Төмән өлкәһе (рус. Тюменская область) — Рәсәйҙәге өлкә. 1944 йылдың 14 авгусында ойошторола[2].
Төмән өлкәһенең уставына ярашлы Ханты-Манси һәм Ямал-Ненец округтар өлкә составына инә, ләкин Рәсәйҙен тулы хоҡуҡлы региондар булып ҡалалар[3].
Дәүләт ҡоролошо
Төмән өлкәһе Уставына ярашлы дәүләт власы суд, башҡарма һәм закондар сығарыу йүнәлештәренә бүленә.
Башҡарма власть
Төмән өлкәһе Губернаторы — Төмән өлкәһе башлығы һәм Төмән өлкәһенең иң юғары вазифалы кешеһе. Төмән өлкәһе Хөкүмәте етәксеһе.
Төмән өлкәһе Хөкүмәте статусы һәм хоҡуғы Төмән өлкәһе Уставы менән билдәләнгән.
Суд власы
Төмән өлкәһе суд системаһы составында:
- Төмән өлкәһе өлкә суды, Рәсәйҙең юғары судының түбәнге инстанция суды
- Төмән өлкәһе арбитраж суды , Рәсәйҙең юғары судының түбәнге инстанция суды
Закондар сығарыу власы
Ҡарағыҙ: Төмән өлкәһе өлкә думаһы
Өлкә Парламенты — Төмән өлкәһе өлкә думаһы.
Файҙалы ҡаҙымалар
Нефть ятҡылыҡтары— Самотлорское, Приобское, Фёдоровское ,Мамонтовское, Красноленинское; газ — Уренгойское, Медвежье, Ямбургское. Нефть 700 метрҙан 4 км тәрәнлеҡтә ята. Шулай уҡ торф, сапропель, кварц, известняк ятҡылыҡтары бар.
Поляр Уралдын көнсығышта алтын, көмөш, баҡыр, көкөрт, никель, хром, свинец табылды.
Өлкәлә — Обь, Иртыш, Тобол ағалар.
Эре ҡалалар (округтарһыҙ)
- Төмән
- Тобольск
Cәнәғәт
Өлкәлә Башнефть-Полюс ЯСЙ, Транснефть, Рәсәй селттәре, Сургутнефтегаз, Газпром етештереү Надым, Газпром етештереү Ноябрьск, Газпром етештереү Уренгой, Газпром етештереү Ямбург эшләй.
Халыҡ
Милли состав:
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар