1914 йылдың авгусында был зиннәтле «Палас-отель» ҡунаҡханаһында император Николай II ғаиләһе һәм тәхет вариҫы менән туҡтала. Император ғали йәнәптәре ғаиләһе менән Кавказдан Мәскәүгә атлы экипажда китеп барған була.
1918 йылдың 23 мартынан 4 майға тиклем «Палас-отелдә» Дондағы революцион казак башлыҡтары Подтёлков Фёдор Григорьевич һәм Кривошлыков Михаил Васильевич етәкселегендә Дон совет республикаһы хөкүмәте урынлаша.
Ростовты аҡтар ғәскәре баҫып алғандан һуң 1918 йылдың май айында бында яңынан ҡунаҡхана эшләй башлай.
1919 йылдың 13 июнендә ҡунаҡхананың вестибюлендә Кубань радаһы рәйесе хорунжий Николай Рябовол үлтерелә. Ул Кубандең үҙаллылығы һәм артабан Граждандар һуғышында ҡатнашыуҙан баш тартып Рәсәйҙән бүленеп сығыуы өсөн сығыш яһай. Офицер погонындағы үлтереүсе уның арҡаһына ике тапҡыр ата һәм автомобилдә ҡаса[3].
1920 йылда ҡунаҡханала 1-се атлы армияның штабы, ә һуңғараҡ Төньяҡ Кавказ хәрби округ штабы урынлаша.