Важа Пшавеланың йорт-музейы - билдәле грузин шағиры Важа Пшавеланың тыуған ауылы Чаргалиҙағы ҡомартҡы (Грузия).
Географияһы
Важа Пшавеланың йорт-музейы Грузияның Душети муниципалитетындағы Чаргали ауылында, Жинвали-Шатили трассаһынан 3 километр алыҫлыҡта урынлашҡан
Тасуирламаһы
Шағирҙың ысын исеме Лука Разикашвили булған, Важа Пшавела псевдонимы менән яҙған. Музей уның тыуған һәм йәшәгән ауылында 1961 йылда, йөҙ йәшлек юбилейы айҡанлы ойошторолған. Ул элекке торлаҡ йорттан һәм күргәҙмәләр корпусынан тора. Йылғаның һул ярында бик ҙур күргәҙмәләр комплексы, ә уң ярында шағир йәшәгән бәләкәй йорт музей тип иғлан ителгән.
Важа Пшавела 1861 йылда тыуған һәм Телавиҙа священниклыҡҡа, артабан Гориҙа уҡытыусылыҡҡа, Петербурге юрист һөнәренә уҡыған,ә 1884 йылда Грузияға, Чаргалиға ҡайтып, крәҫтиән тормошо менән йәшәй башлаған. Боронғолоҡто данлап шиғырҙар яҙа, цивилизация яһалмалығына уны ҡаршы ҡуя. Примитивизм идеологияһы ярала башлаған саҡ була был [2].
Музейҙа шағирҙың тормош юлы һәм эштәре сағыла:шәхестең иҫтәлекле әйберҙәре, XIX һәм XX быуаттарҙағы этнографик материалдар тупланған. Шулай уҡ һынлы сәнғәт, скульптура һәм графика әҫәрҙәре, фотоматериалдар һәм башҡалар һаҡлана. Музей фондында 2000-дән ашыу экспонат бар.
Йорт-музей Грузияның милли әһәмиәткә эйә күсемһеҙ мәҙәниәт ҡомартҡылары реестрына индерелгән
Шулай уҡ ҡара
Иҫкәрмәләр
Сығанаҡтар