Ҡаймаҡ — һөттөң ҡуйыһын айыртыу юлы менән алынған майлы ризыҡ.
Сепаратор уйлап табылғанға тиклем ҡаймаҡ эшләү өсөн ултырған һөттөң өҫтө генә һөҙөп алынған. Ризыҡты шыйыҡ көйө ҡулланырға мөмкин. Сауҙа өсөн аҙыҡ-түлек сәнәғәтендә 10-20 % (уртаса) һәм 35 % (майлы) ҡуйылыҡтағы ҡаймаҡ сығарыла. Һатыуҙа шулай уҡ консерваланғаны ла осрай. Майлы ризыҡ булараҡ ҡаймаҡ бик туҡлыҡлы. Бынан тыш уның составында 3,5 % аҡһым, 4,3 процент углевод, минераль тоҙ һәм витаминдар (A, E, B1, В2, C, PP һ. б.) бар.
Ҡаймаҡтан аҡ май эшләйҙәр. Ул шулай уҡ кулинарияла киң ҡулланыла. Шыйыҡ ҡаймаҡты ҡамыр ризыҡтарына, уларҙы биҙәү өсөн крем яһағанда тотоналар.
Үҫемлек ҡаймағы
Аҙыҡ сәнәғәтендә оҙаҡ һаҡлана торған үҫемлек ҡаймағы ҡулланыла. Ул тәбиғи ҡаймаҡты алыштыра һәм башлыса кокос, пальма майҙарынан яһала. Бындай үҫемлек ҡаймағы составына шулай уҡ тәм, төҫ, еҫ биреүсе һөт аҡһымдары (башлыса натрий казениаты), төрлө ҡатнашмалар һәм буяуҙар инә [1].
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Сливки // Краткая энциклопедия домашнего хозяйства. — М.: Государственное Научное издательство «Большая Советская энциклопедия», 1959.
Һылтанмалар
Сливки // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)