Земцов — Ростов өлкәһе Боков районындағы утар.
Ростов өлкәһе Земцов ауыл биләмәһе составына инә һәм уның административ үҙәге булып тора.
Географияһы
Урам
- Земцов урамы,
- Колхоз урамы,
- Болон урамы,
- Мәктәп урамы.
Тарих
Достопримечательности
Ростов өлкәһе территорияһында неолит осоронда уҡ кешеләр йәшәгән. Уларҙың йылға буйҙарында йәшәгәндәре емеш-еләк йыйыу, балыҡ тотоу менән шөғөлләнгән[1]. Осһоҙ-ҡырыйһыҙ дала малсылыҡ менән шөғөлләнеүселәр өсөн ҙур көтөүлек була. Шул ваҡыттарҙа йәшәп, вафат булған кешеләрҙең ҡәберлектәре бында бик күп.Ҡурғанлы һәм ҡурғанһыҙ ҡәберлектәр дәүләт тарафынан закон буйынса һаҡлауҙа тора.
Боков районы Земцов утары янында бер нисә иҫтәлекле урын — археология ҡомартҡылары бар. Улар «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары мәҙәни мираҫы (тарих һәм мәҙәниәт һәйкәле) тураһындағы» 25.06.2002 Федераль закондың 73-ФЗ ҡарарына һәм 25.06.2002 «Ростов өлкәһе халыҡтары мәҙәни мираҫы (тарих һәм мәҙәниәт һәйкәле) тураһындағы» Ростов өлкәһе Дәүләт башлығы 178-ЗС ҡарарына ярашлы рәүештә дәүләт тарафынан һаҡлауға алынған.
- Ҡурған «Земцов III». Земцов утарынан 0,7 км алыҫлыҡта тора.
- Ҡурған «Земцов V». Земцов утарынан 0,6 км алыҫлыҡта тора.
- Ҡурған төркөмө «Земцов I» (3 ҡурған). Земцов утарынан 0,7 алыҫлыҡта тора.
- Ҡурған төркөмө «Земцов II» (3 ҡурған). Земцов утарынан 0,6 км алыҫлыҡта тора.
- Ҡурған төркөмө «Земцов IV» (9 ҡурған). Земцов утарынан көньяҡ-көнсығыштараҡ 1,1 км алыҫлыҡта тора[2].
Һылтанмалар
Иҫкәрмәләр
Ҡалып:Боковский район Ростовской области
Ҡалып:Rostov-obl-geo-stub