1896
Ростов диңгеҙселек кластары бинаһы — йорт Дондағы Ростовта 1896 йылда архитектор В. Т. Шкитко проекты буйынса Ростов диңгеҙселек кластары өсөн төҙөлә[1]. Седов урамы, 8/2 литер В адресы буйынса урынлашҡан[2]. Хәҙерге ваҡытта бинаны Г. Я. Седов исемендәге Һыу транспорты институты биләй. Ростов диңгеҙселәре класы бинаһы төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты статусына эйә.
Тарихы
Дондағы Ростовта диңгеҙселек кластары 1876 йылда Дон крайы йәмәғәтселеге инициативаһы буйынса асыла. Тәүге ваҡытта улар ҡуртымға алған бинала урынлаша. Үрге Бульвар урамындағы (хәҙер Седов урамы) шәхси бина 1896 йылда, кластарға 3-сө разряд бирелгәндән һуң ғына төҙөлә[3]. Проект авторы — ҡала архитекторы Владимир Карпович Шкитко. 1914 йылда йәнәшәһендә яңы диңгеҙселек училищеһы бинаһы төҙөлә.
1950 йылда диңгеҙселек кластарының фасадында иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйыла. Унда: «Бында 1895—1899 йылдарҙа Ҡотопто тикшереүсе Г. Я. Седов (1877—1914) уҡыған» тип яҙыла. 1998 йылдың 9 октябрендә Ростов өлкәһе хакимиәте башлығының 411-се ҡарары менән Ростов диңгеҙселек кластары төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты булараҡ, дәүләт яҡлауына алына[2].
Архитектураһы
Ике ҡатлы кирбес бинаның фасады Седов урамына сыға. Симметриялы фасадтың архитектура-сәнғәт композицияһын бина бейеклегендәге өс сығынты формалаштыра. Беренсе ҡат рустован, тәҙрә уйымдары декор менән биҙәлгән. Төп ишек ике колонналы портик менән айырылып тора. Икенсе ҡаттағы лопаткалар руст менән биҙәлгән. Тәҙрә уйымы архивольттары ла рустовкаланған[1]. Башта бинаның үҙәк өлөшөндә башныя булһа, хәҙер ул юҡ. Бина коридор системаһы буйынса төҙөлгән, бүлмәләр ике яҡлап урынлашҡан[1].
- Ростов диңгеҙселек кластары бинаһы
-
-
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- Ростов йыраҡ араға йөҙөү диңгеҙселек училищеһының төп корпусы бинаһы
Иҫкәрмәләр