Ростов өлкәһенең Үрге Дон (Верхнедонской) районы административ үҙәге һәм Ростов өлкәһенең Казанский ауыл биләмәһе административ үҙәге.
Халҡы — 4 721 кеше (2010).
Географиһы
Дон йылғаһының һул ярында, Вёшенская станицаһынан юғарыраҡ, Воронеж өлкәһе менән сиктәш урынлашҡан. Казанская станицаһы — казак ултыраҡтарының Дон йылғаһының иң үрендәгеһе. Ростов өлкәһенең төньяғында Дондағы Ростовтан 360 км алыҫлыҡта урынлашҡан.
Тарихы
Пётр I батшаның илсеһе — Ригельман, Дон Ғәскәре өлкәһен тикшереүсе, Казанская станицаһына нигеҙ 1647 йылда һалынған тип иҫәпләгән. Иван Яуыз (Грозный) батшаның Ҡазан ханлығын яулап алыуында казактар хәл иткес роль уйнағанлыҡтан, ул казактарға дон биләмәләрен биргән. Был ерҙәр балыҡҡа бай булған, игенселек, виноградсылыҡ (йөҙөмсөлөк), сауҙа шәп үҫешкән.
1690 йылда Пётр I тәҡдиме менән казактар ултыраҡтарын Дон йылғаһының үрге ағымына күсерергә ҡарар иткән. Әммә хәҙерге урынына Казанская станицаһы тик 1740 йылда ғына күсеп ултырған. Ул Донда иң боронғоһо булған. Үҙенең атамаһын Дон йылғаһының һул яҡ ярында, станицанан үрҙәрәк, урынлашҡан Казанец тигән ҡойо атамаһынан алған.[1]
Станица Дон Ғәскәре өлкәһенең Донецкий округына ингән булған[2].