«Диңгеҙ ҡаҙаныштары өсөн» ордены

«Диңгеҙ ҡаҙаныштары өсөн» ордены
Нигеҙләү датаһы 27 февраль 2002
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Юғарыраҡ дәрәжә «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» ордены
Түбәнерәк дәрәжә Пирогов ордены
Барлыҡҡа килеү урыны Мәскәү
Изображение орденской планки
Һаны 60
Лауреаттар категорияһы Категория:Кавалеры ордена «За морские заслуги»[d]
 «Диңгеҙ ҡаҙаныштары өсөн» ордены Викимилектә

«Диңгеҙ ҡаҙаныштары өсөн» ордены — Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградаһы. Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың 2002 йылдың 27 февралендәге 245-се Указына ярашлы булдырыла.

Орден статуты

«Диңгеҙ ҡаҙаныштары өсөн» ордены менән илдең оборона һәләте мәнфәғәтендә Донъя океанын өйрәнеү, үҙләштереү һәм файҙаланыу, уның милли хәүефһеҙлеген, социаль-иҡтисади һәм мәҙәни үҫешен тәьмин итеү өлкәһендәге ҡаҙаныштар, шулай уҡ Рәсәйҙең диңгеҙ ҡеүәтенә ҙур өлөш индергән өсөн бүләкләнә.

«Диңгеҙ ҡаҙаныштары өсөн» ордены менән бүләкләү үлгәндән һуң булыуы мөмкин[1].

«Диңгеҙ ҡаҙаныштары өсөн» ордены күкрәктең һул яғында йөрөтөлә һәм рәсәй федерацияһының башҡа ордендары булған осраҡтарҙа «Хәрби ҡаҙаныштар өсөн» орденынан һуң урынлаштырыла[2].

Ордендың тасуирламаһы

«Диңгеҙ ҡаҙаныштары өсөн» ордены билдәһе эмаль һәм көмөштән эшләнә. Дүрт мөйөшлө тәре остары нурҙарҙы сағылдыра, тәре остары араһында арҡыс-торҡос ятҡан ике якорь. Урталағы медальонда зәңгәр эмалле түңәрәк буйлап — лавр тажы һәм «За морские заслуги» яҙыуы. Медальондың үҙәгендә — Рәсәй Федерацияһының Дәүләт гербы һүрәте. Тәренең остары араһындағы арауыҡ — 40 мм, медальон диаметры — 16 мм. Ордендың кире яғында — ордендың һаны.

Орден билдәһе биш мөйөшлө ҡалып менән элмәк һәм дүңгәләк ярҙамында тоташтырыла. Ҡалып ебәк муар таҫма менән ҡапланған. Таҫма аҡ төҫтә, уның уртаһынан өс зәңгәр төҫтәге буй үтә. Таҫманың киңлеге — 24 мм, зәңгәр буйҙарҙың киңлеге — 2 мм, уларҙың араһы — 3 мм[2].

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Щеголев К. А. Современные награды России. Традиции и преемственность. — М.: Вече, 2009. — 480 с. — (История наград). — ISBN 978-5-9533-3696-3.
  • Винокуров В. А. Система государственных наград Российской Федерации: история, современность и перспективы развития. — М.: Дело, 2012. — 243 с. — ISBN 978-5-7749-0725-0.
  • Гончаров А. И. Наградная система Российской Федерации. — М.: Посев, 2010. — 280 с. — ISBN 978-5-85824-198-0.
  • Гусев И.Е. Ордена, медали и наградные знаки от Петра I до современности. — М.: АСТ, 2014. — 164 с. — ISBN 978-5-17-085223-9.
  • Музалевский М. В. Ордена и медали Российской Федерации. — М.: Кавалеръ, 2005. — 298 с. — (Библиотека журнала «Кавалер»). — ISBN 5-00-000198-2.

Strategi Solo vs Squad di Free Fire: Cara Menang Mudah!