Фрэнк Ллойд Райт

Фрэнк Ллойд Райт
ингл. Frank Lloyd Wright
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[1][2][3][…]
Гражданлыҡ  Америка Ҡушма Штаттары[4]
Тыуған ваҡыттағы исеме ингл. Franklin Lincoln Wright
Тыуған көнө 8 июнь 1867({{padleft:1867|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})[2][3][5][…]
Тыуған урыны Ричленд-Сентер[d], Висконсин, Америка Ҡушма Штаттары[6]
Вафат булған көнө 9 апрель 1959({{padleft:1959|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})[2][3][5][…] (91 йәш)
Вафат булған урыны Финикс[d], Америка Ҡушма Штаттары[2][7]
Үлем сәбәбе осложнения при хирургическом вмешательстве[d]
Ерләнгән урыны Taliesin West Burial Site[d][8][9]
Атаһы William Carey Wright[d][10][6]
Әсәһе Anna Lloyd Jones Wright[d][6]
Бер туғандары Maginel Wright Enright[d][11]
Хәләл ефете Olgivanna Lloyd Wright[d][9], Catherine Tobin Wright[d][11] һәм Miriam Noel Wright[d]
Внебрачный партнёр Mamah Borthwick[d]
Балалары John Lloyd Wright[d][11], Lloyd Wright[d][11], Iovanna Lloyd Wright[d] һәм Catherine Dorothy Wright[d]
Туған тел инглизсә
Һөнәр төрө архитектор, градостроитель, яҙыусы, дизайнер
Эшмәкәрлек төрө архитектура
Эш урыны Новая школа[d]
Уҡыу йорто Мадисондағы Висконсин университеты[d]
Центральная старшая школа Мадисона[d]
Уҡыусылар Gira Sarabhai[d]
Кемдә уҡыған Салливан, Луис Генри[d]
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы 1959[12]
Архивы хранятся в Библиотека архитектуры и изящных искусств Эйвери[d][13]
Ойошма ағзаһы Американская академия искусств и литературы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Тасуирлау биттәре oxfordreference.com/view…[14]
arch-pavouk.cz/index.php…
Кто представляет ARS[d][15]
Защитник авторских прав reproduction right represented by CISAC-member[d][16][17]
Хеҙмәттәре тупланмаһы Музей Бойманса-ван Бёнингена[d], Миннеаполис сәнғәт институты[d], Чикаго сәнғәт институты[d], Музей искусств Нельсона-Аткинса[d], Виктория милли галереяһы[d], Милли сәнғәт галереяһы[d], Хәҙерге сәнғәт музейы (Нью-Йорк)[18], Метрополитен-музей[d], Музей современного искусства Сан-Франциско[d][19], Шведский центр архитектуры и дизайна[d][20][21] һәм Гетти музейы
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]
Файлы артиста по адресу Philadelphia Museum of Art Library and Archives[d][22] һәм College for Creative Studies Library[d][23]
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Frank Lloyd Wright
 Фрэнк Ллойд Райт Викимилектә[24]

Фрэнк Ллойд Райт (Frank Lloyd Wright, 8 июнь 1867 йыл — 9 апрель 1959 йыл) — АҠШ-тың новатор архитекторы. XX быуаттың тәүге яртыһында көнбайыш архитектураһын үҫтереүгә ҙур йоғонто яһаусы[25][26]. «Органик архитектура» булдырыусы һәм архитектурала асыҡ планды пропагандалаусы.

Биографияһы

Райт 1867 йылдың 8 июнендә АҠШ-тың Ричленд-Сентер (Висконсин) ҡалаһында, музыка уҡытыусыһы һәм дин эшмәкәре Уильям Рассел Райт һәм уҡытыусы Анна Ллойд ғаиләһендә тыуған. Унитариан сиркәүе ҡанундарында тәрбиәләнгән. Бала саҡта Фридрих Фребель төҙөгән «үҫтереүсе» «Киндергартен» конструкторы менән күп уйнай. Райттың ата-әсәһе 1885 йылда Уильямдың ғаиләне ҡарай алмай сәбәбе арҡаһында айырылыша. Фрэнкҡа үҙ өҫтөнә әсәһе һәм ике һеңлеһе өсөн финанс яуаплылыҡ йөгөн алырға тура килә. Ощо ваҡытта ул әсәһенең фамилияһын икенсе исем сифатында ҡабул итә[26].

Райт мәктәпкә йөрөмәй өйҙә белем ала. 1885 йылда ул Висконсин университетының инженерлыҡ факультетына уҡырға инә. Университетта уҡып, ул урындағы инженер-төҙөүсе ярҙамсыһы булып аҡса эшләй. Райт университетты ғилми дәрәжә алмайынса ҡалдыра. 1887 йылда ул Чикагоға күсеп килә, унда Джозеф Лайман Силсбиҙың архитектура контораһына эшкә урынлаша. Бер йылдан һуң «Чикаго архитектура мәктәбенең» Салливан Луис Генри етәкләгән «Адлер һәм Салливан» фирмаһына эшкә күсә. 1890 йылда был фирмала уға торлаҡ төҙөлөштәре буйынса проекттар йөкмәтелә. 1893 йылда Райтҡа был компаниянан китергә тура килә, сөнки Салливан Луис Генри Райттың йорттарҙы «ситтә» проектлағанын белеп ҡала. 1893 йылда Чикаго ҡалаһы янындағы Оук-Паркта үҙ фирмаһын булдыра. 1901 йылға ул биләгән исемлектә яҡынса 50 проект иҫәпләнә.

Прерия стиле

Дом Роби (инг.)баш. Чикаго университетының кампусында

Райтҡа билдәлелекте «прерия йорттары» килтерә, уларҙы ул 1900 йылдан алып 1917 йылға тиклем проектлай. «Прерия йорттары» «органик архитектура» концепцияһы ситтәрендә төҙөлә, уның идеалы булып бөтөнлөк һәм тәбиғәт менән берҙәмлек була[27]. Архитектура арауығының өҙлөкһөҙлөгө идеяһы яҡлы Райт, Палладио ваҡыттарынан көнбайыш архитектурала өҫтөнлөк иткән бинаны һәм уның айырылғыһыҙ өлөштәрен тирә-яҡ мөхиттән айырыу традицияһына нөктә ҡуйырға тәҡдим итә. Райт фекере буйынса бинаның формаһы һәр ваҡыт уның үҙенсәлекле тәғәйенләнешенә һәм ул төҙөләсәк мөхит шарттарына бәйле булырға тейеш.

Практик планда, Райт проектлаған «прерия йорттары», тәбиғи организмдарҙың эволюция формаһы һымаҡ, тирә-яҡ мөхиттең тәбиғи дауамы булып хеҙмәт итә. Улар өсөн асыҡ план, композицияһында өҫтөнлөк иткән горизонталдәр, йорт ситенән алыҫҡа сыҡҡан ҡыйыҡ яҡтары, террасалар, эшкәртелмәгән тәбиғи материалдар менән биҙәү, япон ҡорамдары өлгөһөндә фасадтың каркастар менән тигеҙ бүлгеләнеүе хас[28]. Йорттарҙың күбеһе планында арҡыс-торҡос, ә уртала урынлашҡан усаҡ-камин асыҡ арауыҡты берләштерә. Йорттарҙың интерьерына Райт айырым иғтибар бирә, йыһазды үҙе эшләй һәм һәр элементтың ул булдырған мөхиткә органик рәүештә ярашыуына өлгәшә. «Прерия йорттары» араһында иң билдәлеләре булып Уиллитс йорто, Мартин йорто һәм Роби йорто тора.

Үҙенең уҡытыусыһы тип Райт Иосиф Виссарионович Сталин өсөн дәүләт дачалары төҙөгән совет архитекторы Мержанов Мирон Ивановичты иҫәпләй.

«Талиесин» резиденцияһы

Талиесин резиденцияһы

Үҙ йортон һәм йәйге Талиесин резиденцияһын Райт шулай уҡ «Прерия йорттары» йорттары стилендә 1911 йылда төҙөй. Төҙөлөшкә стимул булып Чейни Эдвиндың ҡатыны Марта Босвик Чейни менән мауығыуы тора, ул һуңынан уның гражданлыҡ ҡатыны була һәм ошо йәйге резиденцияға күсеп йәшәй.

Талиесинға һауанан күренеш
Поместьеға инеү урынында билдә

Талиесин урынлашҡан үҙән АҠШ-тағы граждандар һуғышы ваҡытына тиклем Райттың әсәһенең ғаиләһенә ҡарай. Әсәһе яғынан олатаһы һәм ағаһы, Уэлльстан иммигранттар, унитариан конгрегацияһының пасторҙары була, һәм уның ике инәһе 1887 йылда үҙәндә мәктәп аса.

Райттың әсәһе, Анна Райт, улын каникул мәлдәрендә һәр йәй һайын, ун бер йәшенән алып үҙәнгә ебәрә. Ғаилә, уның дине һәм идеалдары йәш Райттың шәхесе формалашыуына ҙур йоғонто яһай, аҙаҡ үҙенең икенсе «Линкольн» исемен (Линкольн Авраам хөрмәтенә) ғаиләнең был тармағына хөрмәт йөҙөнән «Ллойдҡа» әйләндерә.

Райт үҙәндә йорт төҙөргә ҡарар иткәндән һуң, ул валлий барды Талиесин исемен һайлай, тәржемәлә ул «нурлы маңлай» тигәнде аңлата. Райт йортто бала саҡтан яртаҡан убаның «маңлайында» урынлаштыра, ә түбәһендә түгел, сөнки «Талиесин» тәбиғи ландшафттан барлыҡҡа килгән һымаҡ күренә. Уның һүҙҙәре менән әйткәндә — «… Ерҙә түгел, ләкин ерҙән». Йорт өс яҡтан тора, ул торлаҡ йорт, офис һәм хужалыҡ ҡаралтыларынан тора[29].

Бынан тыш, бина органик рәүештә ландшафтҡа ярашлы булһын өсөн Райт уның төҙөлөшөндә үҙенең органик архитектура идеяларын ҡуллана. Төтөн юлдары һәм таш таяуҙар урындағы эзбизташтан төҙөлә, стенаны штукатурлауҙа Висконсин йылғаһы һайлығынан ҡом ҡулланыла[30].

«Талиесин» ике тапҡыр янғындан зыян күрә. Беренсе янғынды 1914 йылда ялсы ойоштора, ул бынан алда ошо йортта йәшәгән Марта Босвикты һәм уның ике балаһын үлтерә. Икенсе янғын 1925 йылда була. Бина тулыһынса яңынан ҡорола, уға ярашлы «Талиесин II» һәм «Талиесин III» тип үҙгәртелә.

1910 йылда Райт Германия буйлап сәйәхәте ваҡытында үҙенең ике томлыҡ портфолиоһын баҫтырып сығара, һәм уның эштәре Европала билдәле була.

«Шарлауыҡ өҫтөндә йорт»

«Шарлауыҡ өҫтөндә йорт»

XX быуат башында Райт, күп проекттарын тормошҡа ашырыуға өлгәшкән АҠШ-тың киң билдәле һәм уңышлы архитекторҙарының береһе була, уның проекттары шул ваҡыт өсөн новаторлы архитектураға эйә була. Әммә 1930 йылдарға элекке популярлығының эҙе лә ҡалмай — Райттың эре заказдары булмай тиерлек. Үҙенең материаль хәлен яҡшыртыу маҡсатында Райт Талиесинда ижади оҫтахана аса. Был оҫтаханаға Эдгар Кауфман (ингл. Edgar Kaufmann) — Питтсбургтан атаһының кәңәше буйынса архитектураға өйрәнергә ҡарар иткән уңышлы эшҡыуар Эдгар Кауфмандың улы килә башлай.

Райттың ҡыйыу архитектура идеялары яйлап йәш Эдгар Кауфманды рухландыра, һәм уларға өлкән Кауфманды Райт проектлаған бөтөн ҡаланың макетын төҙөүгә аҡса бүлеү өсөн күндерергә мөмкин була. Төҙөлөш тамамланғандан һуң макет Кауфмандарҙың ғаиләһенә ҡараған универмагҡа дөйөм күҙәтеү өсөн ҡуйыла.

Райт Кауфмандар ғаиләһендә йыш ҡунаҡ була һәм тиҙҙән уларҙың ҡала ситендәге йортоноң проектын төҙөү өсөн заказ ала. Был маҡсат өсөн Кауфмандар «Айыу шишмәһе» тип аталған матур урындан участка алалар (ингл. Bear Run), ул тирә-яҡ өҫтөнән сығынтынан ғибәрәт була, ә эргәлә бәләкәй шарлауыҡ урынлаша.

Райт ижадында икенсе үр башлана. Ул функционализмдың техник ынтылыштарына тәбиғәт менән берләшеүҙең романтик идеяларын ҡаршы ҡуйыуҙы дауам итеп, завод етештергән элементтарҙы һәм тимер-бетон конструкциялар ҡуллана[31][32]. 19351939 йылдарҙа Райт И. Дж. Кауфман өсөн «Шарлауыҡ өҫтөндә йорт» («Fallingwater») төҙөй, шт. Пенсильвания.

«Шарлауыҡ өҫтөндәге йорттоң» Райт тарафынан әҙерләнгән интерьеры

1934 йылдың ноябрендә Райт Кауфмандарҙың ҡала ситендәге йортона урын ҡарау өсөн «Айыу шишмәһенә» килә. Ул шарлауыҡты буласаҡ йорттоң структура өлөшө эшләргә ҡарар итеп, шарлауыҡ менән йәнәш участканы һайлай. Заказсылар архитекторҙың бындай ҡыйыу ҡарары башта аптырата, әммә Райт уларға: «Мин һеҙҙең шарлауыҡҡа ҡарап түгел, ә уның менән йәнәш йәшәүегеҙҙе теләйем. Ул һеҙҙең тормошоғоҙҙоң бер өлөшө булырға тейеш» тип әйтә һәм шундай йортто төҙөү мөмкинлегенә һәм унда йәшәүҙең хәүефһеҙ булыуына ышандыра. Йорт бетон террасаларҙан һәм туранан-тура шишмә өҫтөндәге ҡорос таяуҙарҙа урынлашҡан эзбизташлы вертикаль өҫлөктәрҙән тора. Йорт торған ҡая өлөшө бина эсендә ҡала һәм Райт уны интерьер биҙәүҙең детале кеүек ҡуллана. Райт йортто төҙөгәндә бер ағас та киҫелмәһен, ҙур тау таштары урынында ҡалһын, ә буласаҡ йорт тәбиғи ландшафттың өлөшө булып ҡалһын өсөн тырыша. Йортто төҙөүгә 155 000 доллар аҡса китә, уларҙан архитекторҙың эше өсөн түләү 8 000 доллар тәшкил итә. Инфляцияны иҫәпкә алғанда был сумма 2009 йылда яҡынса АҠШ-тың 2,4 млн долларына тигеҙ. Йорттоң төҙөлөшөндә бөтәһе лә камил булмай, һәм ул ике тапҡыр 1994 йылда һәм 2002 йылда өҫтөмә ҡорос таяуҙар менән реконструкциялана.

1937 йылдан 1963 йылға тиклем «Шарлауыҡ өҫтөндә йорт» Кауфмандар ғаиләһенә ҡала ситендәге резиденция булып хеҙмәт итә. 1963 йылда Эдгар кесе-Кауфман бинаны Көнбайыш Пенсильвания тәбиғәтен һаҡлау ойошмаһына иғәнә рәүешендә тапшыра. 1964 йылда йортто музейға әйләндерәләр, һәм ул килеүселәр өсөн асыҡ була. 2008 йылдың ғинуар айына ҡарата «Шарлауыҡ өҫтөндә йортҡа» яҡынса алты миллион кеше килгән. Пенсильвания шатының алыҫ мөйөшөндә урынлашыуына ҡарамаҫтан (Питтсбургтан яҡынса ике сәғәтлек юл), әдеге ваҡытта «Шарлауыҡ өҫтөндәге йортҡа» йыл һайын 120 000 ашыу кеше килә[33]

«Юсон» осоро, 30-сы йылдар

Урта хәлле клиенттар өсөн Райт был осорҙа уртаса хаҡлы йорттар әҙерләй. Райт үҙе был йорттарҙы U.S.O.N.A. (Unites States of Nothern America) аббревиатураһынан «юсон» йәки «төньяҡ америка йорттары» тип атай. Компактлы, аҙ сығымлы һәм ҡулланышлыҡлы «юсон» йорттары «Прерия йорттарында» һалынған принциптарҙы үҫтерә. Йорттарҙың яҫы ҡыйығы түбәнең аҫтында уҡ булған тар таҫмалы тәҙрәләр ҡулланыу иҫәбенә стеналар өҫтөндә тора. Йорттар башлыса бер ҡатлы һәм планында L-рәүешле проектлана, был уларҙы ҡатмарлы формалы биләмәлә урын алырға мөмкинлек бирә. Каркаслы конструкция төҙөлөштө арзанлатырға мөмкинлек бирә.

«Юсон» йорттары Райттың ҡала төҙөү концепцияһының төҙөлөш блоктары — «Киң горизонттар ҡалаһы» булырға тейеш ине. Халыҡ тығыҙ ултырған ҡала тәбиғи рәүештә ауыл хужалығы биҫтәләренә бүленеп, «урбанизациянан ҡотолорға» тейеш була, ә төп хәрәкәт итеү сараһы булып унда автомобиль була. «Киң горизонттар ҡалаһы» концепцияһы Америка аҙ ҡатлы биҫтәһен төҙөүҙә байтаҡ йоғонто яһай.

Был осорҙа Райт йәмәғәт биналары ла төҙөй, улар араһында Расиндағы (Висконсин штаты, 19361939) иң билдәле «Джонсон Вакс» штаб-фатиры. Конструкцияның нигеҙе булып «ағас кеүек» колонналар менән зал тора, унда һәр колонна өҫкә ҡарай киңәйә. Ағас структураһын лаборатория ла ҡабатлай — уның бүлмәләре лифт шахталарын йөрөткән үҙәк-«олон» тирәләй төркөмләшә, ә түбәлек плиталары формаһы буйынса аралаша — квадрат плиталар бинаның каркасын булдыра, унда түңәрәк плиталар урын ала. Ярым үтә күренмәле быяла көпшәләр системаһы аша яҡтылыҡ эш урынының «изгелек» атмосфераһын булдырырға булышлыҡ итә[34].

Нью-Йоркта Соломон Гуггенхайм музейы

Соломон Гуггенхайм музейы

Райт ижадының апафеозы булып Нью-Йоркта Соломон Гуггенхейм музейы тора, уны архитектор 16 йыл дауамында (19431959) проектлай һәм төҙөй. Тыштан музей ауҙарып ҡуйған ишелмәне, ә интерьеры ҡабырсаҡты хәтерләтә, уртаһында уның быяланан эске ихата урынлашҡан. Райт экспозициялар өҫтән аҫҡа ҡарай булырға тейеш тип уйлай: килеүсе өҫкө ҡатҡа лифтта күтәрелә һәм яйлап үҙәк ишелмә пандус буйлап аҫҡа төшә. Ауыш стеналарҙағы эленеүсе картиналар рәссамдың мольбертындағы кеүек урынлашырға тейеш була. Музей ҡоймаһының орнаменттары сифатында Райт В. В. Кандинский картиналары экспозицияһындағы фигураларҙы ҡуллана.

Музей етәкселеге Райттың бөтә талаптарын үтәмәй, һәм хәҙер экспозицияларҙы ҡарау аҫтан өҫкә ҡарай башҡарыла.

Һуңғы эштәре. Һөҙөмтәләр

1950 йылдарҙа Райт органик архитектуранан китә башлай һәм биналарҙы башлыса универсаль, интернациональ стилдә проектлауға күсә. Был осорҙа торлаҡ йорттарҙа Райт шулай уҡ тура мөйөштән «яһалма» форма һымаҡ баш тарта һәм ишелмәгә һәм түңәрәк әйләнәгә мөрәжәғәт итә[35]

Райттың үҙе тере сағында бөтә проекттары ла тормошҡа ашырылмай. Саманан тыш артыҡ биҙәлгән һәм китч[36] менән сикләнгән Марин округының суд бинаһы уның вафатынан һуң дүрт йыл үткәс төҙөлөп бөтә. 1956 йылда Райт Чикагола атом энергияһында эшләгән лифттар менән дөйөм 1609 метр бейеклегендәге ныҡ бейек йорт төҙөргә теләй[37], ул йорт 130 000 кешегә иҫәпләнә һәм өҫкә ҡарай тарайған өс мөйөштә призма формала булырға тейеш була. Әммә проектты кире ҡағалар.

1959 йылдың 9 апрелендә Аризона штатының Феникс ҡалаһында вафат була.[38].

Ғаиләһе һәм шәхси тормошо

Уңыш ҡаҙанған архитектор булараҡ, Фрэнк Ллойд Райт үҙен бер ни менән сикләмәй йәшәй, һәм йыш ҡына һары матбуғат өсөн сәп була. Ул рәсми рәүештә өс тапҡыр өйләнә һәм айырылышыуға тиклем үк бер нисә тапҡыр гражданлыҡ никахында тора.

  • Беренсе тапҡыр Райт Катерина «Китти» Ли Тобинға 1889 йылда өйләнә. Никах 1909 йылда тарҡала, 1922 йылда айырылыша.
  • Үҙенең бер клиентының ҡатыны Марта Чейни менән бергә йәшәй. Чейни һәм уның ике балаһы Райттың «Талиесин I» йортонда ялсы тарафынан үлтерелә, ә йорт үҙе яндырыла.
  • Мириам Ноэль менән никахы (1923 йыл), Мириамдың морфин менән мауығыуы арҡаһында 1927 йылда тарҡала.
  • Райттың һуңғы ҡатыны Ольга Ивановна Гинценберг («Ольгиванна») була. Райт уның һәм ҡыҙы менән бергә Көнбайыш Талиесинда, Скоттсдейлда ерләнә, (Аризона штаты). Висконсинда ғаилә зыяратында Райттың ҡәбер ташы менән буш ҡәбер ҡала.

Райттың ете балаһы ҡала: өс улы һәм дүрт ҡыҙы. Фрэнк Ллойд Райттың ике балаһы — Фрэнк Ллойд Райт-кесе һәм Джон Ллойд Райт шулай уҡ архитектор була. Фрэнк Ллойдтың ейәнсәре, Энн Бакстер — актриса, «Оскар» премияһы лауреаты.

Галерея

Иҫкәрмәләр

  1. Record #27148716 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 архитекторы, работающие в Швеции — 2014.
  3. 3,0 3,1 3,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  4. https://www.moma.org/artists/6459 (ингл.)
  5. 5,0 5,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #11863531X // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  6. 6,0 6,1 6,2 https://www.taliesinpreservation.org/history/
  7. http://arch-pavouk.cz/index.php/architekti/1450-wright-frank-lloyd
  8. Find a Grave (ингл.) — 1996.
  9. 9,0 9,1 Conroy S. B. Wright's Grave Site Moved (ингл.) // The Washington Weekly Post / M. MurrayWashington: Fred Ryan, 1985. — ISSN 0190-8286; 2641-9599
  10. Geni (билдәһеҙ) — 2006.
  11. 11,0 11,1 11,2 11,3 Union List of Artist Names (ингл.) — 2021.
  12. RKDartists (нидерл.)
  13. https://library.columbia.edu/libraries/avery/franklloydwright/collections.html
  14. Marter J. (unspecified title)Издательство Оксфордского университета, 2011. — ISBN 978-0-19-533579-8
  15. https://www.arsny.com/mostwanted/
  16. Wright, Frank Lloyd // https://web.archive.org/web/20210630075411/https://www.dacs.org.uk/licensing-works/artist-search/artist-details?ArtistId=e67be11b-16d3-404d-be64-9200e359586a
  17. https://www.adagp.fr/en/identities/frank-lloyd-wright-54691
  18. http://www.moma.org/collection/works/205
  19. Artists + Artworks (ингл.)
  20. https://arkdes.se/arkitekter-och-arkitektkontor-i-arkdes-samlingar/
  21. архитекторы, работающие в Швеции
  22. https://pacscl.exlibrisgroup.com:48994/F/?func=find-b&request=000212235&find_code=SYS
  23. https://lib.collegeforcreativestudies.edu/cgi-bin/koha/opac-detail.pl?biblionumber=86347
  24. archINFORM (нем.) — 1994.
  25. BW Online | July 28, 2004 | Frank Lloyd Wright: America’s Architect
  26. 26,0 26,1 Frank Lloyd Wright | Biography, Architecture, & Facts | Britannica.com
  27. Иконников А. В. Архитектура XX века. Утопии и реальность. М., Прогресс-Традиция, 2001, т.1, стр. 201
  28. Фремптон, 1990, с. 90
  29. Welcome to Taliesin Preservation, Inc
  30. Taliesin, the Frank Lloyd Wright School of Architecture | Building Architects since 1932. Дата обращения: 1 июнь 2019. Архивировано из оригинала 3 апрель 2019 года.
  31. Фремптон, 1990, с. 274
  32. Иконников А. В. Архитектура XX века. Утопии и реальность. М., Прогресс-Традиция, 2001, т.1, стр. 258
  33. The Associated Press, 2007. 2015 йыл 20 август архивланған.
  34. Фремптон, 1990, с. 278
  35. Иконников А. В. Архитектура XX века. Утопии и реальность. М., Прогресс-Традиция, 2001, т.1, стр. 559
  36. Фремптон, 1990, с. 279
  37. Дэвид Литтлфилд. "Бумажная архитектура" // Архитектура / пер. с англ. Ю. Змеевой; науч. ред. М. Гукетлов; под ред. Э. Денисон; вст. ст. Дж. Глэнси. — Москва: Рипол-классик, 2017. — С. 90. — 160 с. — ISBN 978-5-386-06581-2.
  38. Frank Lloyd Wright Dies; Famed Architect Was 89 (ингл.). The New York Times (10 апрель 1959). Дата обращения: 20 апрель 2016.

Һылтанмалар

Әҙәбиәт

  • Пфайффер Б. Райт. 1867—1959: Архитектура демократии. М., АртРодник, 2006
  • Фремптон К. Современная архитектура: Критический взгляд на историю развития. М., Стройиздат, 1990
  • Иконников А. В. Архитектура XX века. Утопии и реальность. М., Прогресс-Традиция, 2001
  • Всеобщая история архитектуры, т. 11. Москва, 1973
  • Уникальные дома от Райта до Гери, Анисимова И. И., 2009, ISBN 978-5-9647-0161-3


Был архитектор тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.

Read other articles:

Динамика индексов промышленного производства в Ленинградской области и России в 1991—2016 годах, в процентах от значений 1991 года[1] Экономика Ленинградской области — одна из крупнейших экономик Северо-Западного федерального округа. Валовой региональный продукт облас...

 

Cet article est une ébauche concernant le droit français. Vous pouvez partager vos connaissances en l’améliorant (comment ?) selon les recommandations des projets correspondants. Article 88-3 de la Constitution du 4 octobre 1958 Données clés Présentation Pays France Langue(s) officielle(s) Français Type Article de la Constitution Adoption et entrée en vigueur Législature IXe législature de la Cinquième République française Gouvernement Pierre Bérégovoy Promulgation 25 ju...

 

人際關係 類型 血親或擬制血親 家族 家庭 親屬 親本 母親 / 父親 祖父母 兄弟姊妹 堂表親 堂亲 表親 婚姻 配偶 夫妻 妻子 丈夫 夫夫/妻妻 多配偶制 一妻多夫制 一夫多妻制 群婚 伙伴 · 伴侶 友情 闺密 兄弟情 浪漫 异性(英语:Cross-sex friendship) 朋友区 重要他人 爱人 女朋友 男朋友 同性結合 同居 灵魂伴侣 亲密关系及性關係 無負擔性行為 乱婚 單配偶制 非單配偶制 开放

Grumman F8F Bearcat adalah pesawat tempur sayap rendah (low wing) angkatan laut Amerika bermesin tunggal dari 1940-an. Pesawat ini digunakan ke pertengahan abad ke-20 di Angkatan Laut Amerika Serikat, yang Korps Marinir Amerika Serikat, dan angkatan udara dari negara-negara lain. Pesawat ini merupakan akhir pesawat tempur Grumman Aircraft yang bermesin piston. Versi modifikasi telah memecahkan rekor kecepatan untuk pesawat baling-baling, dan sangat populer di kalangan pemilik pesawat perang. ...

 

BTV YogyakartaPT Mega Adi CitraKota Yogyakarta, Daerah Istimewa YogyakartaIndonesiaSaluranDigital: 35 UHFVirtual: 51SloganBersatu MenginspirasiPemrogramanAfiliasiBTVKepemilikanPemilikB UniverseRiwayatDidirikanJanuari 2008Siaran perdana14 Desember 2015 (siaran percobaan)4 Januari 2016 (siaran resmi)8 Juni 2023 (peluncuran ulang)Bekas tanda panggilKresna TV (2015-2023)Bekas nomor kanal61 UHF (analog)Bekas afiliasiIndependen (2015-2023)Informasi teknisOtoritas perizinanKementerian Komunikasi dan...

 

Wyczółkowski Leon – Selbstbildnis Leon Jan Wyczółkowski (* 11. April 1852 in Huta Miastkowska bei Garwolin; † 27. Dezember 1936 in Warschau) war ein polnischer Maler, Grafiker und Illustrator. Leben Wyczółkowski studierte an der Warschau Kunstschule u. a. bei Antoni Kamieński, Rafał Hadziewicz und Wojciech Gerson und anschließend an der Münchener (1875–1877) und Krakauer Kunstakademie (1877–1879) bei Jan Matejko. Im Jahr 1895 wurde er als Professor an die Krakauer Akade...

Miss Espírito Santo Data 1 de Outubro de 2009 Apresentação Nayla Micherif e Viviane Anselmé Atração Banda do 38º BI do Exército Candidatas 18[1] Local Clube Ítalo Brasileiro Cidade Vitória, Espírito Santo Miss Espírito Santo 2010 foi a 53ª edição do tradicional concurso de beleza feminino de Miss Espírito Santo, realizado anualmente. Esta edição enviou a melhor capixaba em busca do título de Miss Brasil 2010, único caminho para o Miss Universo. O evento contou com a presen...

 

العلاقات المارشالية السلوفينية جزر مارشال سلوفينيا   جزر مارشال   سلوفينيا تعديل مصدري - تعديل   العلاقات المارشالية السلوفينية هي العلاقات الثنائية التي تجمع بين جزر مارشال وسلوفينيا.[1][2][3][4][5] مقارنة بين البلدين هذه مقارنة عامة ومرجعية ...

 

AnpanmanアンパンマンGenrePahlawan super, Komedi MangaPengarangTakashi YanasePenerbitFroebel-kanDemografiKodomoTerbit1973 – 2013 Seri animeSoreike! AnpanmanSutradaraAkinori Nagaoka Shunji ÔgaMusikHiroaki Kondo Taku IzumiStudioTelecom Animation FilmSaluranasliNTVSaluran bahasa InggrisPogo TV (dulunya)Tayang 3 Oktober 1988 – sekarangEpisode1.320 (Daftar episode)  Portal anime dan manga Anpanman (アンパンマンcode: ja is deprecated ) adalah sebuah seri buku gambar pahlawa...

Business acquisition held from 2017 to 2019 Acquisition of 21st Century Fox by DisneyInitiatorThe Walt Disney CompanyTarget21st Century FoxTypeFull acquisition of entertainment assetsCostUS$71.3 billionInitiatedDecember 14, 2017CompletedMarch 20, 2019 The acquisition of 21st Century Fox by The Walt Disney Company was announced on December 14, 2017, and was completed on March 20, 2019.[1] Among other key assets, the acquisition included the 20th Century Fox film and television studios,...

 

カイザーKeizer 位置 マリオン郡内の位置 座標 : 北緯45度0分2秒 西経123度1分19秒 / 北緯45.00056度 西経123.02194度 / 45.00056; -123.02194 歴史 市 1982年 行政 国 アメリカ合衆国  州  オレゴン州  郡 マリオン郡  市 カイザーKeizer 市長 ロア・クリストファー 地理 面積     市域 19.1 km2 (7.4 mi2)     陸上   18.7 km2 (7....

 

Practice of subverting video game rules or mechanics to gain an unfair advantage This article has multiple issues. Please help improve it or discuss these issues on the talk page. (Learn how and when to remove these template messages) This article possibly contains original research. Please improve it by verifying the claims made and adding inline citations. Statements consisting only of original research should be removed. (April 2013) (Learn how and when to remove this template message) Thi...

本條目存在以下問題,請協助改善本條目或在討論頁針對議題發表看法。 此条目序言章節也許過於冗長。 (2022年11月9日)遵从维基百科的格式准则,请考虑精簡序言或將部分內容移至主文。 此生者传记没有列出任何参考或来源。 (2022年11月9日)请协助補充可靠来源,针对在世人物的无法查证的内容将被立即移除。 王任賢个人资料性别男出生 (1958-01-14) 1958年1月14日(65歲) ...

 

U.S. President Roosevelt and Brazilian President Getúlio Vargas aboard USS Humboldt, during the Potenji River Conference, with Harry Hopkins, Chairman of the British-American Assignment Board (left), and Jefferson Caffery, U.S. Ambassador to Brazil (right). The Potenji River Conference, also known as the Natal Conference, was a meeting that took place on January 28 and 29, 1943 between the President of Brazil, Getúlio Vargas and the President of the United States, Franklin Delano Roosevelt....

 

Parc de la préhistoire de Rivolta d'AddaFontaine avec les tortues et les carpes à l'entrée du parcGéographiePays  ItalieRégion LombardieProvince CrémoneCommune Rivolta d'AddaCoordonnées 45° 28′ 25″ N, 9° 29′ 59″ EAdministrationType Site archéologiqueCréation 1978Site web (it) www.parcodellapreistoria.itmodifier - modifier le code - modifier Wikidata Le Parc de la Préhistoire (en italien : Parco della Preistoria) est un parc édu...

Superpuchar Cypru w piłce siatkowej mężczyzn 2022 2021 2023 Szczegóły Organizator Cypryjski Związek Piłki Siatkowej Edycja 29. Liczba zespołów 2 Termin 18.10.2022 Liczba meczów 1 Liczba setów 5 Zwycięzca Nea Salamina Famagusta Superpuchar Cypru w piłce siatkowej mężczyzn 2022 – 29. edycja rozgrywek o Superpuchar Cypru zorganizowana przez Cypryjski Związek Piłki Siatkowej, rozegrana 18 października 2022 roku w Centrum Sportu Kition w Larnace. W meczu o Superpuchar udział w...

 

Chapel in Les Landes, Aquitaine, France Notre-Dame des Cyclistes The chapel of Notre-Dame des Cyclistes is situated in the commune of Labastide-d'Armagnac in Les Landes département in Aquitaine, France. The chapel is all that remains of a 12th-century fortress of the Knights Templar. The Château de Géou was razed by the Black Prince in 1355. It was listed as a monument historique by the French Ministry of Culture on 27 February 1996.[1] History On 22 August 1958, Father Joseph Mass...

 

New York Dramatic MirrorTypeWeeklyFoundedJanuary 1879Ceased publicationApril 1922HeadquartersManhattan The New York Dramatic Mirror (1879–1922) was a prominent theatrical trade newspaper. History The paper was founded in January 1879 by Ernest Harvier as the New York Mirror. In stating its purpose to cover the theater, it proclaimed that coverage of the dramatic profession had been degraded by having its affairs treated in the professedly theatrical papers side by side with prize fights, co...

Motorway in the United Kingdom This article needs additional citations for verification. Please help improve this article by adding citations to reliable sources. Unsourced material may be challenged and removed.Find sources: M181 motorway – news · newspapers · books · scholar · JSTOR (July 2015) (Learn how and when to remove this template message) M181M181 highlighted in blueRoute informationMaintained by North Lincolnshire CouncilLength1.5 mi...

 

Mathematician and philosopher of science Wolfgang SmithBorn (1930-02-18) 18 February 1930 (age 93)ViennaEra20th-century philosophyRegionWestern philosophySchoolRealism, Platonism, Neoplatonism, Aristotelianism, TraditionalismMain interestsMetaphysics, Physics, Mathematics, Philosophy of scienceNotable ideasSplitting the scientific method from the scientistic philosophy, showing how the former can be joined to a Thomistic-based ontological realism, assigning to many hard sciences a place ...

 

Strategi Solo vs Squad di Free Fire: Cara Menang Mudah!