Википедияла
Ҡорбанғәлиев фамилиялы башҡа кешеләр тураһында мәҡәләләр бар.
Википедияла
Сафиуллин фамилиялы башҡа кешеләр тураһында мәҡәләләр бар.
Ҡорбанғәлиева (Сафиуллина) Суфия Шәрәфулла ҡыҙы (13 февраль 1949 йыл) — башҡорт артисы, уҡытыусы һәм тәржемәсе. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2000) һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ (1990) артисы[1].
Биографияһы
1949 йылдың 13 февралендә Башҡорт АССР-ының Маҡар районы (Башҡортостан Республикаһының хәҙерге Ишембай районы) Байғужа ауылында тыуған.
Өфө дәүләт сәнғәт институты доценты[2]. Актёр оҫталығы һәм режиссура кафедраһында 1989 йылдан алып эшләй.
Күп кенә фәнни хеҙмәттәрҙең, методик ҡулланмаларҙың авторы. «Уның тарафынан Чехов хикәйәләре башҡорт теленә иҫ киткес тәржемә ителгән»[3].
Белем алыуы
Репертуары
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында эшләй (1973 йылдан).
Салли («Ят йондоҙ», Х. Вуолийокиҙың «Нисковуори ҡатындары» пьесаһы буйынса, дебют, 1973), Гөлнур («Гармунсы дуҫ», Н. Нәжми), Мәрзиә («Ул ҡайтты», Ә. Атнабаев), Хәҙисә («Рәйсә+Фәйзи», Н. Асанбаев), Әҡлимә («Әбейҙәргә ни етмәй», Ф. Бүләков), Харисова («Ун өсөнсө председатель», А. Абдуллин), Ирида («Ташлама утты, Прометей!», М. Кәрим), Зөлфиә («Бажалар», И. Абдуллин), Асия («Дүрт кешелек табын», Н. Ғәйетбаев), Наташа («Апалы-һеңлеле өс туған», А. Чехов), Домна Пантелеевна («Таланттар һәм баш эйеүселәр», А. Островский), Тәңкәбикә («Ай тотолған төндә», М. Кәрим), Астра («Юғалтыу», Д. Нормет) һ.б.
Актрисаның үткер характерлы, ҡайһы саҡта гротесклы уйнау алымы образдарҙың асылына үтеп инә алыуы менән берләшә: Наҙлыбикә («Тиҫкәре ир, насар ҡатындар», М. Мөсифуллин), Бикә («Әстәғәфирулла!», Н. Ғәйетбай), Мәҙинә («Һөйгәнемдең тыуған көнө», И. Юзиев).
Уҡыусылары
Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаттары — Әмиров А., Йыһаншин А., Комкова Р., Хәлилов А. Дипломанттар: төбәк конкурстарында — Бәхтиева А., Камалов В., Мөхәмәтдинов Г., Мәһәҙиев Р., Әхмәтшина А.; республика конкурстарында — Ғәлина А., Ғафаров А., Сәйетова М.[6]
Тормошонан факттар
Үҙенең театр труппаһы менән тыуған Ишембайына килгән ваҡытта, уның спектакленә, махсус рәүештә, синыфташтары килә[7][8].
«Сая ҡыҙҙар» конкурсының жюри составына инә.
Уның ролдәрен баһалау
Уның һис шикһеҙ юғары сифаттарына тәбиғи матурлыҡ һәм мөләйемлек, һутлы тел, сәхнәлә үҙен тота белеүе, һирәк осрай торған ролдәргә инә белеү һәләте инә. Ул баҙыҡ характерлы артист, юғары импровизаторлыҡ һәләтенә эйә. Суфия Шәрифулла ҡыҙы сәхнәлә һынландырған образдар социаль ҡылыҡһырламаларының дөрөҫлөгө, сатира һәм юморға бай булыуҙары менән айырылып торалар. Үткер характерлы, ҡайһы саҡта гротесклы уйнау алымы образдарҙың асылына тәрән үтеп инә алыу һәләте менән гармоник берләшә.
— bashinform.ru/news/607451/?utm_source=twitterfeed&utm_medium=twitter
Тривия
Театр труппаһы менән тыуған яғына, Ишембайға килгәнендә, спектаклгә махсус рәүештә уның класташтары килә[8][9]
Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт Министрлығының 2010 йылдың 9 июнендәге 147-се һанлы «Салауат Юлаев Көндәре сиктәрендә „Салауат йыйыны“ фольклор байрамы Республика конкурсын, Ишембай районында башҡорттарҙың Өсөнсө Бөтә Донъя ҡоролтайын үткәреү тураһында» Ҡарары менән «Сая ҡыҙҙар» конкурсының жюри составына инә[10]..
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы
- Сәнғәт өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн - «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы» маҡтаулы исеме (2000) —[11]
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
- Абросимова Т. Обыкновенная королева // Рампа. — 1999. — № 3. — с. 4—5. — (Суфия Курбангалеева).
- КУРБАНГАЛЕЕВА (Сафиуллина) Суфия Шарафулловна// Ишимбайская энциклопедия. — Өфө. — 3000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.
Һылтанмалар