К:Проект:Музыка:Последняя правка в 2024 году
IS.E.R.EK (IŞEREK булараҡ стилләштерелгән) — башҡорт рэперы S.E.R.-ҙың тәүге студия альбомы. 2019 йылдың 21 майында нәшер ителгән. Альбомда KEMUL, LeNar15KH, Yalaguy, TRTI, Зөлфиә Хәйруллина ҡунаҡ сифатында ҡатнашҡан. Альбомдан ике сингл сығарылған: «It's My Life» һәм «Ҡал (feat. Зөлфиә Хәйруллина)». Reldnah альбомдың йырҙарының продюсеры була. Шулай уҡ альбом 2016 йылдың 29 ноябрендә сыҡҡан Инсан тарафынан продюсерланған «Яна күперҙәр» йырының ремастерланған версияһын бонус-трек булараҡ үҙ эсенә ала.
Тарихы
Тәүҙә альбом 10 йырҙан тирәһе торған тип уйланылғайны. Уның өсөн Инсан менән берлектә йыр планлаштырылғайны[1][2].
2017 йылдың 7 сентябрендә S.E.R. «It's My Life» йырын башҡарған студияла төшөрөлгән видеояҙма Интернет селтәренә һалына[3]. Был йыр, альбомдан тәүге йыр булып, 2018 йылдың 1 февралендә сыға.
2019 йылдың 17 февралендә икенсе Үәт_Әй_Баттлдың беренсе баттлы S.E.R. vs. AKMAN (еңеүсеһе — S.E.R.) донъя күрә. Унда S.E.R. альбом хаҡында бер нисә һүҙ әйтеү генә түгел[4], уның март аҙағында сығасағы тураһында белдерә:
|
Көт яңы альбомды, март аҙағы...[5]
|
|
Ләкин альбом сығыуы күсерелә.
2019 йылдың 3 апрелендә «Бәйләнештә» селтәрендәге «Үәт, әй...» исемле төркөмгә S.E.R.-ҙың Кесе менән берлектә «Төнгө уттар» йырына төшөрөлгән клип һалына. Шунда уҡ альбомдың тиҙҙән сығыуы иғлан ителә[6].
2019 йылдың 10 майында S.E.R. Зөлфиә Хәйруллина менән берлектә яҙҙырылған «Ҡал» йырын сығара. Шунда уҡ альбом исеме билдәле була. 3 көн үткәс, альбом сэмплеры сыға.
2019 йылдың 21 майында альбом «Бәйләнештә» селтәрендәге «Башкирская Эстрада» төркөмөнә һалына[7]. Бөгөнгә был яҙма 76 репост һәм 450 лайк йыйған.
Йырҙар исемлеге
Йырҙарҙың барыһына һүҙҙәр авторы S.E.R., автор күрһәтелмәгән осраҡта, йырҙарҙың барыһына көй авторы Reldnah, автор күрһәтелмәгән осраҡта.
Һүҙҙәр авторы |
1. |
«Башланыҡ» | |
3:22 |
2. |
«Уйын һинеке» | |
3:17 |
3. |
«Юғары» (feat. KEMUL, LeNar15KH) | S.E.R., KEMUL |
5:47 |
4. |
«Яңғырау» (feat. Yalaguy, TRTI) | S.E.R., TRTI |
4:48 |
5. |
«It's My Life» | |
3:07 |
6. |
«Ҡал» (feat. Зөлфиә Хәйруллина) | |
3:25 |
7. |
«Азатлыҡ» | |
4:16 |
8. |
«Экскалибур» (аутро) | |
3:04 |
Музыка |
9. |
«Яна күперҙәр» (feat. LeNar15KH, remastered) | Инсан |
4:40 |
35:51 |
Альбомды яҙҙырыуҙа ҡатнашыусылар
- S.E.R. — речитатив
- Reldnah — продакшн (1-8), сведение, мастеринг, скрэтчтар (1, 2, 6), тамбурин (1, 2), шэйкер (7), халыҡты яҙҙырыуҙа ҡатнашыусы (1, 8)
- KEMUL — речитатив (3), халыҡты яҙҙырыуҙа ҡатнашыусы (1, 8)
- TRTI — речитатив (4), халыҡты яҙҙырыуҙа ҡатнашыусы (1, 8)
- LeNar15KH — вокал (1-3, 5, 7-8)
- Yalaguy — вокал (3-5, 8)
- AlmaSH — вокал (4), халыҡты яҙҙырыуҙа ҡатнашыусы (1, 8)
- Зөлфиә Хәйруллина — вокал (6)
- Гөлназ Асаева — вокал (1)
- Фәнис Шәрипов — гитара сололары (6)
- Ислам Рафиҡов — ҡурай (6-7)
- Радик Ҡорманаев — яҙҙырыу (1-3, 5-8)
- Алик Халиков — яҙҙырыу (4)
- DeZ — халыҡты яҙҙырыуҙа ҡатнашыусы (1, 8)
- Romull — халыҡты яҙҙырыуҙа ҡатнашыусы (1, 8)
- Гүзәлиә Саматова — халыҡты яҙҙырыуҙа ҡатнашыусы (1, 8)
- Лилиә Мөхәмәҙиева — халыҡты яҙҙырыуҙа ҡатнашыусы (1, 8)
- Денис Бадамшин — альбом дизайны
- Алиса Йомағәлиева — ҡатын-ҡыҙ опера партиялары (2)
- Илһам Сираев — ир-егет опера партиялары (2)
Иҫкәрмәләр