Википедияла
Ғүмәров фамилиялы башҡа кешеләр тураһында мәҡәләләр бар.
Ғүмәров Исхаҡ Идрис улы (10 апрель 1912 йыл — 6 май 1993 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, подполковник.
Биографияһы
Ырымбур губернаһы Орск өйәҙенә[1] ҡараған Үрге Мәмбәт ауылында 1912 йылдың 10 апрелендә тыуған.
- 1932—1933 йылдарҙа Баймаҡ тау—металлургия техникумында уҡый
- 1936 йылда Ҡазан ҡалаһында Татар ҮБК исемендәге Берләштерелгән татар-башҡорт хәрби мәктәбен тамамлай.
- 1941 йылда М. В. Фрунзе исемендәге Хәрби академияны тамамлай.
- 1941—1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан Һуғышында ҡатнаша.
- Һуңынан Совет Армияһында хеҙмәтен дауам итә.
1993 йылдың 6 майында[2] Өфө ҡалаһында вафат була.
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыуы
Бөйөк Ватан һуғышын Белосток ҡалыһында ҡаршылай. Мәскәү, Сталинград янындағы һуғыштарҙа, Украина, Молдавия, Польша азат итеүҙә ҡатнаша. Берлин оперцияһында Империя канцелярияһын алыусы 301 уҡсылар дивизияһының 1050-се полк командиры була.
Хәрби наградалары
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены (25.01.1945)[3]
- 1-се дәрәжәле Ватан һуғышы ордены (31.08.1944[4]; 06.04.1985[5])
- 2-се дәрәжәле Ватан һуғышы ордены (29.06.1945)[6]
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (31.07.1942)[7]
- Ҡыйыуҙар Тәреһе (Польша, 1946)
- «Хәрби хеҙмәттәшлек өсөн» алтын миҙалы (ГДР)
- Миҙалдар
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар