1919- 1937 йылдарҙа Өфөлә физика институты эшләй. Был өлкә кимәлендәге фәнни- тикшеренеү һәм уҡытыу-методик ярҙам учреждениеһының директоры булып К.П.Краузе эшләй (һуңыраҡ ауыл хужалығы һәм медицина институты кафедра мөдире). Өфө физика институты буласаҡ юғары уҡыу йорттарында тәбиғи фәндәр кафедралары өсөн кадрҙар һәм матди база булдырыуҙа ҙур роль уйнай. Өфө физика институтында буласаҡ ил, ҡайһы берҙәре хатта донъя кимәлендә билдәле Л. Л. Васильев (физиолог), Н. Г. Пономарёв (астроном), Е. Н. Грибанов (радиофизик), Е. М. Губарев (биохимик), А. Н. Глазырин (физика методикаһы) һ.б. кеүек ғалимдар эшләй. 1937 йылда ҡайһы бер хеҙмәткәрҙәр ҡулға алына, ә ӨФИ ябыла, уның милке башлыса БДПИ-ға тапшырыла. Бер нисә тиҫтә йыл буйы институт эшмәкәрлеге тураһында иҫкә лә алынмай.
Академия составына Башҡорт ССР-ы Фәндәр академияһының 20 ғәмәли ағзаһы, 40 мөхбир ағзаһы инә. Академия составында: гуманитар фәндәр, физика-математика һәм техник фәндәр, химия-технология фәндәре, биология, медицина һәм ауыл хужалығы фәндәре, ер тураһындағы фәндәр һәм экология бүлектәре була.
Башҡортостан Фәндәр академияһының тәүге президенты итеп Башҡортостан Фәндәр академияһы академигы, металдарҙың юғары һығылмалылығы проблемалары институты директоры О. Ә. Кайбышев, вице-президент итеп академик Р. Н. Ғимаев, академик Ә. Ғ. Ғүмәров, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы, Рәсәй Фәндәр академияһы мөхбир ағзаһы В. В. Напалков; фән йүнәлештәре буйынса: физика-математика һәм техник фәндәр бүлегенә — Ә. В. Баҡыев, биология, медицина һәм ауыл хужалығы фәндәре бүлегенә — Р. Ш. Мағазов, Ү. Ғ. Ғосманов, химия-технология бүлегенә — Р. Н. Ғимаев, Ер тураһындағы фәндәр һәм экология бүлегенә — М. А. Камалетдинов, гуманитар фәндәре бүлегенәЗ. Ғ. Ураҡсин һайлана.
Башҡортостандағы фәнни уңыштар ғалимдар Г. А. Толстиков (металл-комплекслы катализ һәм органик синтез өлкәһендәге хеҙмәттәре), М. С. Юнысов (биоорганик химия, Аллапинин аритмияға ҡаршы сараһы), В. Н. Одиноков[3], Ю. Б. Монаков, Ф. Ф. Леонтьев (комплекслы алмаш функциялар теорияһы), В. В. Напалков[4], Р. И. Ниғмәтуллин һ.б. исемдәре менән бәйле.
БДУ профессоры Йәнғужин Рим Зәйниғәбит улы башҡорттарҙың этногенезы һәм этник тарихы проблемаларын, традицион хужалығын һәм ижтимағи структураларын өйрәнеү менән шөғөлләнде.
Георги И. Г. Описание всех обитающих в Российском государстве народов: Их жит. обрядов, обыкновений, одежд, жилищ, упражнений, забав, вероисповеданий и др. достопамятностей. Ч.1-2. СПб., 1799;
Мирас С. Исторические, археологические исследования в Башкортостане за 10 лет // Башкорт аймагы. 1929, № 7 (на башк. яз);
Островский Э. В. История и философия науки. М: Юнити 2007
Хисамидинова Ф. Г., Шарипова З. Я., Нагаева Л. И. История и культура Башкортостана. Научное издательство «Башкирская энциклопедия», Уфа — 1997.
Ахмадиев Т. Х., Кузыев Р. У., Сираев З. И., Юлдашбаев Б. Х., Якимов В. А. История Башкирской АССР. Башкирское книжное издательство, Уфа — 1976.
Наука в Советской Башкирии за 50 лет. — Уфа, 1969.
Каримов К. К. Наука Башкортостана: от исследователей одиночек до академических центров // Народное образование. — 2000. — № 6. — С. 51-53; Он же. Наука Башкирии в строительстве социализма. — Уфа, 1986.
Юсупов Р. Г. «Развитие академической науки в Башкирии (вторая половина ХХ — начало ХХI веков)». Автореферат докторской диссертации по истории. МГУ, 2009.
Башкирская энциклопедия в 7 томах. 2006—2011 г. Уфа.
Закон РБ «О сохранении статуса государственных, научных, образовательных учреждений и мораторий на их приватизацию» (от 31 июля 1995 г.)
Указ Президиума Верховного Совета РБ «О создании внебюджетного фонда науки и технологического развития Республики Башкортостан» (1993 г.)
Указ Президента РБ «Об утверждении программы реализации Концепции развития науки и инновационной деятельности в Республике Башкортостан на 2001—2005 гг.»
Академическая наука в Башкортостане: становление и развитие (1951—2001 гг.) // Истоки. Уфа, 2006. № 51 (507). С. 6.
Каримов, Кави Каримович. Развитие науки в Башкортостане, вторая половина ХIХ — первая половина ХХ вв. : диссертация … доктора исторических наук : 07.00.02. — Уфа, 2000. — 551 с.
Ғилми матбуғат баҫмалары
Журнал «Вестник Академии наук Республики Башкортостан»