Бөтә Рәсәй халыҡ һанын иҫәпкә алыу, 2010 рус. Всероссийская перепись населения (2010) — 2010 йылдың 14 октябренән алып 25 октябренә тиклем уҙғарылған халыҡ иҫәбен алыу сараһы.
Йәниҫәпте ойоштороусы — Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәте.
Үткәреү ваҡыты
Халыҡ иҫәбен алыуға ҙерлек 2007 йылда башланған.
2008 йылда һынау рәүешендә бер нисә төбәктә халыҡ иҫәбен алыу үткәрелгән.
Йәниҫәпте 2013 йылға күсерергә тәҡдим ителһә дә, аҡса күсерелгән булғанлыҡтан, Владимир Путин күрһәтмәһе буйынса сара ваҡытында уҙғарыла.
Һөҙөмтәләр
2011 йылдың мартында иғлан ителгәнсә, Рәсәйҙә халыҡ һаны — 142 905 200 кеше.
Милли составҡа килгәндә, урыҫтар — 111,0 млн, татарҙар — 5,31 млн, украиндар — 1,93 млн, башҡорттар — 1,58 млн, сыуаштар — 1,43 млн, чечендар — 1,43 млн, әрмәндәр 1,18 млн кешене тәшкил итә.
Башҡорт телен туған теле тип 1 133 339 башҡорт күрһәткән (туған телен күрһәткәндәрҙең 71,7 %). 230 846 башҡорт туған теле типтатар телен атаған (14,6 %). 216 066 башҡорт туған телен рус теле тип күрһәткән (13,7 %)
Һылтанмалар