Головатовка — Ростов өлкәһенең Азов районындағы ауыл.
Пешков ауыл биләмәһе составына инә.
Географияһы
Головатовка ауыл (Головатый, Головатовский) Кагальник йылғаһының һул яҡ ҡушылдығы, далалағы Пешково һәм Заимо-Обрыв ауылдары араһында тора. Район үҙәге — Азов ҡалаһынан 17 км көньяҡ-көнбайыштараҡ урынлашҡан.
Урамдар
- Калинин тыҡрығы,
- Маяковский тыҡрығы,
- Межевой тыҡрығы,
- Октябрьский тыҡрығы,
- Пушкин тыҡрығы,
- Дала тыҡрығы,
- Тельман тыҡрығы,
- Урицкий тыҡрығы,
- Ф. Энгельс тыҡрығы,
|
- Чапаев урамы,
- Буденный урамы,
- К. Маркс урамы,
- Ҡыҙыл Армия урамы,
S Текст ул. Красноармейская, S Текст ул. Красноармейская, S Текст ул. Красноармейская, S Текст ул. Красноармейская,
- Болон урамы,
- Луначарский урамы,
- Щорс урамы.
|
Тарих
Ревиз әйтеүҙәре буйынса, 1816 йылда Кагальникта дүрт ағалы-энеле йәшәй: Степан, Данило, Давид һәм Демьян Иванович Головатенколар. Уларҙың иң өлкәненә 48 йәш була. Уларҙың кеме утарға нигеҙ һалыуы билдәһеҙ. Кагальник ауылынан XIX быуаттың 50 — 60-сы йылдары башында утар күсенеп сыҡҡан. Генплан буйынса 1860 йылда 58 ихата була.
Ауылда ағас сиркәү була. Ул Семибалка ауылы территорияһында ситтән күсеп килгән грек-албан кешеһе Маргарит Мануилович Блазоның ҡыҙы Мария Блазо тарафынан 1797 йылда төҙөлгән, ә уның атаһы Маргарит ауылына нигеҙ һалыған. 1882 йылда ул ағас сиркәүҙе һүткәндәр һәм Головатый утарына һатҡандар. Бында уны яңынан ҡорғандар һәм ул (электән йәшәүселәрҙең һүҙе буйынса) хәҙерге мемориаллы парк урынында торған. 1930 йылдарҙа сиркәү емерелгән. Һуңғараҡ, 1940-сы йылдарҙа сиркәү Щорс урамындағы йорттарҙың береһендә була, тик ул да һүтеп алына. Был сиркәүҙең Евангелиеһы ауылда ҡала һәм бер ғаиләлә ғаилә ҡомартҡыһы (реликвияһы) булып хәҙерге көндә лә һаҡлана.
Иҫтәлекле урын
- Һыу биреүсе башнянан 200 метр төньяҡ-көнсығышҡа археологик ҡомартҡы — «Головатовка-1» ҡурғаны тора. Ул б.э. тиклемге ике мең йыллыҡ — б. э. XIV быуаты ҡомартҡыһы.Өлкә Советы Кесе Советының 301 Ҡарарына (18 ноябрь, 1992 йыл) ярашлы ҡурған урындағы әһәмиәткә эйә мәҙәни мираҫ объекты итеп 6100295000 коды аҫтында индерелә[3].
- Ауылдан 0,5—ауыл 1,6 км көньяҡтараҡ археологик ҡомартҡылар — ҡурғанһыҙ ҡәберлек «Головатовка-2» (7 өйөм) бар. Ул б. э. тиклемге ике мең йыллыҡ — б. э. XIV быуат ҡомартҡыһы. Өлкә Советының Кесе советының 301 Ҡарарына (18 ноябрь, 1992 йыл)ярашлы ҡәберлек урындағы әһәмиәткә эйә мәҙәни мираҫ объекттары исемлегенә 6100296000 коды аҫтында индерелгән[4].
- Был ауыл зыяраты янында археологик ҡомартҡылар — ҡурғанһыҙ ҡәберлек «Головатовка-3» (5 өйөм) бар. Ул б. э. тиклемге ике мең йыллыҡ— б. э. XIV быуаты ҡомартҡыларына ҡарай. Өлкә Советы кесе советының 301 Ҡарарына (8 ноябрь, 1992 йыл) ярашлы ҡәберлек урын әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекттарына 6100297000 код аҫтында индерелгән[5].
- Ауылдан 0,05.— 1 километр төньяҡтараҡ археологик ҡомартҡылар — ҡурғанһыҙ ҡәберлек «Головатовка-4» (2 өйөм) урынлашҡан. Ул б. э. тиклемге ике мең йыллыҡ — б. э. XIV быуат ҡомартҡыһы. Өлкә Советының Кесе советының 301 Ҡарарына (18 ноябрь, 1992 йыл) ярашлы ҡәберлек урын әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекттарына 6100298000 коды аҫтында индерелгән[6].
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар