Устюговск (рус. Устюговский) — Башҡортостандың Благовещен районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 9 кеше[1].
Почта индексы — 453438, ОКАТО коды — 80215849002.
Халыҡ һаны
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө
|
Бөтә халыҡ
|
Ир-егеттәр
|
Ҡатын-ҡыҙҙар
|
Ир-егеттәр өлөшө (%)
|
Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
|
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) |
|
|
|
|
|
1920 йыл 26 август |
|
|
|
|
|
1926 йыл 17 декабрь |
|
|
|
|
|
1939 йыл 17 ғинуар |
|
|
|
|
|
1959 йыл 15 ғинуар |
|
|
|
|
|
1970 йыл 15 ғинуар |
|
|
|
|
|
1979 йыл 17 ғинуар |
|
|
|
|
|
1989 йыл 12 ғинуар |
|
|
|
|
|
2002 йыл 9 октябрь |
|
|
|
|
|
2010 йыл 14 октябрь |
9 |
5 |
4 |
55,6 |
44,4
|
Халыҡ һаны буйынса аңлатма
төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Халыҡ һаны буйынса сығанаҡтар
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
- Район үҙәгенә тиклем (Благовещен): 54 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Иҫке Надеждин): 4 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Өфө): 59 км
Тарихы
Устьюговск ауылының барлыҡҡа килеү осоро, шулай уҡ уның ниндәй шарттарҙа барлыҡҡа килеүе тулыһынса асыҡланмаған. Билдәле булыуынса, 1926 йылғы халыҡ иҫәбен алыу документтарында ауыл әлегә исемлеккә индерелмәгән.
Мәғлүмәттәр буйынса ҡасаба һәр ваҡыт Иҫке Надеждин ауыл Советы составына ингән, ә совет осоронда «Усинский» совхозы составына ингән. Бөгөнгө көнгә тиклем Устьюговск Иҫке Надеждин ауыл советына ҡарай.
1939 йыл мәғлүмәттәре буйынса ауылда 88 кеше иҫәпләнә, әммә ваҡыт үтеү менән даими йәшәүселәр һаны әкренләп кәмей бара. Урындағы халыҡтарҙың күпселеге — урыҫтар.[2]
Иҫкәрмәләр