияһы академигы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997 йыл) В. И. Жуков. 2014 йылдан ректоры— Н. Б Починок[4].
Тарихы
1978 йылда Мәскәү юғары партия мәктәбе (МВПШ) асыла.[5]
1990 йылда МВПШ РСФСР Коммунистар партияһы Үҙәк Комитетының ижтимағи-сәйәси проблемалары институты тип үҙгәртелә.[5][6]
РСФСР Хөкүмәтенә РСФСР Хөкүмәте Рәйесе И. С. Силаев һәм уның урынбаҫары И. И. Гребёшева исеменә социаль өлкә өсөн белгестәрҙе әҙерләү үҙәген булдырыу тәҡдиме менән беренсе мөрәжәғәттәр 1991 йылдың февралендә килә. Шул уҡ ваҡытта «социаль эш», «социаль психология», «социаль педагогика» курстары буйынса уҡыу пландары һәм программалары төҙөү өҫтөндә эш башлана. Социаль фәндәрҙе һәм социаль белем биреүҙе үҙҙәренең профессиональ һәм гражданлыҡ ҡыҙыҡһыныу өлкәһе итеп һайлаған ғалимдар төркөмө (Е. И. Холостова, В. И. Митрохин, И. А. Зимняя, В Г. Бочарова һәм башҡа) барлыҡҡа килә.
1991 йылдың 27 мартында институт РСФСР Коммунистар партияһы Үҙәк Комитетының Рәсәй социаль-сәйәси институты тип үҙгәртелә[5][7].
1991 йылдың 25 ноябрендә институт Рәсәй дәүләт социаль институты тип үҙгәртелә[8] (1994 йылдың 1 июленән алып — Мәскәү дәүләт социаль университет), 2004 йылдың 1 июлендә университет хәҙерге исемен ала.
Ректорҙары
- 1991—2012 йй. Жуков В. И. — Рәсәй Фәндәр академияһы академигы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре
- 2012—2014 йй. Л. В. Федякина — педагогия фәндәре докторы, Рәсәй мәғариф академияһының ағза-корреспонденты. Мәғариф министры Д. В. Ливанов бойороғо менән эштән ҡыуыла.
- 2014—2014 йылдарҙа Солдатов А. А. — вазифаһын башҡарыусы
- 2014 —хәҙергә тиклем. Починок Н. Б — иҡтисад фәндәре докторы, доцент[4].
РДСУ структураһы
РДСУ структураһында 5 филиал, шуның 2-һе БДБ илдәрендә урынлашҡан. РДСУ лицензияһына ярашлы булған 27 урта профессиональ белем биреү һөнәре, бакалавриат һәм специалитет әҙерлектең 95 йүнәлеше, магистратура әҙерлектең 41 йүнәлеше буйынса, Рәсәйҙең бөтә төбәктәренән 25 000-дән артыҡ студенттар белем ала. Мәскәүҙә 17 332 студент белем ала.
Белгестәрҙең квалификацияһын күтәреү һәм белемдәрен арттырыу 21 йүнәлеш буйынса тормошҡа ашырыла. Университетта докторлыҡ һәм кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлау буйынса бер диссертацион совет; аспирантура һәм докторантура бар.
Факультеттары
- Социаль эштәр факультеты (Лосиноостровская урамы, 24)
- Психология факультеты (Лосиноостровская урамы, 24)
- Социология факультеты (Вильгельм Пик урамы, 4)
- Идара итеү факультеты (Вильгельм Пик урамы, 4)
- Физик культура факультеты (Лосиноостровская урамы, 24)
- Информацион технологиялар факультеты (Вильгельм Пик урамы, 4)
- Коммуникатив менеджмент факультеты (Вильгельм Пик урамы, 4)
- Лингвистика факультеты (Вильгельм Пик урамы, 4)
- Гуманитар факультет (Вильгельм Пик урамы, 4)
- А. Шнитке исемендәге юғары музыка мәктәбе. (институт) (Стромынка урамы, 14 к4)
- Иҡтисад факультеты (Стромынка урамы, 14к4)
- Юридик факультет (Стромынка урамы, 14 4 к)
- Юғары уҡыу йортона тиклемге белем биреү факультеты (Лосиноостровская урамы, 24)
- Фәнни һәм фәнни-педагогик кадрҙар әҙерләү факультеты (Вильгельм Пик урамы, 4)
- Өҫтәмә профессиональ белем биреү факультеты (Вильгельм Пик урамы, 4)
- Дистанцион белем биреү факультеты (Вильгельм Пик урамы, 4)
- Экологик һәм техносфера хәүефһеҙлеге факультеты[9] (Вильгельм Пик урамы, 4)
- Медицина факультеты (Стромынка урамы, 14 4 к)
Юғары уҡыу йортона әҙерлек
- РДСУ колледжы
- Әҙерлек курстары
Ҡалаларҙа филиалдары
2018 уҡыу йылы башына РДСУ структураһында 4 филиалэшләп килә:[10]:
РДСУ ғаризаһы нигеҙендә Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәтенең № 1987-06 от 2016-07-21 ҡарары менән ҡалған филиалдарының лицензияһы ғәмәлдән сығарыла.
Рейтингы
2020 йыл өсөн Рәсәйҙең медицина юғары уҡыу йорттары рейтингында (рейтинг медицина һөнәре ингән юғары уҡыу йорттарын да индерә)
Рәсәй дәүләт социаль университеты 6-сы урынды биләй ([1]).
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар