Һөтимәрҙәр, имеҙеүселәр, йәки Йәнлектәр (лат. Mammalia) — балаларын һөт менән туҡландыра торған умыртҡалы хайуандар класы.
Латинса атамаһы Mammalia («mamma» — "түш грудь һәм елен ")[1] барлыҡ имеҙеүселәрҙә лә һөт биҙҙәренең булыуы сәбәпле бирелгән исем[2].
Имеҙеүселәр класын өйрәнеүсе махсус фән териология (маммалиология) тип атала[3].
Имеҙеүселәрҙең 4,5 меңгә яҡын төрө билдәле. Рәсәйҙә сама менән 380 төр имеҙеүсе тереклек итә.
Башҡортостан биләмәләрендә алты отрядҡа ҡараған 83 төр имеҙеүсе (40 төрө ҡиммәтле тиреле йәнлек) барлығы асыҡланған.
Имеҙеүселәр Ер шарының бөтөн материктарында, океан һәм диңгеҙҙәрҙә таралған.
Төп билдәләре
- Һөт биҙҙәренең булыуы һәм балаларын һөт имеҙеп үҫтереү.
- Яралғының әсә организмында үҫешен тәьмин итеү өсөн махсус ағзаларҙың булыуы һәм тере бала тыуҙырыу (тәүге йәнлектәрҙән башҡаһы).
- Дүрт камералы йөрәк.
- Йөрәктең уң һәм һул яҡтарын тулыһынса айырып тороусы бүлге бар. Шуға, йөрәктә артериаль ҡан менән веноз ҡан ҡушылмай.
- Бәләкәй һәм ҙур ҡан әйләнеше түңәрәктәре тулыһынса айырылған.
- Тән температураһы даими (мөхит шарттарының үҙгәреүенә бәйле түгел), шуға ла, имеҙеүүселәр йыл әйләнәһенә әүҙем була ала .
- Альвеоляр типтағы упкәләр.
- Мейе ҡумтаһы бит өлөшөнән өҫтөнлөк итә. Баш мейеһендә ҙур ярымшарҙар һәм уларҙағы мейе ҡабығы (ьураҙналар һәм йыйырсалар), кесе мейе ныҡ үҫешкән.
- Танау эсен бүлеп тороусы бүлге, шуға бәйле, ундағы еҫ һиҙеү рецепторҙары ныҡ уҫешкән.
- Тиреләрендә тир һәм май биҙҙәре була. Ҡайһыларында мускус биҙҙәре үҫешкән.
- Йөн япмалары бар.
- Умыртҡалыҡ асыҡ айырылып торған биш бүлеккә махсуслашҡан (дифференцация).
- Муйын умыртҡалары етәү.
- Тән ҡыуышлығын күкрәк һәм ҡорһаҡ өлөштәренә бүлеп тороусы мускуллы ағза — диафрагма бар (һулыш алышыуҙа ҡатнаша).
- Аяҡ ослоҡтарыны ян-яҡтна түгел, ә кәүҙә аҫтында урынлашҡан (кәүҙәне өҫкәрәк күтәрә һәм тиҙлекте артттырырға булышлыҡ итә).
- Хәрәкәтсән тышҡы ҡолаҡ япраҡтарының бар (тауыш йүнәлешен билдәләү камиллаша). Урта ҡолаҡта ишетеү һөйәктәре өсәү (сукеш, һандал һәм өҙәңге).
- Тештәр махсуслашҡан (ҡыррҡыс, ҡаҙыҡ, аҙау тештәр). Уларҙың яңаҡтарҙа соҡорҙары (ҡаҙналары) бар. Үҫеш дәүерендә һөт тештәре даими тештәргә алмашына.
- Хәрәкәтсән ирендәре һәм урттары бар.
Имеҙеүселәрҙең тышҡы төҙөлөшө
Имеҙеүселәрҙең аяҡтары, һөйрәлеүселәрҙәге кеүек, тәндең ян-яҡтарында түгел, ә кәүҙәһе аҫтында урынлашҡан. Шунлыҡтан уларҙың тәне ергә тейеп тормай. Имеҙеүселәр табандарына, устарына йәки тырнаҡлы бармаҡтарына баҫып йорой.
Һығылмалы муйыны башының бик хәрәкәтсән булыуына булышлыҡ итә. Ауыҙҙары хәрәкәтсән өҫкө һәм аҫҡы ирендәр менән сикләнғән. Ауыҙ өҫтөндә тышҡы ике танау тишеге урынлашҡан.
Өҫкө һәм аҫҡы күҙ ҡабаҡтары яҡшы үҫешкән. Өсөнсө күҙ ҡабағынан (йомғос ярынан) рудимент ҡына ҡалған.
Бөтә хайуандар араһында имеҙеүселәрҙең генә хәрәкәтсән тышҡы ҡолағы — ҡолаҡ япрағы бар.
Тән япмалары
Имеҙеүселәрҙең тиреһе ныҡ һәм һуҙылмалы. Күпселек йәнлектәрҙә тирелә төктәрҙең төбө урынлашҡан. Төктәр умыртҡалы хайуандарҙың был класына хас булған йөн япмаһын барлыҡҡа килтерә. Йыуан һәм оҙон төктәрҙе — шыртты (ҡылды) һәм ҡыҫҡараҡ, йомшаҡ төктәрҙе — мамыҡты айырып йөрөтәләр.
Ҡаты, ныҡ шырт мамыҡты һәм тирене зарарланыуҙан һаҡлай. Эсендә һауа күп була торған мамыҡ тәндең йылыһын яҡшы тота.
Шырттан һәм мамыҡтан тыш, йәнлектәр тәнендә эре төктәр — тейеп һиҙеү ағзалары үҫә.
Имеҙеүселәрҙең төктәре, ҡоштарҙың ҡауырһындары һәм һөйрәлеүселәрҙең тәңкәләре кеүек, мөгөҙ матдәнән тора.
Коштар төләгән кеүек, имеҙеүселәр йылына ике тапҡыр йөнөн (баҡтаһын) ҡоя: төктәренең бер өлөшө ҡойола һәм яңылары менән алмашына.
Төктөң төбө махсус төк муҡсаһында була. Йәнәш урынлашҡан май биҙҙәренең көпшәләре ошо муҡсаға асылып тора. Май биҙҙәренән бүленеп сыҡҡан матдәләр тирене һәм төктәрҙе майлап тора. Шунлыҡтан улар һығылмалы була һәм һыуҙа еүешләнмәй.
Күпселек йәнлектәрҙең тиреһендә тир биҙҙәре лә урынлашҡан. Тир, тән өҫлөгөнән парға әйләнеп, уны һыуытып тора. Тир менән бергә тәндән тоҙҙоң һәм бәүелсәнең артыҡ өлөшө лә сығарыла. Шулай итеп, тир биҙҙәре өҫтәмә бүлеп сығарыу ағзалары ролен үтәй
Имеҙеүселәрҙең бармаҡ остарында мөгөҙ матдәнән торған тырнаҡтары йәки тояҡтары урынлашҡан. Шулай уҡ, ҡайһы бер имеҙеүселәрҙә мөгөҙ матдә үҫентеләре баштарында (мәҫ. носорогтарҙың, антилопаларҙың, һыйыр малының мөгөҙҙәре) йәки ҡойроҡтарында (мәҫәлән, ҡомаҡтарҙың мөгөҙ матдәнән тороусы тәңкәләре) барлыҡҡа килә.
Имеҙеүселәрҙең һөлдәһе
Имеҙеүселәрҙең һөлдәһе, башҡа умыртҡалы хайуандарҙағы кеүек үк, бүлектәрҙән тора.
Йәнлектәрҙең баш һөйәге мейе ҡумтаһының байтаҡ ҙурыраҡ булыуы менән айырыла. Был баш мейеһенең ҙур күләмле булыуына бәйле.
7 муйын умыртҡаһы булыу имеҙеүселәр өсөн бик хас үҙенсәлек. Оҙон муйынлы жирафта ла, муйыны булмаған киттарҙа ла муйын умыртҡалары бер үк һанда.
Күкрәк умыртҡалары (ғәҙәттә, улар 12—15) ҡабырғалар һәм күкрәк һөйәге менән бергә күкрәк ситлеген барлыҡҡа килтерә.
Бил бүлегенең ҙур умыртҡалары бер-береһе менән хәрәкәтсән тоташҡан. Был бүлектә кәүҙә бөгөлә һәм турая ала.
Төрлө төрҙәрҙә бил умыртҡаларының һаны төрлөсә (2—9), эттә улар 6. Умыртҡаларҙың һигеҙгүҙ һөйәге бүлеге (3—4 умыртҡанан тора) һәм таз һөйәктәре менән бергә ҡушылып үҫкән.
Ҡойроҡ бүлегенең умыртҡалары һаны (өстән алып бер нисә тиҫтәгә тиклем) ҡойроҡ оҙонлоғона бәйле.
Имеҙеүселәрҙең алғы аяҡтары билбауы ике ҡалаҡ һөйәгенән, уларға ҡушылып үҫкән ике ҡарға һөйәгенән һәм ике умрау һөйәгенән тора. Аяҡтарын бер яҫылыҡта (алға, артҡа) ғына хәрәкәтләндереүсе имеҙеүселәрҙә умрау һөйәктәре үҫешмәгән.
Артҡы аяҡтар билбауы өс пар таз һөйәгенән төҙөлгән. Имеҙеүселәрҙең һәм һөйрәлеүселәрҙең аяҡ һөлдәләре оҡшаш. Ә төрлө хайуандарҙың аяҡ төҙөлөшөндә булған айырма, уларҙың йәшәү шарттарына бәйле.
Имеҙеүселәрҙең бер төрҙәре ер өҫтөндә йәшәү рәүешен үҙләштергән һәм тиҙ йүгереүгә яйлашҡан (тояҡлылар, бүре, ҡуян).
Йәиһә, һыйыныу урынын ерҙә тапкан (бурһыҡ, йомран); башҡалары ағаста йәшәүгә күскән (тейен, һыуһар).
Өсөнсөләре һауаға күтәрелгән, һәм уларҙың алғы ослоҡтары ҡанатка әүерелгән (ярғанат).
Дүртенселәре ер аҫтында йәшәү рәүеше алып бара — уларҙың күреү һәләте шаҡтай дәрәжәлә редукциялашҡан һәм ҡайһы бер органдары тупраҡта йөрөү юлдары ҡаҙыуға яйлашҡан (һуҡыр сысҡан, ҡыр сысҡандары).
Имеҙеүселәр араһындағы тирә-йүн менән тығыҙ бәйләнештә булған төрҙәр бар (йофар, ҡама, ондатра). Тейен, ҡуян, төлкө, һыуһар һ.б. ҡиммәтле тиреле хайуандар промысел әһәмиәтенә эйә.
Ярғанаттар, ер сысҡандары, йәтсә һәм һәм башҡа зарарлы бөжәктәрҙе, кимереүселәрҙе юҡ итәләр. Ҡайһы бер төрҙәре (күп кенә кимереүселәр һәм тояҡлылар) үҫемлекселеккә, урман хужалығына һәм башҡа зыян килтереүе мөмкин. Күп кенә имеҙеүселәр (мәҫәлән, кимереүселәр) ҡурҡыныс ауырыу (сума, туляремия) тыуҙырыусыларҙы таратыусы һәм йоҡтороусылар.
Әҙәбиәт
- Наумов С. П. Зоология позвоночных. — М.: Просвещение, 1982. — 464 с.
- Латюшин В. В. Хайуандар. Дөйөм белем биреү учреждениелары өсөн дәреслек. — Өфө.: Китап. 2011. ISBN 978-5-295-05368-9
- Биология: Хайуандар: Урта мәктәптең 7—8-се кластары өсөн дәреслек / Б. Е. Быховский, Е. В. Козлова, А. С. Мончадский һ. б.; М. А. Козлов редакцияһында. — Яңынан эшләнгән 19-сы баҫманан тәржемә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1990. — Һүрәттәре менән 268 бит. ISBN 5-295-00538-0
Башҡортсаға тәржемә. Мырҙаҡаев Ф. С., Мырҙаҡаева Д. Ғ., 1990
- Лемеза Н. А., Камлюк Л. В., Лисов Н. Д. Биология в экзаменационных вопросах и ответах. (Лемеза Н. А., Комлюк А. В. Лисов Н. Д. — 10-е изд. — М.: Айрис-пресс, 2006 — 512с.: ил
- Под редакцией акдемика РАМН, профессора Ярыгина В. Н. Для поступающих в ВУЗы. Биология. (А. Г. Мустафин, Ф. К. Лажуева, Н. Г. Быстренина и др., Под ред. В. Н. Ярыгина. −7-е изд., стер. _ М.: Высш.шк., 2004. — 492с. Ил.
- Чебышев Н. В., Кузнецов С. В., Зайчикова С. Г. Поступающим в ВУЗы. Биология (Чебышев Н. В. — Биология. Пособие для поступающих в ВУЗы. Том I.- М.:ООО"Издатель ОНИКС", 1999.-448с.
- Богданова Т. Л. Биология. Задания и упражнения. Пособие для поступающих в ВУЗы. (Богданова Т. Л. — 2-е издание, переработанное и дополненное. — М.: Высшая школа, 1991.350с.:ил.
Иҫкәрмәләр