Театр торған урын һуңынан сүп-сарҙан һәм емереклек өйөмөнән таҙартыла, һуғыштан һуңғы йылдар хөкүмәттәре бер нисә тапҡыр театрҙы тергеҙергә маташып ҡарай. 1953 йылда алты проект тәҡдим ителә, махсус ойошторолған комитет Денлани-Росси проектына туҡтала һәм уны Хөкүмәткә ҡабул итергә тәҡдим итә, әммә Лейбористар партияһы, 280 мең фунт бүлеүгә ҡарамаҫтан, финанс дәлилдәре буйынса төҙөлөшкә ҡаршы сығыш яһай. 1957 йылда был проект ябыла, 1961 йылдан алып реконструкция тураһында бер ниндәй фекер алышыуҙар алып барылмай.
1980-се йылдарҙа мальталылар Ренцо Пиано менән бәйләнешкә инә һәм театр урынында яңы бина төҙөү һәм ҡала ҡапҡаларын яңыртыу мәсьәләһен тикшерә башлай. 1990 йылда тәҡдимдәр хөкүмәт тарафынан хуплана, әммә эшкә бер кем дә шулай тотонмай. 1996 йылда лейбористик хөкүмәт театрҙың урынында яңы мең йыллыҡ башланыуға ер аҫты парковкаһы менән коммерция һәм мәҙәни комплекс төҙөү тураһында иғлан итә, ә ун йыллыҡ аҙағында мәҙәни үҙәкте төҙөү буйынса үҙ пландарын урындағы архитектор Ричард Ингленд тәҡдим итә. Төрлө ҡаршылыҡтар арҡаһында был план тормошҡа ашырылмай.
Театрҙы тергеҙеү
2006 йылда хөкүмәт парламенттың яңы бинаһын төҙөү проектын ҡарауға ҡабул итә: ул ваҡытта парламент гроссмейстерҙар һарайы эргәһендәге бинала урынлашҡан була. Ҡарау проектты кире ҡағыу менән тамамлана, сөнки барыһы ла театр урынында мәҙәни ойошма ғына тора ала тип уйлай. Яңы ҡоролманы төҙөү тураһында проектты тикшереүгә йәнә Ренцо Пиано ҡушыла. Парламент һайлауҙарына тиклем проект ҡаралмай, ә 2008 йылдың 1 декабрендә премьер-министр Лоренс Гонци бюджеты 80 миллион евро булған проектты фекер алышыуға ҡуя. Пиано парламентты Король театры урынында төҙөмәҫкә, йортто Свобода биләмәһенә күсерергә һәм Ҡала ҡапҡаларын тергеҙергә тәҡдим итә, ә емерек опера театры урынында асыҡ һауалағы театр (амфитеатр) төҙөү тәҡдимен индерә.
Пиано ҡарары ул заман өсөн бик ҡыйыу була[9], хөкүмәт был пландарҙы хуплай. 2013 йылдың 8 авгусында театр рәсми рәүештә асыла һәм Пьяцца Театру Рьяль атамаһын ала (мальт. Pjazza Teatru Rjal)[10].