Алмалыҡ |
Алмалыҡ |
Дәүләт |
Рәсәй |
|
Алмалы́ҡ (башҡ. Алмалыҡ) — Өфө ҡалаһыныңКиров районындағы тораҡ районы.
Тарихы
Тораҡ районы элекке Золотухин слободаһынан, Өфөнөң иҫке Оло Усолка урамы (хәҙер Сочи урамы) янында урынлашҡан[1].
Исеменең килеп сығышы
Башҡорт телендәге алмалыҡ, йәғни алма баҡсаһы (яблоневый) һүҙе атама итеп алынған.
Урынлашыуы
Ҡаланың көньяҡ-көнсығышында, Ағиҙел йылғаһы бөгөлөндә, уға ҡойған Соҡолаҡ йылғасығы тамағынан алыҫ түгел урын, Йүрүҙән, Дуҫлыҡ-2 һәм әлеге мәлдә төҙөлөш эштәре барған Көньяҡ-2 биҫтәләренә күрше генә ята.
Соҡалаҡ тамағын үткәс, тораҡ биҫтәһенең төньяғында ике магистраль юл араһында ята: кәньяҡ-көнбайыштан — Пугачёв Слободаһы урамы (Алмалыҡ районы һәм Ағиҙел араһында), төньяҡ-көнсығыштан — Софья Перовская урамына күскән Сочи урамы.
Золотухин слободаһын (тораҡ биҫтәһенең төньяғы) һәм Алмалыҡ-1 (көньяҡ-көнсығыш), Алмалыҡ-2 (үҙәк-төньяҡ), Алмалык-3 (үҙәк-көньяҡ), Алмалыҡ-4 (көньяҡ-көнбайыш), Алмалыҡ-5 (көнбайыш) биҫтәләрен үҙ эсенә ала.
Объекттары
Тораҡ биҫтәһендә Сауҙа үҙәге, Ял итеү үҙәге (А-5), балалар поликлиникаһы (А-1), ресторан (А-2) һәм башҡа төкәтеп эшләнгән хеҙмәт күрһәтеү һәм мәшғүллек учреждениелары: аҙыҡ-түлек һәм сәнәғәт тауарҙары магазиндары, көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү предприятиялары, офистар бар[2].
Тораҡ биҫтәһендә шәхси йорттар байтаҡ. Был йорттарҙың бер өлөшө иҫке йорттарҙы күсереү программаһына ҡарай («2007—2015 йылдарға Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округының йорттар биләгән территорияларын үҫтереү» муниципаль адреслы программаһы)[3]. 400-гә яҡын шәхси йортто күсергәндән һуң 7-меңдән ашыу кешегә иҫәпләнгән күп ҡатлы (20 ҡатҡа тиклем бейеклектә) йорттар төҙөләсәк, шулай уҡ тораҡ биҫтәһенән Көньяҡ һәм Колгуевка биҫтәләре йүнәлешендә биҫтә әһәмиәтендәге магистраль юл һалынасаҡ[4].
Йәшел зоналар тораҡ биҫтәһенең төньяғында Пугачёв Слободаһы, Ашхабад, Пулемёт урамдары буйлап һәм биҫтәнән көньяҡҡа табан урынлашҡан (улар Алмалыҡты Көньяҡ биҫтәһенән айырып тора).
Тораҡ биҫтәһенең көньяҡ-көнбайышында Авторемонт заводы һәм 3-сө пристань, көньяҡ-көнсығышында — Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығының РСУ-һы, төньяҡта — офис-келәт зонаһы.
Иҫтәлекле урындары
- «Ихлас» мәсете, Исламға арнап 1997 йылда ҡуйылған ярымай формаһында монумент (Сочи урамы,43)
- Ике иҫке бина эргәһендә заманса архитектура ҡулланып төҙөлгән яңы йорт тора (Сочи урамы,10)
Урамдар
Тораҡ биҫтәһендә түбәндәге урамдар бар:
- 1-я Нагорная (А-1, А-3)
- Абаканская (А-1, А-3)
- Авиаторская (А-2)
- Аргаяшская (ЗС)
- Ашхабадская (А-5)
- Грузинская (А-4, А-5)
- Зилаирская (ЗС)
- Кавказская (ЗС, А-2)
- Набережная (ЗС)
- Некрасова (А-1)
- Нечаева (А-3, А-4, А-5)
- Павловская (А-5)
- Пугачёвская Слобода (ЗС, А-4, А-5)
- Пулемётная (А-3)
- Софьи Перовской (А-1)
- Сочинская (ЗС, А-2)
- Тамьян-Китайская (ЗС, А-2)
- Усольская (ЗС, А-2)
- Читинская (ЗС)
- переулок 2-й Дуванский (А-1)
- переулок Абаканский (А-4)
- переулок Зилаирский (ЗС)
- переулок Некрасова (А-1)
Галерея
Әҙәбиәт
- Уфимская неделя № 29 12-18.07.2001 г.
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Шулай уҡ ҡара