Фарсы теле

Фарсы теле
Телдең үҙатамаһы

فارسی фа:рси́:

Илдәр

Көнбайыш фарси:
Иран Иран
Ираҡ Ираҡ
Бахрейн Бахрейн
Дари:
Афғанстан Афғанстан
Пакистан Пакистан
Таджик:
Тажикстан Тажикстан
Үзбәкстан Үзбәкстан
АҠШ, Бөйөк Британия, Германия, Рәсәй, Израиль, Төркиә, Әрмәнстан, Швецияла диаспоралары

Рәсми хәле

Иран Иран
Афғанстан Афғанстан (дари)
Тажикстан Тажикстан (таджикский)

Идара итеүсе ойошма

Фарси теле һәм әҙәбиәте академияһы

Был телдә һөйләшеүселәр һаны

Телде белеүселәр һаны:
первый язык 60 млн-дан артыҡ /
икенсе тел 53 млн тирәһе
шуларҙың
көнбайыш фарси (Иран):
35 млн-дан артыҡ / 35 млн-дан артыҡ;
көнсығыш фарси:
(Афғанистан һәм Тажикстан)
25 млн тирәһе /18 млн тирәһе[1][2]

Классификация
Категория

Евразия телдәре

Һинд-Европа телдәре ғаиләһе

иран тармағы
көньяҡ-көнбайыш-иран телдәре төркөмө
Әлифба

ғәрәп-фарси, кириллица (таджик алфавиты)

Тел коды
ГОСТ 7.75–97

пер 535

ISO 639-1

fa

ISO 639-2

per (B); fas (T)

ISO 639-3

fas, prs, pes, tgk

Был телдә Википедия

Фарсы теле (زبان فارسی — zabân-e fârsi) — иран телдәре араһында иң таралғаны, Ирандың рәсми дәүләт теле (халҡының 58 %, йәғни 40 млн кеше фарсы телендә һөйләшә). Фарсы теленең варианттары шулай уҡ Афғанстанда (дари́ йәки фарси́-кабули́) һәм Тажикстанда (таджик теле) дәүләт теле булып тора. Шулай уҡ Пакистанда таралған. Фарсы телендә һөйләшеүселәр шулай уҡ Фарсы ҡултығы (Бәһрәйн, Ираҡ, Оман, Йәмән, Берләшкән Ғәрәп Әмирлеге)илдәрендә йәшәйҙәр.

Фарсы теле рәсми тел булып торған илдәр ҡыҙыл төҫкә буялған

X—XII быуаттарҙан башлап фарсы теле халыҡ-ара аралашыу теле, көнсығышта киң ислам донъяһының мәҙәниәт һәм фән теле функцияһын башҡара, Төркиә, Кавказ, Ҡырымдан алып Үҙәк Азия һәм Һиндостанға тиклем төбәк телдәренә ҙур йоғонто яһай.

Әҙәби һәм һөйләш теле башҡа иран, төрки[3][4] һәм һинд-ари телдәре үҫешенә булышлыҡ итә[5].

Фарсы һәм дари телдәре яҙмаһы, ғәрәп алфавиты нигеҙендә төҙөлгән һәм ғәрәп телендә булмаған өндәр өсөн бер нисә хәреф өҫтәлгән — фарсы алфавиты. Тажик телендә 1940 йылдан кириллица ҡулланыла.

Интернетта ҡулланыу буйынса фарсы теле 6-сы урында тора, ул донъя селтәре сайттарының 2,6 % таралған[6][7]

Бынан тыш көнбайыш иран телдәренең көньяҡ төрҙәре бар: лур, бахтияр, лаки, дезфули, лари, бандари (Минаб ҡалаһы), башкарди һәм кумзари[8].

Һөйләш теле

Фарсы һөйләш теле әҙәби телдән бик ныҡ айырыла. Был айырмалар фонетикаға ғына түгел, грамматика, синтаксис, һүҙъяһалышҡа ла ҡағыла һәм классик осорҙан һуң йыйылған үҙгәрештәргә ҡағыла, улар әҙәби телдә бөтөнләй тиерлек һиҙелмәй.

Распространение персо-таджикских диалектов

Диалекттар

Хәҙерге фарсы теле бер-береһенә бик яҡын дүрт варианттан ғибәрәт (полюрицентрик тел).Улар Иранда, Афғанстан, Тажикстан һәм Пакистандың ҡайһы бер райондарында таралған.

Иң ныҡ таралғаны көнбайыш фарсы теле (Ирандағы төп фарсы теле). Көнсығыш варианты- дари́ (фарси́-кабули́, Афғанстанда) һәм тажик теле (забони точики́, форсии точики́ Тажикистанда һәм Үзбәкстандың күрше райондарында).

Фарсы яҙмаһы

An Old Persian inscription written in Old Persian cuneiform in Persepolis, Iran.Боронғо Фарсы шына яҙыуы

Иран телдәре өс осорға бүленеп йөрөтөлә: Боронғо, Урта һәм Яңы (Хәҙерге). Улар Иран тарихының өс тарихи осорона тура килә. Боронғо тип Әхәмәниҙәр империяһы осоро (б.э.т. 400–300 йылдар), унан һуң , бигерәк тә Сәсәниҙәр империяһына бәйле , һәм Яңы осор унан һуңғы дәүер, хәҙерге көндәргә тиклем. [43]

Документтарға ҡарағанда,фарсы теле өс осорҙа ла филология күҙлегенән тығыҙ бәйләнешен һаҡлаған «берҙән-бер иран теле» [14], , шуға күрә боронғо, урта һәм яңы фарсы теле- шул бер үк фарсы теле булып иҫәпләнә [14] [44] .

Иранда фарсы телендә ( дари Афғанстанда) ғәрәп алфавиты ҡулланыла,ғәрәп телендә булмаған дүрт хәреф өҫтәлгән: пе (پ), че (چ), же (ژ) и гаф (گ), шулай итеп фарсы алфавитында 32 билдә бар. Ғәрәп алфавиты ғәрәптәр илде баҫып алғандан һуң исламды ҡабул иткән фарсылар тарафынан яңы фарсы телендә яҙышыу өсөн индерелгән [9].

Яҙма тел традициялары һаҡланып килһә лә, ҡайһы бер ҡағиҙәләр иҫкергән тип иҫәпләнә, шуға күрә ҡайһы бер һүҙҙәрҙең яҙылышы төрлөсә булыуы мөмкин.

Иранда фарсы телендә башҡа илдәрҙә инде иҫкергән тип иҫәпләнгән «насталик» шрифты ҡулланыла. Унан тыш Иранда ғәҙәти «нәсх» тә киң таралған.

Һиндостанда һаҡланып ҡалған ғәрәп- фарсы яҙыуы

Башҡорт теленә фарсы теле йоғонтоһо тураһында

Башҡа төрки телдәр кеүек үк башҡорт теле лә төрлө дәүерҙәрҙә фарсы теле йоғонтоһон кисергән. Ғалимдар фекеренсә, башҡорт теле лексикаһының 25% яҡынын фарсы теленән ингән һүҙҙәр тәшкил итә. Филология фәндәре кандидаты Гөлназ Ғайсина фекеренсә, түбәндәге һүҙҙәр башҡорт теленә фарсы теленән ингән[10]:

Йыш ҡулланылған фарсы һүҙҙәре башҡорт телендә түбәндәге өлкәләрҙә осрай, уларҙың бер нисәһе:

Ауыл хужалығы - [багче] - баҡса «сад, огород», м [анор] - анар «гранат», [анджир] - инжир «инжир», [голь] - гөл «цветок,роза», [банавше] - миләүшә «фиалка», [голестан] -гөлбоҫтан «цветник», [гольбадйан] - гөлбаҙыян «бадъян, анис», [хорма] - хөрмә «финик, хурма», [хийар] - ҡыйар «огурец»,[чогондор] - сөгөлдөр «свекла», [хена] - хына [лале] - ләлә «тюльпан», [наргис] - нәркәс«нарцисс», " [сомболь] - сөмбөл «гиацинт» һ.б.

Көнкүрештә ҡулланылған әйберҙәр- [гелим] - келәм «ковер», [дэстмал] - таҫтамал, төрки телдә "һөлгө" «полотенце», [хэнджэр] - хәнйәр«кинжал», [кисе] - кеҫә «карман», [касэ] - кәсә «пиала»,[пардэ] - пәрҙә «занавеска», [сорьмэ] - һөрмә «сурьма», [тахтэ] - таҡта «доска», [черог] - сыра «лучина»,[шикар] - шәкәр «сахар», [кешмеш] - кишмиш «изюм, белый кишмиш», [серке] - һеркэ «уксус», [кэлэпуш] -кәләпүш «тюбетейка», [пиялаЬ] - быяла «стекло»,[шише] - шешә «бутылка, пузырек», [чамадан] - сумаҙан «чемодан», [сабун] - һабын «мыло», [дивар] - диуар«стена», [шэлвар] - салбар «шаровары» һ.б.

Мәҙәниәт, сәнғәт, әҙәбиәт, сауҙаға бәйле һүҙҙәр-[пак] - пак «чистый», [базар] - баҙар «базар», [данэ] - дана «штука», [дастан] -дастан «эпос, повесть», [һонар] - Һөнәр «искусство», [сурна] - һорнай «зурна, горн», [ноуруз] - науруз «навруз – Новый год, 21 марта европейского календаря».

Дәүләт, идара итеү, хәрби эшмәкәрлек - [пайтэхт] - пайтәхет «столица», [шахр] - шәһәр «город», [чаЬарйек] - сирек «четверть, одна четвертая»һ.б.

Тәрбиә, уҡытыу, яҙыу эше-[зирак] - зирәк «понятливый, смышленный», [оста] - оҫта «мастер», [шагерд] - шәкерт «ученик», [чаЬре] - сырай «лицо, лик», [кагаз] - ҡағыҙ «бумага», [дафтар] - дэфтэр «тетрадь», [наме] - намә «письмо», [мохр] - мөһөр «печать» һ.б.

Аҙнаның дүртенсе көнөнән ғәйре, бөтә көндәр ҙә йекшамбе] - йәкшәмбе «воскресенье», [дошэмбе] - душәмбе «понедельник», [сешэмбе] - шишәмбе «вторник», [чахоршэмбе] - шаршамбы «среда», [ «джомгэ] - йома «пятница», [шэнбе] - шәмбе «суббота».

Ҡайһы бер хайуан, ҡош атамалары: [джануар] - януар «зверь», [меймун] - маймыл«обезьяна», _н [нар] - нәр «одногорбый верблюд», [хейван] -хайуан «родовое название животных», [больболь] - былбыл «соловей», [тути] - тутый «попугай», [фил] - фил «слон»,' [аждахе] - аждаһа «змей» (мифик йән эйәһе).

Дини төшөнсәләр, мифик йән эйәләре- [хода] - хоҙай «аллах»,[джан] - йән «душа», ]пайгамбар] - пәйғәмбәр «пророк», — [гуна] - гонаһ «грех», [дервиш] - дәрүиш «странник»,[ферештэ] – фәрештә «ангел», [аждахе] - аждаһа «дракон», [пэри] - пәрей «черт», [рузе] - ураҙа «ураза - пост мусульманский», [див] - дейеу «див, демон» һ.б.

География : [дарйа] - даръя «море, океан, большая река», . [чашме] - шишмэ «родник, ключ (родниковый)», [джаһан] - йыһап «мир, вселенная, космос» һ.б.

Медицина, хис-тойғо белдергән һүҙҙәр-[дард] - дәрд «боль, недуг, беда, горе», [дарман] - дарман «лекарство, сила, мощь», [дочар] - дусар «подвергшийся, охваченный», [хасте] - хәстә «усталый, утомленный», [аваз] - ауаз «звук, голос, возглас», [хош] - хуш «приятный, хороший, добро», [наз] - наҙ «ласка, каприз, нежность», [назок] - нәҙек «нежный, хрупкий», [бахт] -бәхет «счастье», ( [нам] - нам «имя, известность, слава», [азад] -азат «свободный», [шад] - шат «веселый, радостный», [йар] -йәр «любимый, возлюбленный», [дуст] - дуҫ «друг, приятель»,[дошман] - дошман «враг» һ.б.

Кеше исемдәре- [Гульчахра] -Гөлсирә «румяная, розоликая», [Гольнар] -Гөлнара «цветок гранатника», [Гульназ] - Гөлназ «нежный цветок», [Гуляра] - Гөләрә «украшенная цветами» , [банавше] - Миләүшә- «фиалка». [Дельшад] - Дильшат, Ильшат «веселый, радостный», [Пулад] - Булат «сталь», [Азад] - Азат «свободный, вольный».

Был исемлеккә тағы тәбиғәт- природа,зәңгәр-голубой, тәҙерә (тәрәҙә)- окно,ахун-наставник, Рөстәм- иран халыҡтары мифологияһы батыры һ.б. өҫтәргә була[11].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Һөйләшеүселәр һаны буйынса телдәр исемлеге
  • Телдәрҙең Интернетта ҡулланылышы
  • Киң таралған телдәр исемлеге

Иҫкәрмәләр

  1. Windfuhr G. and Perry J.R. Persian and Tajik. / The Iranian Languages. NY. 2009
  2. Iran 2012 йыл 3 февраль архивланған., 36 млн (51 %) — 33 млн (45 %) Loc.gov, Afghanistan 2017 йыл 20 сентябрь архивланған., 16 369 мең (50 %), Tajikistan 2007 йыл 12 июнь архивланған., 5 770 мең (80 %), Uzbekistan 2019 йыл 5 ғинуар архивланған., 1,2 млн (4.4 %)
  3. Персисмы в кумыкском языке
  4. Языковая политика и языковые реформы в государственном и национальном строительстве (аналитический обзор)
  5. ТЮРКИЗМЫ И ПЕРСИЗМЫ, УСВОЕННЫЕ В ПРЕДПУШКИНСКУЮ ЭПОХУ ФОРМИРОВАНИЯ НОВОГО РУССКОГО ЛИТЕРАТУРНОГО ЯЗЫКА (XVIII — НАЧАЛО XIX ВВ.), В ИСТОРИКО-ЭТИМОЛОГИЧЕСКОМ И ЛИНГВОГРАФИЧЕСКОМ АСПЕКТАХ PDF 2017 йыл 28 август архивланған.
  6. Usage of content languages for websites (ингл.). W3Techs.com. Дата обращения: 21 апрель 2013. Архивировано 31 март 2012 года.
  7. Historical trends in the usage of content languages for websites (ингл.). W3Techs.com. Дата обращения: 21 апрель 2013. Архивировано 31 март 2012 года.
  8. Compbell.G.L " Iranian Languages" Compendium of the World’s Languages. London: Routledge (2000). 2nd ed, vol 1. p 754. и Яршатер, там же. Стр. 19
  9. L. P. Elwell-Sutton. ARABIC LANGUAGE iii. Arabic influences in Persian literature 2011 йыл 10 май архивланған.
  10. [ http://cheloveknauka.com/persidskie-zaimstvovaniya-v-bashkirskom-yazyke#ixzz6Q3ZbmN9R Г.Ғайсина.Филология фәндәре кандидаты дәрәжәһенә диссертацияһынан. Персидские заимствования в башкирском языке]
  11. Слова персидского происхождения в башкирском языке

Һылтанмалар


Был тел йәки тел белеме тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.

Read other articles:

Academia de la Inmaculada Concepción Fundación 8 de septiembre de 1905LocalizaciónDirección MayagüezCoordenadas 18°12′58″N 67°08′20″O / 18.21619167, -67.13890278AdministraciónDirector Rene Torres[editar datos en Wikidata] La Academia de la Inmaculada Concepción es una escuela preparatoria fundada en Mayagüez, Puerto Rico en 1905. Historia El 8 de septiembre de 1905 seis Hijas de la Caridad de San Vicente de Paúl pertenecientes a la Provincia de Bal...

 

Building in Washington, D.C.Postal Square BuildingPostal Square Building in 2008Former namesCity Post OfficeGeneral informationArchitectural styleBeaux-ArtsLocation2 Massachusetts Avenue, NEWashington, D.C.Coordinates38°53′52.8″N 77°0′29.9″W / 38.898000°N 77.008306°W / 38.898000; -77.008306Current tenantsBureau of Labor Statistics, National Postal MuseumConstruction started1911Completed1914Renovated1929–1935Design and constructionArchitect(s)Daniel Burnha...

 

Lost & Found Музична збіркаВиконавець Marilyn MansonДата випуску 5 травня 2008Записаний 1993–2000Жанр Альтернативний метал, індастріал-рокТривалість 20:57Мова англійськаЛейбли Polydor/UniversalХронологія Marilyn Manson Попередній Eat Me, Drink Me(2007) The High End of Low(2009) Наступний Lost & Found  — друга компіляція...

Ethnologist, historian, journalist, lawyer, and political reformer from Indianapolis Jacob Piatt Dunn Jr.Born12 April 1855Lawrenceburg, Indiana, United StatesDied6 June 1924(1924-06-06) (aged 69)Indianapolis, Indiana, United StatesResting placeCrown Hill Cemetery, Indianapolis, Indiana, United StatesNationalityAmericanAlma materEarlham College University of MichiganOccupation(s)Historian, journalist, and authorSpouseCarlotte Elliott (Jones) DunnChildrentwo daughters, Caroline and El...

 

Architecture of the Meitei people The ancient Meitei temple of Lord Pakhangba restored in 2007 inside the Kangla Palace, Manipur Meitei architecture, sometimes also referred to as Manipuri architecture, is the architecture produced by the Meitei speaking people, whose culture flourished in the Kangleipak kingdom and its neighbouring kingdoms from the middle of the fifteenth century BC. The Meitei architecture is best known for its temples (Laishang, Kiyong, Thellon), found scattered in the Ka...

 

Bicameral national legislature of Nicaragua prior to the 1979 revolution Politics of Nicaragua Constitution Abortion law LGBT rights Executive President Daniel Ortega Vice President Rosario Murillo Legislature National Assembly President: Gustavo Porras Cortés Administrative divisions Departments Municipalities Elections Recent elections General: 201120162021 Political parties Foreign relations Ministry of Foreign Affairs Minister: Denis Moncada Colindres Diplomatic missions of / in Nicaragu...

1997 studio album by The AwakeningRisenStudio album by The AwakeningReleasedApril 1997Recorded1996 Mega Music Studios, Johannesburg, South AfricaGenreGothic rockLabelIntervention ArtsProducerLeon ErasmusThe Awakening chronology Risen(1997) Request(1998) Risen is the debut album by South African gothic rock band The Awakening released in April 1997. The record contains the hit single The Sounds of Silence, an adaptation of the song by Simon and Garfunkel. The cover achieved massive pop...

 

ولاد خدلة تقسيم إداري البلد المغرب  الجهة الرباط سلا القنيطرة الإقليم سيدي سليمان الدائرة قصيبية الجماعة القروية قصيبية المشيخة الدواغر الايطو السكان التعداد السكاني 587 نسمة (إحصاء 2004)   • عدد الأسر 90 معلومات أخرى التوقيت ت ع م±00:00 (توقيت قياسي)[1]،  وت ع م+01:00 (توق...

 

2016 novel by Mario Vargas Llosa The Neighborhood First edition coverAuthorMario Vargas LlosaAudio read byJulio García[1]Original titleCinco esquinasTranslatorEdith GrossmanCover artistVanja Milicevic[2]Morgana Vargas Llosa[2]CountrySpain/PeruLanguageSpanishSet inLimaPublisherAlfaguaraPublication date3 March 2016Published in English2018Media typePrint (paperback)Pages314ISBN978-84-204-1896-4Dewey Decimal863/.64LC ClassPQ8498.32....

Iuliu Maniu The third cabinet of Iuliu Maniu was the government of Romania from 20 October 1932 to 13 January 1933. Ministers The ministers of the cabinet were as follows:[1] President of the Council of Ministers: Iuliu Maniu (20 October 1932 - 13 January 1933) Vice President of the Council of Ministers: Gheorghe Mironescu (20 October 1932 - 13 January 1933) Minister of the Interior: Ion Mihalache (20 October 1932 - 13 January 1933) Minister of Foreign Affairs: Nicolae Titulescu (20 O...

 

Municipality in Gävleborg County, SwedenBollnäs Municipality Bollnäs kommunMunicipality Coat of armsCoordinates: 61°21′N 16°24′E / 61.350°N 16.400°E / 61.350; 16.400CountrySwedenCountyGävleborg CountySeatBollnäsArea[1] • Total1,976.7 km2 (763.2 sq mi) • Land1,814.35 km2 (700.52 sq mi) • Water162.35 km2 (62.68 sq mi) Area as of 1 January 2014.Population (31 De...

 

Монохорд (отдельно изображена подвижная подставка, или кобылка) из трактата Глареана «Додекахорд» (1547) Монохо́рд (др.-греч. μονόχορδον, лат. monochordum, однострунник), также (музыкальный) кано́н (др.-греч. κανών <μουσικός>) — инструмент, служащий для точного построения инте...

Párvati Deví acunando al niño Ganesha (ca. 1820). Lakshmí Deví. Imagen de la diosa Sáraswati Deví. Devī es una palabra sánscrita que significa ‘diosa’. En letra devánagari se escribe देवी. Deví es utilizado igualmente como sinónimo de Shakti, el aspecto femenino de los devas, como se conceptualiza en la tradición hinduista shakta (adoradores de Shakti). El culto a las diosas hindúes es igualmente una parte integral en el resto del hinduismo como complemento al culto ...

 

William Wales ScagelBorn(1873-02-12)February 12, 1873Alpena, MichiganDiedMarch 26, 1963(1963-03-26) (aged 90)Occupation(s)Knifemaker, BladesmithAwardsBlade Cutlery Hall of Fame William Wales Scagel (February 12, 1873 – March 26, 1963) was an American knifemaker whose style had a profound impact on the cutlery trade, influencing it for over 100 years.[1][2] Early life Born near Alpena, Michigan and raised in Canada, Scagel began making knives in 1910 while working at lum...

 

Bảng G của giải vô địch bóng đá thế giới 2022[1] sẽ diễn ra từ ngày 24 đến ngày 2 tháng 12 năm 2022. Bảng này bao gồm Brasil, Serbia, Thụy Sĩ và Cameroon. Hai đội tuyển hàng đầu sẽ giành quyền vào vòng 16 đội.[2] Brasil, Serbia và Thụy Sĩ cũng đã chơi cùng bảng tại FIFA World Cup trước đó. Các đội tuyển Vị trí bốc thăm Đội tuyển Nhóm Liên đoàn Tư cách vòng loại Ngày vượt q...

  Tagetes lucida TaxonomíaReino: PlantaeDivisión: MagnoliophytaClase: MagnoliopsidaOrden: AsteralesFamilia: AsteraceaeTribu: TageteaeGénero: TagetesEspecie: T. lucidaCav.[editar datos en Wikidata] Vista de la planta Detalle de la inflorescencia Frutos Tagetes lucida, conocida como pericón o yerbanís, entre otros nombres comunes, es una especie de planta de la familia de las asteráceas, nativa de México y Guatemala . Descripción, distribución y hábitat Tagetes lucida e...

 

Halaman ini berisi artikel tentang buku sains populer 2005 karya Stephen Hawking dan Leonard Mlodinow. Untuk buku humor sains 1999 karya Eric Schulman, lihat A Briefer History of Time (buku Schulman). A Briefer History of Time Cover of “A Briefer History of Time”PengarangStephen Hawking, Leonard MlodinowNegaraAmerika SerikatBahasaInggrisSubjekAlam semestaGenreSains populerPenerbitBantam BooksTanggal terbit2005Halaman162 (Paperback)ISBNISBN [[Special:BookSources/0-553-80436-7[1 ...

 

Acest articol se referă la 1862 Apollo. Pentru alte sensuri, vedeți Apollo (dezambiguizare). 1862 Apollo Denumiri alternative1932 HATip obiectAsteroid[1]potentially hazardous asteroid[*][[potentially hazardous asteroid (an asteroid or comet that can make close approaches to Earth)|​]][1]Obiecte din apropierea Pământului[1]  Numit dupăApolloDate generaleDescoperireKarl Wilhelm Reinmuth 24 aprilie 1932Nr. sateliți1SatelițiS/2005 (1862) 1Caracte...

Pertukaran kunci Diffie–Hellman[catatan 1] adalah metode untuk bertukar kunci kriptografis secara aman melalui saluran publik dan menjadi salah satu protokol kunci publik pertama yang disusun oleh Ralph Merkle dan dinamai dari Whitfield Diffie and Martin Hellman.[1][2] Diffie–Hellman (DH) adalah salah satu contoh penggunaan awal pertukaran kunci publik yang diimplementasikan dalam bidang kriptografi. Metode ini dipublikasikan pada tahun 1976 oleh Diffie dan Hellman...

 

French athlete (1893–1944) Violette MorrisMorris in 1920Personal informationBorn18 April 1893Died26 April 1944 (aged 51)[1]near Épaignes, Normandy, Nazi-occupied FranceHeight166 cm (5 ft 5 in)[2]Weight68 kg (150 lb)[2]SportSportAthleticsEvent(s)Shot put, javelin throw, auto racing Medal record Representing  France Women's World Games 1921 Monte Carlo Javelin throw 1921 Monte Carlo Shot put 1922 Monte Carlo Shot put 1922 Monte Carlo Jave...

 

Strategi Solo vs Squad di Free Fire: Cara Menang Mudah!